композитор, фольклорсы, дирижёр һәм пианиносы From Wikipedia, the free encyclopedia
Ключарёв Александр Сергеевич (19 февраль 1906 йыл — 30 март 1972 йыл) — СССР композиторы, фольклорсы, дирижёр һәм пианиносы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969), Татар АССР-ының халыҡ артисы[1].
Ключарёв Александр Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 19 февраль 1906 |
Тыуған урыны | Ҡазан, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 30 март 1972 (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Арса зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | композитор, дирижёр |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Кемдә уҡыған | Рейнгольд Морицевич Глиэр[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ключарёв Александр Сергеевич Викимилектә |
Александр Сергеевич Ключарёв 1906 йылдың 19 февралендә Ҡазан ҡалаһында Сергей Данилович менән Надежда Семёновна Ключарёвтар ғаиләһендә тыуа. Милләте рус[2].Әсәһе гармоникала уйнай, малай ҙа биш йәшендә үк гармун, скрипка, гитара һәм цитрала уйнарға өйрәнә башлай.
Ғаилә Ҡабан күле буйында сауҙагәр Хөсәйеновтың йортонда йәшәй. Буласаҡ композиторҙың атаһы уның сауҙа предприятиеһында бухгалтер булып эшләй. Шунан ғаилә Ырымбур ҡалаһына күсә, аҙағыраҡ ҡабат Ҡазанға ҡайта.
Ҡазанда Александр Ғәләй исемле күсер менән таныша, ул бик моңло итеп татар халыҡ көйҙәрен йырлап йөрөр була. Музыкаль фольклор менән ҡыҙыҡһыныу һуңыраҡ Александр Ключарёвтың ижадында сағылыш таба. Быға шулай уҡ Ырымбурҙа фольклорсы һәм этнограф А. В. Затаевич менән танышыу ҙа йоғонто яһай[3].
1923 йылда А. Ключарёв Ҡазан музыка техникумының О. Родзевич алып барған фортепиано класына уҡырға инә.
Уҡыуҙы тамамлағас (1926), Мари драма театрында (Йошкар-Ола) музыкаль етәксе булып эшләй.
1928 йылда Ключарёв Мәскәүгә юллана, унда Мәскәү эшсе театрының музыкаль етәксеһе була. Пётр Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында Р. Глиэрҙың композиция класында уҡығандан (1932—1934) һуң, Өфөгә килә, бында Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтының музыкаль секторы мөдире булып эшләй.
1937 йылда Ключарёв Ҡазанға күсә. Татарстан радиокомитетының музыкаль тапшырыуҙар буйынса баш мөхәррире (1937—1938), ТАССР Министрҙар Советы эргәһендәге Сәнғәт эштәре идаралығында музыкаль фольклор кабинеты идарасыһы (1938—1951) булып эшләй.
Бер үк ваҡытта ТАССР Йыр һәм бейеү ансамбленең (1939—1940 һәм 1968—1970) һәм Татар дәүләт филармонияһының (1940—1942; 1951—1953) художество етәксеһе була.
Был осорҙа Ключарёв яҙған музыкаға уның фольклор менән мауығыуы йоғонто яһай. Ул фольклорсы этнографтар менән аралаша, фольклор экспедицияларына сыға. Йошкар-Олала һәм Өфөлә йәшәгәндә мари һәм башҡорт фольклоры менән дә ҡыҙыҡһынған була.
Композитор В. Виноградов һәм шағри М. Садри менән бергәләп Ключарёв татар музыкаль фольклорын йыя, яҙып ала һәм татар халыҡ йырҙарынан ике фундаменталь йыйынтыҡ төҙөй.
1972 йылдың 30 мартында вафат була. Ҡазан ҡалаһындағы Арса зыяратына ерләнә.
А. Ключарёвтың ижады күп төрлө жанрҙарҙы солғай. Халыҡ йырҙарын эшкәртеүҙән башлап балеттар һәм симфониялар яҙыуға тикем шөғөлләнә.
200-ҙән ашыу башҡорт халыҡ йырын яҙып алған. Улар араһында «Бейеш», «Ҡаһым түрә», Сәлимәкәй, «Шафиҡ», «Урал», «Сыбай ҡашҡа» кеүек киң билдәле йырҙар һәм башҡалар бар.
Композиторҙың театр музыкаһы тыңлаусының иғтибарын музыкаль фекерләүҙең образлылығы, асыҡлығы, сағыу милли колориты менән йәлеп итә (Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» пьесаһы, К. Тинчуриндың «Зәңгәр шәл», «Тыуған ил» пьесалары буйынса спектаклдәргә яҙылған музыка һ.б.).
Композитор үҙен айырыуса жанрлы-характерлы пландағы симфоник музыкала күрһәтә. «Башҡорт бейеүҙәре», «Салауат» симфоник поэмаһы, «Урал» музыкаль картинаһы, «Татар сюитаһы» кеүек әҫәрҙәре халыҡ йыры материалына нигеҙләнгән һәм сағыулыҡ, тембр төрлөлөгө, милли колориты менән айырылып тора.
А. Ключарёв ижадында Волга темаһы мәшһүр йылға буйында йәшәгән халыҡтарҙың дуҫлығын сағылдырған образ булараҡ айырым урын биләй. «Волга» лирик-эпик симфонияһы (1955) татар симфонизмының бер осорон билдәләгән әҫәр булып тора, унда тирә-яҡ донъяның күренештәр төрлөлөгө философик ҡараш аша үткәрелә һәм, моңһоулыҡ, лирик уйланыуҙар, дәрт, драматиклыҡ һәм пафос образдары аша бирелеп, симфоник үҫештә барыһы бергә үрелә.
Башҡорт риүәйәттәре һәм әкиәттәре нигеҙендә социаль мотивтар өҫтәп (батша самодержавиеһына ҡаршы көрәш) ижад ителгән «Тау риүәйәте» балетында (А. Ключарёв һәм Р. Хисамов либреттоһы) халыҡ тормошоноң реалистик күренештәре әкиәти-фантастик образдар менән ҡушыла. Башҡорт йырҙарының, бейеүҙәренең һәм инстурменталь көйҙәренең интонациялары һәм ритмдары нигеҙендә композитор колоритлы күмәк сәхнәләр, халыҡ вәкилдәре персонаждарының сағыу музыкаль һүрәтләнешен тыуҙырған. Балеттың фантастик күренештәре буяуҙарға айырыуса бай. А. Ключарёв был әҫәрендә классик балет традицияларын һәм С. Прокофьевтың балет ижады принциптарын тормошҡа ашыра. "Тау риүәйәте"нә музыкаль күренештең симфониялашыу, төп темаларҙың үтәнән-үтә үҫтерелеү тенденцияһы хас. Балет Башҡорт (1951) һәм Татар (1959) опера театрҙарында ҡуйыла һәм ҙур уңыш менән файҙалана.
А. Ключарёв йыр жанры оҫтаһы була. Уның йырҙарына мелодизм, тасуирлылыҡ, яҡты лиризм, тәбиғәт күренештәрен нескә тойоу хас: М. Хөсәйен шиғырҙарына «Идел дулкыннары», «Безнең дуслар», М. Садри шиғырына «Яз җыры» һәм башҡа йырҙар.
«Канатлы яшьлек» тигән йыйынтыҡҡа тупланған һәм 1968 йылда баҫылып сыҡҡан йырҙары өсөн композитор Татарстандың Ғ. Туҡай исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була (1970).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.