1945 йылдың 1 майында Берлин ҡалаһында рейхстаг ҡыйығына ҡаҙалған штурм флагы From Wikipedia, the free encyclopedia
Еңеү Байрағы —1945 йылдың 1 майында Берлин ҡалаһында рейхстаг бинаһы[1] ҡыйығына Ҡыҙыл Армия яугирҙәре Алексей Берест[2][3], Михаил Егоров һәм Мелитон Кантария ҡаҙаған 150-се [[:ru:150-я стрелковая дивизия (3-го формирования)|II дәрәжә Кутузов орденлы Идрицк уҡсылар дивизияһының штурм флагы.
Еңеү Байрағы | |
Нигеҙләү датаһы | 1 май 1945 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Юрисдикция таралышы | 150-я мотострелковая дивизия[d] |
Төп тема | Штурм Рейхстага[d] |
Надпись | 150 стр. ордена Кутузова II ст. идрицк. див. 79 С. К. 3 У. А. 1 Б. Ф. |
Еңеү Байрағы Викимилектә |
Рәсәй ҡануниәте «Еңеү байрағы булып рәсми 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының һәм уның Ҡораллы Көстәренең фашистик Германияны еңеү символы, Рәсәйҙең дәүләт реликвияһы булып тора» һәм «уны тәьмин итеү шарттарында мәңгелек һаҡлау һәм күҙәтеү уңайлығы булдырыуҙы» раҫлаған[1]. Шулай уҡ Еңеү байрағы Белоруссияла Еңеүҙең рәсми еңеү символы булып тора (1996 йылдан)[4] һәм танылмаған Днестр буйы молдова Республикаһының (2009 йылдан)[5], Донецк Халыҡ Республикаһының һәм Луганск Халыҡ Республикаһының рәсми символы булып тора.
Еңеү Байрағы тышҡы ҡиәфәте буйынса — уң яҡ битендә өҫтә һабы янында көмөш биш осло йондоҙ, ураҡ менән сүкеш һүрәтләнгән, туҡыманың ҡалған өлөшөндә дүрт юлға аҡ хәрефтәр менән: «II дәрәжә Кутузов орденлы 150-се идрицк уҡсылар див. 79 С. К. 3 У. А. 1 Б. Ф.» (II дәрәжә Кутузов орденлы 150-се идрицк уҡсылар дивизияһы 79-сы уҡсылар корпусы 3-сө удар армияһы 1-се Белоруссия фронты) яҙылған дәүмәле 82 х 188 дүрткел бер ҡаттан торған ҡыҙыл хәрби-ялан шарттарында импровизацияланған СССР-ҙың Дәүләт флагы[6], флагтың кире яғында һабы янындағы түбәнге мөйөшөндә — «№ 5» тигән[7] яҙыу бар.
2 июля 1945 г.
I Белорус фронты ғәскәрҙәре командующийы маршал Советтар Союзы маршалы иптәш Жуков 3-сө удар армия ғәскәрҙәренә алға ҡыҙыу ынтылып, Берлинға барып инергә, ҡаланың үҙәк районын һәм рейхстагты яуларға һәм уның ҡыйығына Еңеү Байрағын элергә. <…>
1945 йылдың 21 апрелендә армия ғәскәрҙәре, ҡалаға килеп ингән ерҙәрҙәге һуғыштарҙа дошманды ҡыйратып, сәғәт 6:00 беренсе булып Берлинға баҫып инделәр. Генерал-майор Семён Никифорович Перевёрткиндың 79-сы уҡсылар корпусы соединениелары, һөжүмде тиҙләтеп, ныҡышмалы урам һуғыштары менән ҡала үҙәгенә яҡынлашты. <…>
Ҡаланың үҙәк өлөшөн, Моабитты, яулап алып, 3-сө удар армия ғәскәрҙәре 1945 й. 29 апреле ахырына рейхстаг районына үтеп инде.
30 апрелдә таң атыу менән рейхстагты дөйөм штурмлау башланды. Байраҡ 150-се уҡсылар дивизияһының беренсе эшелонында рейхстагҡа һөжүм итеүсе полковник Фёдор Матвеевич Зинченконың 756-сы уҡсылар полкына тапшырылды, ә полкта — капитан Неустроев батальоны составындағы өлкән сержант Сьянов ротаһында. <…>
1945 йылдың 30 апрелендә 14:25 сәғәттә өлкән сержант Сьянов ротаһы яугирҙәре һуғыша-һуғыша баҫҡыс буйлап бина ҡыйығына үтеп инде һәм рейхстаг көмбәҙенә барып етте. Ҡыйыу яугирҙәр коммунист лейтенант Берест, комсомолец ҡыҙылармеец Егоров һәм партияһыҙ кесе сержант Кантария байраҡты урынлаштырҙы, герман парламенты бинаһы өҫтөндә Советтар Союзының ғорур флагы — беҙҙең бөйөк еңеү билдәһе елберләне.
