From Wikipedia, the free encyclopedia
Дүртөйлө (рус. Дюртюли) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 317 кеше[2]. Почта индексы — 453402, ОКАТО коды — 80222828001.
Ауыл | |
Дүртөйлө башҡ. Дюртюли | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән |
1695 |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453402 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 317 | 146 | 171 | 46,1 | 53,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡҡа табан 14 саҡрым алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. 1865 йылға тиклем Яйыҡ-Ҫыбы-Мең, 1865—1926 йылдарҙа Әлшәй районы,1926-1930 йылдарҙа Дәүләкән улусында, 1930 йылдан Дәүләкән районында.1919-1923 Дүртөйлө ауыл Советы, 1926 йылдан Көрмәнкәй ауыл Советы составында.1870 йылда советник Александр Фёдорович Раёв Бәләбәй өйәҙе Дүртөйлө участкаһынан 1298 дисәтинә ер алғаны теркәлгән. Ауылға 1735 йылға тиклем Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һала. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1695 йылдан документтарҙа күренә. 1795 йылда 15 йортта яһаҡлы татарҙар менән бергә 70 кеше йәшәгән, 1865 йылда 65 йортта — 343 кеше. Малсылыҡҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда 4 һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. Совет осоронда ауыл халҡы «Башкурдистан», Салауат исемендәге колхозда эшләй. Халҡы: 1906 йылда — 369 кеше; 1920 йылда — 460 кеше; 1939 йылда — 387 кеше; 1959 йылда — 371 кеше; 1989 йылда — 323 кеше; 2002 йылда — 308 кеше; 2010 йылда — 317 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дәүләкән гимназияһы № 3 филиалы), мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[3][4].
Исемдәре:[5]
Дим урамы (рус. Дёмская (улица))
Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
Ярыштау урамы (рус. Ярыштау (улица))
Ауылдан 1,5 саҡрым алыҫлыҡта Бура мәҙәниәтенә ҡараған Дүртөйлө ҡурғандары урынлашҡан.
Сәхәбә ерләнгән тау.
Ауыл эргәһендәге тауҙа Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең илсеһе, сәхәбә Усман Ярыштауҙа ерләнеүе тураһында халыҡ электән белгән. Был хаҡта Дәүләкәндең тарихты һәм туған яҡты өйрәнеү музейында ла мәғлүмәттәр һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем сәхәбә ерләнгән урында кәшәнә лә торған, әммә совет власы нығынған һайын дини йолалар менән бергә ҡоролмалар ҙа юҡҡа сығарылған. Оҙаҡ йылдар Ярыштау башында ҡәберҙең урыны ғына беленеп торған. 2014 йылда ҡәберлеге кәртәләп алына һәм таҡтаташ ҡуйыла.[6] |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.