From Wikipedia, the free encyclopedia
Ибрай (рус. Ибраево) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 241 кеше[3]. Почта индексы — 452136, ОКАТО коды — 80202819003.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 97 % тәшкил итә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1795 йыл | 153 | ||||
1865 йыл | 519 | ||||
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 603 | ||||
1920 йыл 26 август | 708 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 547 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 466 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 250 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 288 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 241 | 123 | 118 | 51,0 | 49,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ибрай ауылы — Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерендә керҙәш бөрйән башҡорттары торамаһы. Улар Дүртөйлө ауылынан (хәҙерге Дәүләкән районы) подпоручик Әбдей Йомағоловты туғандары менән бергә «1790 һәм 1791 йылдарҙа оброктан килешеү буйынса йылына 40 һәм 50 һумлыҡ түләү менән» яйыҡ-ҫыбы меңдәрҙе индерә.
Унда поручик (1807 йылдан) йәшәй. Әбдей Йомағолов (1762—1818), ул Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙендә урынлашҡан 12-се Башҡорт кантонын етәкләй. VII ревизияла уның 4 ҡатыны (39, 40, 30, 36 йәш) булған. Уның улдары Хәсән (улы Дәүләтша), Әҙил (улы Котлобирҙе), Исхаҡ (улы Садиҡ), Исмәғил, Иҙрис, Йосоп, Ибраһим, Әхмәт, Ҡыҙрас, Мөхәмәтғәле, Көнәфиә, Яҡуп, Ибниәмин, Айса, Мөхәмәтәмин.
Бында тәүге төпләнеүсе Ибрайҙың улы Иҫәнбай Ибраев (1729—1813), уның улы Ҡалмаҡ (уның улы Ғилембирҙе) йәшәгән.
1795 йылда 153 башҡорт (29 йорт), 1816 йылда — 222 (41 йорт), 1834 йылда — 354 (36 йорт), 1859 йылда — 498 (92 йорт), 1870 йылда — 499 (92), 1917 йылда — 752 (153 йорт), 1920 йылда — 708 (145 йорт).
Был ауылда йәшәүсе зауряд-сотник Теләүкәй Килмөхәмәтов 1812 йылда 12-се башҡорт полкы составында француз илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша. Ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән.
1843 йылда 354 кешегә 1090 бот яҙғы иген сәселгән. 1917 йылда 153 йортҡа 612 тиҫтә һөрөлгән ер тура килгән. 86 йорттоң — 4 дисәтинәгә, 35-енең — 10-ға, 5-енең — 15, 7-һенең 15-тән ашыу дисәтинәгә тиклем һөрөнтө ерҙәре булған. 20 йорт хужаһы игенселек менән шөғөлләнмәгән. 19 быуат аҙағында тиклем йәйләүгә сығалар[6].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.