From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәрмөхәмәт (рус. Ермухаметово) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 651 кеше[2]. Ҡандра ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251827002.
Ауыл | |
Ермухаметово башҡ. Йәрмөхәмәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452765 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Йәрмөхәмәт ауылына 1738 йылдың 14 июлендәге «Ҡармасан йылғаһы буйында һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәү өсөн» ҡанлылар тарафынан ҡабул ителгән Йылан улусы Ҡасай ауылы башҡорттары нигеҙ һала. Уны төҙөүҙә Троицк өйәҙе Әйле улусының элекке аҫабалары йыландар менән бергә ҡатнаша. Аҫабалар ауыл халҡының күпселек өлөшөн тәшкил итә. Беренсе күскенсе хөрмәтенә аталған.
1795 йылда 31 ихатала 245 кеше, 1834 йылда 43 ихатала 499 кеше, 1859 йылда 102 ихатала 787 башҡорт, 1870 йылда 143 ихатала 891 башҡорт, 1895 йылда 217 ихатала 1257 кеше, 1905 йылда 243 ихатала 1480 кеше һәм 1920 йылда 349 ихатала 1574 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, мәктәп, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, 2 тирмән, бакаля кибте, мөгәзәй теркәлгән.
1895—1905 йылдарҙа сығанаҡтарҙа милли билдә юҡ, 1920 йылда бөтә халыҡ — типтәр. Әммә бында ла алдағы ауыл тураһында әйтелгән күренеш күҙәтелә. Эш шунда: XVIII быуаттың 30-сы йылдарында ҡанлыларҙың керҙәштәре булып киткән башҡорттар буласаҡ Троицк өйәҙенең Әйле улусынан сыҡҡан башҡорттар. Шулай итеп, Йәрмөхәмәт ауылы халҡы — элекке аҫаба-әйлеләр.
1838 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1777 йылда тыуған, 11-се башҡорт полкы составында һуғышҡан зауряд-есаул Йосопов Иманғол Илек улы тере була. Уның улдары Абдулгәрәй (17 йәш), Арыҫлангәрәй (5), Сәйетгәрей (4), Яҡуп (1).
1843 йылда 499 башҡорт 472 бот ужым һәм 2328 бот яҙғы иген сәсә[3].
Ауылда башҡорттар йәшәй. Халыҡ «Йәрмөхәмәт» ауыл хужалығы предприятиеһында эшләй. Икмәкхана, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҫәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1574 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1431 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 943 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 764 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 709 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 651 | 328 | 323 | 50,4 | 49,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләт башҡорттар (79 %)[4].
Оло Нөгөш йылғаһы (Өҫән йылғаһы бассйны) буйында урынлашҡан.
Алыҫлығы:[5]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.