From Wikipedia, the free encyclopedia
Анатолий Евгеньевич Карпов (23 май 1951 йыл) — СССР һәм Рәсәй шахматсыһы һәм сәйәсмәне, шахмат буйынса ун икенсе донъя чемпионы (1975—1985), халыҡ-ара гроссмейстер (1970), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1974). Ир-егеттәр араһында шахмат буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы (1975, 1978, 1981), өс тапҡыр ФИДЕ-ның донъя чемпионы (1993, 1996, 1998), ике тапҡыр СССР йыйылма командаһы составында донъя чемпионы (1989 һәм 1985), СССР йыйылма командаһы составында алты тапҡыр шахмат олимпиадаһы еңеүсеһе (1972, 1974, 1980, 1982, 1986, 1988), өс тапҡыр СССР чемпионы (1976, 1983, 1988), РСФСР чемпионы (1970). Туғыҙ шахмат «Оскары» эйәһе(1973, 1974, 1975, 1976, 1977, 1979, 1980, 1981, 1984). Златоуст (1979)[8] һәм Тула (1998) ҡалаларының почетлы гражданы[9]. Карпов — БДБ сиктәрендә билдәле филателистарҙың береһе.
РФ Дәүләт Думаһының VI[10] һәм VII[11] саҡырылыш депутаты, Думаның халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты ағзаһы, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы.
Биш йәшендә шахмат уйнарға атаһы өйрәтә. Златоуст металлургия заводының Спортпавильонының шахмат секцияһында шөғөлләнә[12]. Беренсе тренеры — Дмитрий Артемьевич Зюляркин (1928—2011), ошо заводта инженер булып эшләй. 9 йәшендә Анатолий беренсе разрядҡа эйә була, 11 йәшендә спорт мастерына кандидатлыҡ нормаларын үтәп, 14 йәшендә СССР-ҙың спорт мастеры була.
Үҫмер йылдарында Анатолий беренсе тапҡыр Мәскәүгә — «Ботвинник мәктәбендә» шөғөлләнергә килә[13].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.