From Wikipedia, the free encyclopedia
Зәйет (рус. Заитово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 178 кеше[1]. Почта индексы — 453484, ОКАТО коды — 80205849003.
Ауыл | |
Зәйет Зәйет | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Община |
Төрәпә |
Координаталар | |
Милли состав |
татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мишәр ауылы Зәйет 1634 йылда Бишауыл-Табын улусы аҫабалары менән керҙәшлек килешеүе буйынса барлыҡҡа килә. VIII рәүиз буйынса мишәрҙәр 53 кеше иҫәпләнә. Шул уҡ шарттарҙа XVIII быуат аҙағында типтәрҙәр ҙә күсеп ултыра. 1783 йылғы IV ревизия рәүиз типтәрҙәрҙән егерме кешене асыҡлай[2].
1865 йылда Зәйеттә (Күҙйылғала) 41 йортта 231 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, урман кәсебе менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған.
1906 йылда мәсет, 2 тирмән, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 178 | 85 | 93 | 47,8 | 52,2 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (42 % %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Күҙйылға йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.