Килограмм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Килогра́мм (башҡортса яҙылышы: кг ; халыҡ ара: kg) — ауырлыҡты үлсәү берәмеге, Халыҡ-ара берәмектәр системаһына (СИ) ҡараған төп ете берәмектең береһе.
Ғәмәлдәге килограмм төшөнсәһе Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 3-сө Генераль конференция ҡарары нигеҙендә 1901 йылда ҡабул ителгән һәм түбәндәгесә билдәләнә[1][2]:
Килограмм ауырлыҡ берәмеге була, ауырлығы халыҡ ара килограмм өлгөһөнә тигеҙ.
Халыҡ-ара килограмм өлгөһө (эталон) Париж йәнәшәһендәге Севр ҡалаһында урынлашҡан Халыҡ ара Үлсәм һәм үлсәүҙәр бюроһында һаҡлана. Түңәрәгенең арҡыры оҙонлоғо һәм бейеклеге 39.17 мм булған ағалтын һәм иридий иретмәһенән (90 % ағалтын, 10 % иридия) ҡойолған цилиндр эталон булып тора. Башта килограмм ауырлығы итеп 4 °C температурала һәм диңгеҙ кимәлендәгә үрнәк атмосфера баҫымында булған бер куб дециметр (литр) таҙа һыу билдәләнгән.