From Wikipedia, the free encyclopedia
Киләй (рус. Килеево) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Киләй ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 498 кеше[1]. Почта индексы — 452672, ОКАТО коды — 80207828001.
Ауыл | |
Киләй Киләй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Киләй ауылы Сөн ҡушылдығы Урза йылғаһы буйында, район үҙәгенән төньяҡҡараҡ 12 километрҙа, Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 87 километрҙа урынлашҡан[2].
Ауылдан көнсығышҡа табан 1,5 километр алыҫлыҡта Сөн йылғаһының уң яҡ яр буйында тәбиғәт ҡомартҡыһы — Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар урынлашҡан.
Киләй ауылына 1735 йылда Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Һуңғараҡ Киләй ауылында типтәрҙәр, удел крәҫтиәндәре, Ырымбур казак ғәскәре казактары йәшәй башлаған.
1795 йылда 9 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 йылда 144 хужалыҡта 1040 кеше йәшәгән.
Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1861 йылдан сиркәү, 2 һыу тирмәне булған.
Киләй ауылы сиркәүе янында сиркәү-мәхәллә училищеһы эшләгән.
1788 йыл тирәһендә Яңы Киләйгә Демидов заводтарында эшләтеү маҡсатында дәүләт крәҫтиәндәре — Акаев, Ларионов, Коземаслов, Лобанов, Зайцев, Вяткин, Чурбанов, Верховцов, Новиков, Шумбутов, Шулындин, Зарубин, Смирнов, Смородиндарҙың ғаиләләренән 144 ир-ат, 153—ҡатын-ҡыҙ күсерелгән.
1906 йылда сиркәү, земство мәктәбе, һыу тирмәне, тимерлек, шарап һәм бакалея кибеттәре, запас икмәк һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. Күп кеше ылау оҙатыу хеҙмәтен үтәп кәсеп иткән.
Баҡалы районынан һөрөлгән кулактар исемлегендә Коземаслова Мария телгә алына[3][4][5].
Киләй ауылында урыҫтар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 1729 | ||||
1920 йыл 26 август | 2037 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1532 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 850 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 495 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 550 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 498 | 241 | 257 | 48,4 | 51,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Урыҫ милләтле халыҡ йәшәй. Киләй ауылында «Колос» ЯСЙ-тең үҙәк усадьбаһы урынлашҡан. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар[6].
Лошкарёв Геннадий Константинович (01.07.1938, Баҡалы районы, Киләй ауылы-) — Советтар Союзы Геройы. Урыҫ. 1955 йылда 3-сө Баҡалы урта мәктәбен, артабан Төмән хәрби-инженер команда училищеһын (1961), В. В. Куйбышев исемендәге Хәрби-инженер академияһын тамамлаған (1974г.). 1957 йылдан Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт иткән.
«Они вернулись с Победой» белешмә китабында (2 том) һуғышта ҡатнашҡан Коземасловтар билдәләнгән:
.
Тауҙар: Йылғалар, күлдәр:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр, юл:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡылар:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.