From Wikipedia, the free encyclopedia
Крутов Владимир Евгеньевич (1 июнь 1960, Мәскәү — 6 июнь 2012, Мәскәү[4]) — совет хоккейсыһы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1981). Һөжүм итеүсе. Легендар «Ларионов бишәүе» вәкиле.
1985 йылда Хәрби физик культура һәм спорт институтын тамамлай.
Конькиға 4 йәшендә баҫа. «Метеор» стадионында уйнай башлай. Беренсе тренеры — Голубев Владилен Николаевич. Һуңынан ЦСКА мәктәбендә тренер Валерий Стельмаховта шөғөлләнә. Валерий Харламов бала саҡ кумиры була, һуңынан дуҫ булалар[5].
Тәүге тапҡыр 1977 йылда ЦСКА составында «Крылья Советов»ҡа ҡаршы уйында сығыш яһай. Тәүҙә Александр Волчков һәм Владимир Попов менән бер сафта, һуңынан Вячеслав Анисин һәм Ирек Ғимаев менән бергә уйнай. Макаров, Ларионов менән бер составта була. 1979 һәм 1980 йылда йәштәр араһында донъя чемпионатында иң яҡшы һөжүмсе һәм иң яҡшы бомбардир була. 1980 йылда СССР-ҙың төп йыйылма командаһы составында Лейк-Плэсидтағы ҡышҡы олимпия уйындарында дебют яһай.
1980 йылдар башында Виктор Тихонов СССР йыйылма командаһы һәм ЦСКА клубы өсөн «легендар бишәүҙе» ойоштора. Уға Сергей Макаров, Игорь Ларионов, Вячеслав Фетисов, Алексей Касатонов һәм Владимир Крутовтар инә.
1989 йылда партнерҙары артынан Крутов Милли хоккей лигаһына юллана. Шул уҡ ваҡытта ул Совет Армияһы офицер>ы (майор) булараҡ түгел, ә ябай граждан булараҡ китә. Игорь Ларионов менән «Ванкувер Кэнакс» клубында уйнай, әммә улар төрлө төркөмдәрҙә сығыш яһай.
1989/1990 йылдар миҙгеле аҙағында етәкселек Крутов менән мөнәсәбәттәрҙе оҙайтырға теләмәй һәм Америка матбуғатында Крутовҡа юғары кимәлдә сығыш яһарға ҡамасаулаусы артыҡ ауырлыҡ тураһында хәбәрҙәр ебәрә. Дуҫтары ярҙамында Крутов «Цюрих» клубына күсә . Унда элекке Юрий Вожанов, Сергей Пряхин һәм Анатолий Чистяковтар менән бергә сығыш яһай башлай.
1992 йылда «Цюрих»ҡа канада тренеры килә, ул Крутов менән эшләүҙән баш тарта. Ул Швецияға күсә, унда 1996 йылға тиклем түбәнге лига командаларында сығыш яһай. Швецияла Эстерсунд ИК командаһының өлкән тренеры булып эшләй .
1996 йылда Рәсәйгә ҡайта. ЦСКА-ның баш тренеры ярҙамсыһы булып эшләй (1996—2000), һуңыраҡ — баш тренеры (2001). 1998/99 йылдар миҙгелендә Мәскәү дәүләт университеты клубы составына инергә саҡырыуҙы ҡабул итә[6].
2002 йылдан юғары спорт оҫталығы дәүләт мәктәбе директоры булып эшләй.
«СССР хоккей легендалары» ХК составында ветерандар турнирҙарында уйнай[7].
Һуңғы йылдарҙа Мәскәү эргәһендәге Химки ҡалаһында йәшәй.
2012 йылдың 6 июнендә Мәскәүҙәге 20-се ҡала клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә вафат була[8]. Үлем сәбәбе булып бауыр циррозы тора[9].
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Владимир Крутов күнекмәлә | |
Крутов һөжүм итә | |
Атаһы — завод эшсеһе, әсәһе — балалар баҡсаһында ашнаҡсы. Өлкән ағаһы — Александр (1957).
Ҡатыны Нина Владимировна — хужабикә, ике улы: Денис һәм Алексей (хоккейсы).
Днестр буйы баш ҡалаһы Тирасполдә 2013 йылдың август айында Боҙ һарайы алдында Владимир Крутовҡа һәйкәл ҡуйыла, унда уның исемендәге хоккей клубы урынлашҡан.
Владимир Крутов хөрмәтенә Төнгө хоккей лигаһының төп трофейы атала.
2013 йылдан Мәскәүҙә Федераль спорт резервы әҙерләү үҙәге балалар клуб командалары араһында хоккей буйынса турнир үткәрә[15]
2020 йылдың 4 сентябрендә Химки ҡалаһында тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы хоккейсы йәшәгән Спартак урамындағы 7-се йорттоң алғы яғында Владимир Крутовҡа мемориаль таҡтаташ асыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.