Индеецтарҙың Ҡояш бейеүе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡояш бейеүе — (ингл. Sun Dance) Төньяҡ Америка индеецтарының, беренсе сиратта Бөйөк тигеҙлек индеецтары өсөн, иң мөһим дини тантанаһы. Шулай уҡ Medicine Lodge церемонияһы тип атала. Айырым күсенеп йөрөгән ҡәбиләләр төркөмдәре йоланы башҡарыу өсөн бергә йыйылған. Ҡояш бейеүенең килеп сығышы бөтөнләй асыҡ түгел. Ун туғыҙынсы аҙағына тантана Саскачевандағы (Канада) тигеҙлектәге оджибваларҙан алып Техастағы (Америка Ҡушма Штаттары) кайоваларға тиклем тигеҙлектең күпселек индеец ҡәбиләләре араһында ҙур булмаған вариациялар менән тарала[1].
Ҡағиҙә булараҡ, Ҡояш бейеүе һәр ҡәбилә тарафынан йылына бер тапҡыр яҙ аҙағында йәки йәй башында үткәрелә. Был ваҡытта бизондар Бөйөк тигеҙлектәрҙең оҙон ҡышынан һуң көтөүлеккә йыйыла — был тантанаға килгән йөҙәрләгән кешене ашатырға мөмкинлек биргән[1]. Һәр ҡәбиләнең үҙ тәжрибәһе һәм тантаналы йолалары булған. Һәр ҡәбиләнең үҙ тәжрибәһе һәм тантаналы йолалары була, әммә күп кенә вариацияларҙың бер төрлө элементтары бар: быуындар аша тапшырылған бейеүҙәр, туған телдәрҙәге йырҙар, доғалар, ризыҡланыу әҙәбе. Бөйөк рухҡа ҡорбан килтереү маҡсатында, Ҡояш бейеүенең ҡайһы бер версияларында күкрәк, ҡул һәм арҡа тиреһен киҫкәндәр, уларға махсус сәнскеләр беркетелгән, һуңынан шуның осона ҡайыш бәйләнгән һәм бағанаға — «тормош ағасына» беркетелгән, был Аллаһы тәғәлә менән тура бәйләнеште аңлатҡан.