Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Урал — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тарихи йыр[1].
«Урал» | |
Йыр Юлай Ғәйнетдинов Абдулла Солтанов, Ишмулла Дильмөхәмәтов, Азат Айытҡолов Мөхәммәт Ҡәҙерғолов Мөхәммәт Түләбаев | |
---|---|
Жанр |
башҡорт халыҡ йыры |
Башҡарыу теле | |
Дауамлығы |
4:15 |
Авторы |
халыҡ |
«Урал» — башҡорт халҡының иң билдәле йырҙарының береһе. Уны 1915 йылда фольклорсы, драматург Мөхәмәтша Буранғоловтың Орск өйәҙе Һабыр ауылы (хәҙер Йылайыр районы) йырсыһы Әфләтүндән һәм 1920 йылда Ырымбур өлкәһенең Верхнеурал өйәҙенең Иҙрис (хәҙер Баймаҡ районы) ауылында йәшәгән Ғәбит сәсәндән яҙып алыуы билдәле.
Легенда буйынса, «Урал» йыры XIV быуаттан билдәле булған. Йырҙа XVI быуатта Ете башҡорт ырыуы берләшмәһенең барлыҡҡа килеүенә бәйле тарихи ваҡиғалар сағылдырылған, уның тәүге «Ете ырыу» исеме шунан алынған. Төбәкте колониялаштырыу осоронда, Төбәк колониялаштырыу дәүерендә, XVII-XVIII башҡорт ихтилалдары осоронда «Урал» йырының төп идеяһы тыуған ерҙе һаҡлау һәм исемдәре билдәле һәм билдәһеҙ батырҙарҙы данлау була, төп лейтмотивы - колониаль һәм социаль иҙеүгә ҡаршы көрәшкә саҡырыу.
Легендаһында боронғо ваҡыттарҙа башҡорттарҙың үҙ-ара татыу йәшәмәгәнлеге, бер-береһенең ерҙәрен баҫып алыуҙары, мал-тыуарҙарын,ҡатын -ҡыҙҙарын алып китеүе һөйләнә. Аҡһаҡалдар, оло йәштәге абруйлы кешеләр бындай йәшәйешкә сик ҡуйырға уйлайҙар. Көньяҡ Уралдың Ҡырҡтытау итәгендә ете башҡорт ырыуы осраша. Улар тыныс тормош урынлаштырып, татыу йәшәргә вәғәҙәләшәләр.
Ошо мөһим ваҡиғаға арнап, Байыҡ Айҙар сәсән «Урал» йырын ижад иткән тигән фараз да бар. Айҙар сәсән ижад иткән варианты ла бар. Тимәк, XVIII быуатҡа йыр Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында ғына түгел, төньяҡ-көнсығышында ла билдәле булыуына нигеҙ бирә.[2] Шулай уҡ «Урал» башҡорт халҡы гимнының авторы билдәһеҙ сәсән булған тигән фекер ҙә бар[3].
«Урал» йыры тәүге тапҡыр композитор Хөсәйен Әхмәтов яҙмаһында «Башҡорт халыҡ йырҙарында» нәшер ителгән. Йырҙың варианттарын С. Ә. Галин, Ф. Х. Камаев, А. С. Ключарёв, Л. Н. Лебединский, Иван Васильевич Салтыков, Р. С. Сөләймәнов яҙып ала. Лирик-эпик йүнәлешле йыр. Йырҙа Урал образы Тыуған илде символлаштыра.
Йыр киң таралған, төрлө исемле варианттары билдәле. «Боронғо Урал», «Иҫке Урал» тигән йырҙарҙың текстары ла төрлө һәм «Урал» (ҡыҫҡа көй) йырҙары һалмаҡ көй һәм оҙон көй стилдәрендә башҡарыла. Көйө киң диапазоны (дуодецима), һалмаҡ темп, мажор-минорлы алмашыныулы пентатоника, ижектәрҙең эсендә бай биҙәкләнеп һуҙып йырланыуы менән айырылып тораЛәлә Аралбаева, журналист, музыка белгесе</ref>.
Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы -
Ата-олатайҙарҙың да төйәге.
Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған
Шунда ята батырҙар һөйәге.
Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың,
Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,
Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.
Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.
Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған
Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.
Урал да ғына Урал, ай, тиһегеҙ,
Урал ғына буйы ҡыҙырым сауҡа икән.
Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,
Күңелдәргә үҙе лә зауҡы икән.
Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
Урал да ғына Урал тип әйтәһеҙ,
Уралығыҙ ҡыҙырым сауҡа икән.
Күрмәгән дә саҡта, ай, зауҡы икән,
Күрҙең иһә күңелдәй ҡайта икән.
Урал да ғына Урал тип әйтәһеҙ,
Уралығыҙ ҡаялы тау икән.
Батшаларға етеп, ай, даулашҡан,
Ҡан-яу һалған Урал да шул микән?
Шылтырап та аҡҡан һыуы буйҙарына
Ырыуҙарын туплап йыйған ул.
1941 йылғы Ватан һуғышы яландарында ла уның тексына яңы өҫтәмәләр индерелә. Шулай итеп, һәр дәүерҙең тарихи ваҡиғалары боронғо ҡомартҡыбыҙҙың моңо менән һуғарыла һәм уның ҡөҙрәтен, хәҡиҡәтте сағылдырған шөһрәтен раҫлай.
Композиторҙар А. Т. Кәримов, Хөсәйен Әхмәтов, Ғ. З. Сөләймәнов «Урал» йырын тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән. Йырҙы Н. Ә. Дауытов - «Халҡым йырҙары» вокаль-симфоник циклында, көйөн З. Ғ. Исмәғилев «Урал илселәре» операһына ике башҡорт халыҡ йырына Увертюраһында, Ключарёв Александр Сергеевич «Урал» музыкаль картинаһында, М. М. Вәлиев симфоник оркестр өсөн «Легенда» әҫәрендә, Х. Ф. Әхмәтов һәм Р. А. Мортазин «Совет Башҡортостаны» документаль фильмында ҡулланған. «Урал» көйө темаһы Фәрит Фәтих улы Иҙрисовтың Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Гимнында ла ҡулланылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.