From Wikipedia, the free encyclopedia
Куликов Виктор Георгиевич (5 июль 1921 йыл — 28 май 2013 йыл, Мәскәү)[6] — совет хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы маршалы (1977 йыл). Хәрби фәндәр академияһы академигы, Ленин премияһы лауреаты (1983). Советтар Союзы Геройы (1981 йыл). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы(1971—1989).
Куликов Виктор Георгиевич 1921 йылдың 5 июлендә Орел губернаһы Үрге Любовша ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[7]. Ғаилә аслыҡтан көньяҡҡа ҡаса һәм Ставропольеға[8] килеп сыға. 1938 йылдаНевинномысск ҡалаһында 5-се тимер юлсылар мәктәбендә 10 класты тамамлай.
Ҡыҙыл армияла 1939 йылдан. Грозный хәрби-пехота училищеһын да уҡый һәм уны 1941 йылдың июнендә лейтенант дәрәжәһендә тамамлай[8].
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк ватан һуғышында ҡатнаша: —1941 йылдың июненән — Көньяҡ-көнбайыш фронтта 41-се танк дивизияһында мотоциклет рота командиры,— 1941 йылдың октябренән — Мәскәү ҡалаһының автобронетанк үҙәгенең 143-сө айырым танк бригадаһының разведка взводы командиры, Көнбайыш фронтта һуғыша,
— 1942 йылдың февраленән — Калинин фронтында танк батальоны штабы начальнигы һәм тагк бригадаһы штабы начальнигы, — 1943 йылдың февраленән — бригада штабының оператив эш буйынса начальник урынбаҫары, — 1943 йылдың авгусынан 1945 йылдың майына тиклем — 1-се Балтик буйы һәм 2-се Белорус фронттарында 143-сө танк бригадаһы штабы начальнигы (1945 йылдың февраленән бригада айырым гвардия ауыр үҙйөрөшлө-артиллерия бригадаһы тип атала).
Көнбайыш Украинаны обороналау һуғыштарында, Мәскәү өсөн алышта, Ржевский алышында, Смоленск, Белоруссия, Балтик буйы, Көнсығыш Пруссия, Көнсығыш Померан, Берлин һөжүм операцияларында ҡатнаша.
1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы,
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.