Йышлыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йышлыҡ — периодик барыштың характеристикаһы, ваҡыт берәмеге эсендә ваҡиға, йәки барыштарҙың ҡабатланыу, йәки хасил булыу һанының физик(матди) дәүмәле. Ваҡиғаның (барыштың) ҡабатланыу, йәки барлыҡҡа килеү дәүмәлен (һанын) улар барған ваҡыт һанына бүлеп иҫәпләнә[6]. Формулаларҙа стандарт билдәләнеше — ν, f йәки F. Йышлыҡ тирбәлеү периодына тиҫкәре пропорциональ: ν = 1/T.
Йышлыҡ | |
Үлсәме | |
---|---|
Закон йәки теорема формулаһы | [1][2] |
Обозначение в формуле | һәм |
Дәүмәл символы (LaTeX) | [2], [2] һәм |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Рекомендуемая единица измерения | герц[d][2][3][4] һәм секунда в минус первой степени[d][5][2] |
Йышлыҡ Викимилектә |
Халыҡ-ара берәмектәр системаһы буйынса (Международной системе единиц (СИ)) йышлыҡ үлсәү дәүмәле — герц (русса билдә: Гц; халыҡ-ара: Hz) немец физигы Генрих Герц хөрмәтенә бирелгән.
Йышлыҡ | 1 мГц (10−3 Гц) | 1 Гц (100 Гц) | 1 кГц (103 Гц) | 1 МГц (106 Гц) | 1 ГГц (109 Гц) | 1 ТГц (1012 Гц) |
---|---|---|---|---|---|---|
Период | 1 кс (103 с) | 1 с (100 с) | 1 мс (10−3 с) | 1 мкс (10−6 с) | 1 нс (10−9 с) | 1 пс (10−12 с) |
Йышлыҡ ваҡыт кеүек иң теүәл үлсәнә торған физик(матди) дәүмәлдәрҙең береһе:10−17 — сағыштырма теүәллегенә тиклем[7].
Тәбиғәттә ~10−16 Гц йышлыҡлы периодик барыштарҙан башлап (Ҡояштың Галактика үҙәге тирәләй әйләнеү йышлығы), ~1035 Гц тиклем (иң юғары ғәйрәтле йыһан нурҙарына хас ҡыр тирбәлеүҙәре йышлығы).