From Wikipedia, the free encyclopedia
Кащеева Вера Сергеевна (15 сентябрь 1922 йыл — 20 май 1975 йыл) Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Гвардия уҡсы полкының санитар инструкторы, гвардия өлкән сержанты[1]. Советтар Союзы Геройы (22.02.1944), запастағы гвардия лейтенанты.
Кащеева Вера Сергеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1922 |
Тыуған урыны | Троицкий район[d], Алтайская губерния[d], РСФСР |
Вафат булған көнө | 20 май 1975 (52 йәш) |
Вафат булған урыны | Апшеронск[d], Краснодар крайы, РСФСР, СССР |
Үлем сәбәбе | авария[d] |
Ерләнгән урыны | Апшеронский район[d] |
Һөнәр төрө | табип |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Кащеева Вера Сергеевна Викимилектә |
39-сы гвардия уҡсылар дивизияһынан «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Ҡыҙыл Тәре Халыҡ-ара комитеты наградаһы — Флоренс Найтингейл исемендәге миҙал, менән бүләкләнгән тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Ул миҙал үҙ эшенә айырата тоғро һәм һуғыш осоронда йә тыныс тормошта яралыларға һәм ауырыуҙарға ярҙам иткәндә батырлыҡ күрһәткән шәфҡәт туташтарына бирелә (1973).
Вера Сергеевна Кащеева 1922 йылдың 15 сентябрендә хәҙерге Алтай крайы Түбәнге Троицк районы Петровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Ете класлы мәктәпте тамамлағандан һуң, Барнаул ҡалаһына күсә һәм Меланжевый комбинатта эш башлай. Медицина шәфҡәт туташтары курстарын тамамлай.
Алтайҙа ойошторолған хәрби частарҙың береһе менән Вера Кащеева фронтҡа эләгә. 1942 йылдың мартынан ғәмәлдәге армияла. 1942 йылдың мартынан октябренә тиклем — 310-сы уҡсылар дивизияһының 2-се уҡсылар полкында санитар инструктор.
1942 йылдың октябренән — 39-сы гвардия уҡсылар дивизияһының 120-се уҡсылар полкында санитар инструктор. Санинструктор В. С. Кащеева үҙенең беренсе етди хәрби һынауын боевое крещение 1942 йылда Сталинград.ҡаты алышында үтте. Ул 120-се уҡсылар полкы составында «Ҡыҙыл Октябрь» заводы районында оборона алышында ҡатнаша. Полкка көн һайын дошмандың 20-гә яҡын һөжүмен кире ҡағырға тура килә. Юғалтыуҙар күп була, һәм һәр ваҡыт санинструктор Вера Кащеева алдынғы позицияла була.
В битве за Сталинград боевое крещение получила барнаульская комсомолка санинструктор Вера Кащеева, ставшая впоследствии Героем Советского Союза. Вместе с бойцами своей дивизии, отбивавших до 20 атак противника в день, она сражалась у завода «Красный Октябрь», в его цехах, разрушенных вражеской авиацией и артиллерией.
Сталинград һәм Харьков өсөн һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Ошо хәрби хәрәкәттәрҙә ул яралана, әммә һауыҡҡандан һуң тағы ла фронт һыҙығына ынтыла.
Октябрь айында 3-сө Украин фронты ғәскәрҙәре Днепрға яҡынлаша. В. С. Кащеева хеҙмәт иткән дивизия Днепропетровск районында 25 октябрҙә Днепр йылғаһын аша сыға башлай. Төп ғәскәргә плацдарм тәьмин итеүсе бер десант төркөмө составында Алтай санинструкторы ла була. Ул үҙенең профессиональ бурыстарын ғына башҡарып ҡалмай, разведкаға йөрөү теләген дә белдерә.
Яралы һәм хәлдән яҙған Вера командование өсөн бик мөһим мәғлүмәт табып килтерә, шулар дивизия артиллерияһына дошмандың күпселек ут нөктәләрен баҫтырыу мөмкинлеген бирә. Десантсылар төркөмөнөң 25 яугиренән 5-һе иҫән ҡала, һәм улар араһында В. С. Кащеева ла була. Был һуғыш өсөн ул Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә.
«Кащеева была тяжело ранена, но боевую задачу выполнила и, доложив командиру о противнике и его огневых действиях, истекая кровью, осталась в строю гвардейцев и личным героическим примером воодушевляла на подвиги гвардейцев, которые захватили и удержали важный плацдарм на правом берегу Днепра».
— Из Наградного листа.
1944 йылдың 22 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Кащеева Вера Сергеевнаға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Сәләмәтлек торошо буйынса 1944 йылда армиянан демобилизациялана. Демобилизациянан һуң, медицина хеҙмәтенең кесе лейтенанты дәрәжәһендә Барнаул ҡалаһына ҡайта. 1948 йылда медицина техникумының акушерлыҡ бүлеген тамамлап, медицина шәфҡәт туташы булып эшләй. Кейәүгә сыға. Ире — хәрби — уны Алыҫ Көнсығышҡа, Хабаровск крайына алып китә, унда 1973 йылға тиклем йәшәйҙәр. 1953 йылдан эшләй Йәһүд автономиялы өлкәһендәге.Бира станцияһында ясли мөдире булып эшләй.
1973 йылда ғаиләһе менән даими йәшәү урыны итеп Краснодар крайы Апшеронск ҡалаһына күсә. Вера Сергеевна хеҙмәтен фельдшер вазифаһында дауам итә. Шул уҡ йылда Ҡыҙыл Тәре Халыҡ-ара комитеты уны Флоренс Найтингейл миҙалы менән бүләкләй.
1975 йылдың 20 майында бәләкәй ейәне менән бергә автомобиль һәләкәтендә һәләк булған. Апшеронск ҡала ерләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.