Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Ишембай (рус. Ишимбаево) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 463 кеше[1]. Почта индексы — 452499, ОКАТО коды — 80247815001.
XVIII быуаттың 50-се йылдарына тиклем Ишембайҙы Мусабай тип атағандар. Ике исем дә антропоним менән бәйле. Әммә баҫылған материалдар булһа ла, ныҡлап өйрәнмәгәлектән, был кешеләрҙе белмәйбеҙ.
XVIII быуат аҙағында Ишембайҙа 18 хужалыҡ булып, уларҙа 48 ир-ат һәм 41 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
17 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Нәсибаш улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Нәсибаш улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ишембай ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ишембай ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ишембай ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
1816 йылғы VII йәниҫәп Ишембайҙа 27 хужалыҡта 84 ир-ат һәм 81 ҡатын-ҡыҙ йәшәгәнен күрһәтә. Шуларҙан 4 хужаның 3 ҡатыны булған.
Ишембайҙар игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 192 кешегә 75 сирек ужым һәм 337 яҙғы ашлыҡ, 8 сирек картуф сәскәндәр.
Шулай уҡ 61 хужалыҡта 226 ат, 131 һыйыр, 33 һарыҡ, 64 кәзә аҫыралған.
1895 йылда Ишембайҙа (Мусабай), Абдрахман ауылының бер өлөшө менән, 79 хужалыҡ булған һәм уларҙа 391 кеше йәшәгән[2].
1920 йылғы совет йәниҫәбе буйынса Ишембайҙа 80 хужалыҡта 476 кеше йәшәгән[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 463 | 221 | 242 | 47,7 | 52,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.