ЙХЛ беренселеге 2015/2016 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
ЙХЛ беренселеге 2015/2016 йылдар миҙгелендә — Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенең бишенсе миҙгеле. Беренселек 2015 йылдың 11 сентябрендә Силәбелә «Мечел» һәм «Батыр» командалары уйындары менән башлана. Силәбе командаһы 6:3 иҫәбе менән еңеү яулай[1].
Ҡыҫҡа факттар Башлана, Тамамлана ...
Башлана | 11 сентябрь 2015 |
---|---|
Тамамлана | 18 апрель 2016 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 484 |
Бомбардир | Анатолий Наговицын (58) |
Иң мәргән уйынсы (голдар һаны) | Алексей Нечкин (27) |
Плей-офф | |
Региондар кубогын еңеүсе | «Горняк» (Учалы) |
Финалист | «Россошь» (Россошь) |
Серияла иҫәп | 3 : 0 |
Плей-офф MVP | Дмитрий Антонов |
ЙХЛ миҙгелдәре | |
←2014/15 | 2016/2017→ |
Ябырға
Региондар кубогы өсөн финалда үткән миҙгелдәге кеүек командылар осрашты. Кубокты һәм алтын миҙалдарҙы «Горняк» еңә. Учалы хоккейсылары финалда серияла 3:0 иҫәбе менән «Россошь» хоккейсыларын еңәләр[2]. Бронза миҙалдары «Локо-Юниор» уйынсыларына эләгә[3].
Был Йәштәр хоккей лигаһы үткәргән һуңғы миҙгел. 2016/17 йылдар миҙгеленән башлап ЙХЛ беренселеген үткәреү хоҡуҡтары Рәсәй хоккей федерацияһына күсә һәм был лига урынына Милли йәштәр хоккей лигаһы килә.