рус яҙыусыһы, тәржемәсе, фотограф From Wikipedia, the free encyclopedia
Михаил Антонович Круковский (1856 йыл йәки1865 йыл [1], Режица, Витебск губернаһы — 1936 йыл, Ташкент, Үзбәк ССР-ы) — урыҫ яҙыусыһы, тәржемәсе, фотограф, географ һәм этнограф.
Круковский Михаил Антонович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Рәсәй республикаһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1856 или 1865 |
Тыуған урыны | Резекне[d], Витебская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1936 |
Вафат булған урыны | Ташкәнт, Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы, тәржемәсе, фотограф, географ, этнограф, новеллист |
Жанр | очерк[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Mikhail Krukovskiy |
Круковский Михаил Антонович Викимилектә |
Рәсәй халыҡтары этнографияһы буйынса беллетристик һәм фәнни-популяр очерктар һәм альбомдар авторы. Үҙ ҡулдары менән фотоға төшөрөп, бер нисә фундаменталь географик баҫма сығарған. XIX быуат аҙағында — ХХ быуат башында Рәсәй буйлап сәйәхәт иткән һәм ябай эшселәрҙең, крәҫтиәндәрҙең тормошон өйрәнгән[2]. Бер ни тиклем ваҡыт Петербургта йәшәгән һәм эшләгән «Товарищ» исемле балалар журналын сығарған[3]. Каменск ҡала тыуған яҡты өйрәнеү музейының беренсе директоры булған.
Круковский эштәренең күбеһе Санкт-Петербургтағы Бөйөк Петр исемендәге Антропология һәм этнография музейында (Кунсткамера) һаҡлана[4]. Уның фотоколлекцияһынан 52 цифрлы һүрәтте Кусткамера хеҙмәткәрҙәре Салауат Юлаев музейына тапшырған[5].
М. А. Круковскийҙың әҙәби псевдонимы «М. Деревянщиков» булған[6][7].
«Олонецкий край» китабы 1906 йылда «Землеведение» журналында юғары баһаға лайыҡ булған, был сәйәхәтсене сәфәрҙәрен дауам итергә илһамландырмай ҡалмаған[8][1].
Олонецк крайына ижади сәфәргә барған Круковский 1908 йылда үҙенең тәьҫораттары нигеҙендә дөйөм исем аҫтында бер нисә хикәйә һәм әкиәт яҙа. Ул Маленькие люди. Рассказы и сказки тигән исем менән донъя күрә[9]
Олонец крайы буйлап юлъяҙмаларын баҫтырып сығарғандан һуң Круковский 1908 йылда Көньяҡ Урал буйлап сәйәхәт итә, уның барышында юл көндәлеге алып бара һәм фотоһүрәттәр төшөрә. Бер йылдан һуң фотоиллюстрациялар менән көндәлектәр китап булып сыға[1]. Һөҙөмтәлә икенсе сәфәрҙең һөҙөмтәһе — тағы ла бер ҙур монография.
Унда бай иллюстратив материал, шул иҫәптән Круковскийҙың экспедиция ваҡытында төшөргән 140 фотоһы иҫәпләнә. Китапта Ағиҙел буйлап ағып төшөү, башҡорттар, металлургия заводтарының һәм заводсыларҙың эше тураһында әҙәби һәм этнографик яҙмалар, ҙур төбәктең тауҙары, мәмерйәләре һәм далалары тураһында географик яҙмалар тупланған. Китаптың атамаһы 7 өлөштән тора[10]
Башҡорттарҙың фотоһүрәттәренең күбеһе Салауат районы биләмәһендә — Яхъяла, Ишембайҙа, Миндештә төшөрөлгән. Уның сәфәренең һөҙөмтәһе булараҡ Салауат районы төбәге халҡы өсөн әһәмиәтле милли кейемдәге фотографиялар, боронғо эш ҡоралдары, төрлө ҡаралтылар, урамдар һәм башҡалар теркәлеп ҡала. Фотоһүрәттәр буйынса төйәктең һәм ҡыр-көҙәй ырыуы тарихын тергеҙергә мөмкин[11]. 1911 йылда Круковскийҙан Музейға Көньяҡ Урал буйлап ҙур фотоһүрәттәр йыйынтығы (382 фото) килә, унда ошо төбәктең бөтә этник төрлөлөгө күрһәтелә.(колл. № 1919)[12]
М. Круковскийҙың Көньяҡ Уралдағы төп ҡыҙыҡһыныуы этнография була. «Климат бүлкәттәре ни тиклем төрлө, Уралда йәшәгән халыҡтар ҙа шул тиклем күп», — тип яҙған ул. Авторҙың иғтибары мәҙәниәттәрҙең контрастарына йүнәлтелә; Көньяҡ Урал буйлап сәйәхәт иткәндә ул: «Сәйәхәтсенең күҙе этнографик буяуҙар һәм костюмдар хәрәкәтендә ял ала», — тип билдәләй[13]. Круковский башҡорттарҙы[14], мишәрҙәрҙе, урыҫтарҙы, нуғайбәктәрҙе, ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарҙы тасуирлай[1]
Сәфәрҙәрендә ул үҙен этнограф тип атай. Круковский күҙәтеүҙәре буйынса, башҡорттар «боронғо кәләпүштәрҙе һәм биҙәктәрҙе һаҡлап ҡалған»[13]. Тәү сиратта үҙенең көндәлегендә ҙур урын биләйәсәк «дала башҡорттарын күреү» ниәте менән йөрөй. Юлъяҙмаларҙа башҡорттар үҙҙәренең йолалары һәм ҡиммәттәре өсөн көрәшсе сифатында күрһәтелгән. Круковский был халыҡты татар, мишәр, сирмеш һәм башҡа фин-уғыр халыҡтары менән сағыштырған, уларҙы «күңелһеҙ һәм бик ҡуҙғалып бармаҫ», ә башҡорттарҙы «вайымһыҙ, күңелле, хатта еңел-елпе» тип атаған[15][16]
Әгәр башҡорттарҙы фотоға төшөрөргә маташыуҙар ауырлыҡтар менән барһа, нуғайбәктәр фотоға теләп төшкән. Круковский башҡорт ауылдарында бер ай, ә нуғайбәктәр араһында бер нисә көн генә булыуына ҡарамаҫтан, һуңғыларының фотолары башҡа халыҡтарҙың фотоһүрәттәре араһында иң яҡшыһы тип иҫәпләнә[1].
Сәйәхәте күңелһеҙ тамамлана: Ырымбурға китеп барышлай арба түңкәрелеп, фотоаппараты ватыла. Ҡала үҙе лә һәйбәт тәьҫорат ҡалдырмай. Ул үҙенең һуңғы сәфәрен бик һүрән генә һүрәтләй[17]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.