From Wikipedia, the free encyclopedia
Карбышева Елена Дмитриевна (6 июнь 1919 йыл — 7 февраль 2006 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм йәмәғәт эшмәкәре, инженер-подполковник. Советтар Союзы Геройы Д. М. Карбышевтың ҡыҙы.
Карбышева Елена Дмитриевна | |
рус. Елена Дмитриевна Карбышева | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 6 июнь 1919 |
Тыуған урыны | Ульяновск, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 7 февраль 2006 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй |
Атаһы | Карбышев Дмитрий Михайлович |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр, йәмғиәт эшмәкәре |
Уҡыу йорто |
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең Дөйөм ғәскәр академияһы (инженер ғәскәрҙәре) хәрби институты Военный инженерно-технический университет[d] |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тышҡы медиафайлдар | |
---|---|
Елена Дмитриевна Карбышева 1919 йылдың 6 июнендә Симбирскиҙа (хәҙерге Ульяновск) тыуа.
1938 йылдың июнендә Мәскәүҙең 29-сы урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлай. Ошо уҡ йылдың 1 октябрендә В. В. Куйбышев исемендәге Хәрби-инженер академияһына алына. 1940 йылдың 17 авгусынан — Хәрби-диңгеҙ флотының Ҡыҙыл Байраҡлы Юғары инженер-техник училищеһы курсанты (академия факультеты бында күсерелә). Училищеның беренсе ҡатын-ҡыҙ курсанты була[1].
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Елена Ленинградта була. Ҡаланы обороналау осоронда оборона рубеждарын төҙөүҙә ҡатнаша. Һуңынан блокадалы Ленинградтан хәрби училищеның личный составы менән бергә эвакуациялана. 1945 йылдың апрелендә училищены «Яр буйын төҙөү» һөнәре буйынса тамамлай, хәрби хеҙмәтен Поти ҡалаһында Ҡара диңгеҙ флотының хәрби-диңгеҙ базаһында дауам итә. 1963 йылда инженер-майор дәрәжәһен ала, тормош иптәше Семенов Владимир Александрович менән бергә Хәрби-диңгеҙ флотының Генераль штабында инженер булып хеҙмәт итә.
Хәрби хеҙмәттән киткәс, СССР Ҡораллы Көстәре Генштабы ГРУ-һының аналитик бүлегендә эшләй. Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһының төрлө ҡалаларында Йәш карбышевсылар слеттарын ойоштороусы һәм ҡатнашыусы була, патриотик һәм тәрбиә эшендә ҡатнаша.
Ике ул тәрбиәләй: өлкәне — Владимир, ғалим, профессор, техник фәндәр кандидаты; кесеһе — Олег, геолог, Чукоткала, һуңынан Мәскәүҙә ғилми-тикшеренеү институттарының береһендә эшләй.
2006 йылдың 7 февралендә вафат була. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Советы һорауы буйынса, 2006 йылдың 7 майында — совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенең 61 йыллығы алдынан кремациялана һәм ерләнә.[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.