Берлин өҫтөндә Еңеү Байрағын елберләтеү тарихи мәле 1945 йылдың 30 апрелендә I Белорус фронты ғәскәрҙәре командующийы Советтар Союзы маршалы иптәш Жуковтың 6-сы һанлы бойороғо менән билдәләнде. <…>
Рейхстаг ҡыйығына ҡаҙалған пуляларҙан тишелеп һәм көйҙөрөлөп бөткән Байраҡ емертелгән Берлин өҫтөндә еңеүле елберләп торҙо. <…>
3-сө удар армияһы ғәскәрҙәре командующийы Советтар Союзы Геройы генерал-полковник Кузнецов
3-сө удар армияһының Хәрби совет ағзаһы генерал-майор Литвинов
Штурм (һөжүм) флагтарын ҡаҙау традицияһы Ҡыҙыл Армияла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тораҡ пункттарҙы азат итеү хәрәкәттәре барышында
1944 йылдың 6 октябрендә СССР-ҙың Дәүләт оборона комитеты рәйесе, СССР Ҡораллы Көстәр Юғары Баш командующийы И. В. Сталин Мәскәү советының Октябрь революцияһының 27 йыллығына арналған тантаналы ултырышында еңеү байрағын ҡаҙау идеяһы менән сығыш яһаны[10]:
«Совет халҡы һәм Ҡыҙыл Армия Ватан һуғышы барышында беҙҙең алдыбыҙға баҫҡан бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашыра… Бөгөндән һәм һәр саҡ беҙҙең ерҙәребеҙ гитлер ененән таҙарыныр, һәм хәҙер Ҡыҙыл Армияның һуңғы, йомғаҡлау миссияһы: беҙҙең союздаш армиялар менән бергә немец-фашист армияһын тар-мар итеүҙе ахырына еткерергә, фашист йыртҡысын үҙ өңөндә дөмөктөрөргә һәм Берлинда Еңеү Байрағын ҡаҙарға».
Тиҙҙән 7-се Мәскәү тегелгән-сигелгән эшләнмәләр фабрикаһында ҡыҙыл бәрхәттән флаг эшләнә; уның ситтәренә матур орнаменттар сиктеләр, туҡыма үҙәгенә СССР-ҙың ҙур гербын урынлаштырҙылар, герб өҫтөндә — "Еңеү"ордены, ә аҫта — яҙыу: «Беҙҙең эшебеҙ уң — беҙ еңдек». Әммә Еңеү Байрағы сифатында ҡаҙалырға тейешле был флаг ғәскәрҙәргә ебәрелмәй; Мәскәүҙә ҡала.[11][~ 1].
1945 йылдың 9 апрелендә ҡала Ландсберг ҡалаһы районында 1-се Белоруссия фронтының сәйәси бүлек начальниктары кәңәшмәһендә Берлинға һөжүм итеүсе һәр армияла Рейхстаг өҫтөндә ҡаҙарға мөмкин булырлыҡ ҡыҙыл флагтар әҙерләү тураһында күрһәтмәләр бирелгән .[10]
1945 йылдың апрель айында Берлиндың үҙәгенә бәреп кергән 1-се Белоруссия фронты 3-сө удар армияһы командующийы генерал-полковник В. И. Кузнецов бойороғо буйынса ябай ҡыҙыл материалдан 9 штурм байрағы (армия составына ингән дивизиялар һаны буйынса) әҙерләнә.Флагтар СССР дәүләт флагы өлгөһө буйынса Ҡыҙыл Армияның армия йорто начальнигы майор Н. Г. Голиков етәкселегендә етештерелә. Байраҡты Берлин кибеттәренең береһенән алынған немец материалынан тегәләр[12]. Йондоҙ, ураҡ менән сүкеште рәссам Василий Бунтов трафареттар ярҙамында төшөргән.[13] Киномеханик, өлкән сержант А. Т. Габов, таҡтаны өлөштәргә бысып, штурм флагтарына һаптар эшләгән .[9] 22 апрелгә ҡарата төндә штурм флагтары Хәрби совет исеменән 3-сө удар армияның уҡсылар дивизияһы вәкилдәренә тапшырыла. Улар араһында штурм флагы тип танылған 5-се һанлы Еңеү Байрағы ла була.
3-сө удар армияның сәйәси бүлек начальнигы Ф. Я Лисицын был турала ошолай һөйләне: «Берлин операцияһы башланғанға тиклем үк беҙ ҡайһы бер күршеләребеҙҙең Рейхстаг ҡыйығына ҡаҙар өсөн байраҡ әҙерләргә ҡушҡанын белдек <…>. Мин бер түгел, ә туғыҙ байраҡ — беҙҙең армияның уҡсылар дивизияһы һаны буйынса эшләргә тәҡдим иттем. Хәрби совет тәҡдимде хупланы. Мин Ҡыҙыл Армия йорто начальнигы Г. Голиковты саҡырттым: беҙгә буласаҡ Еңеү байраҡтарын тегеү хөрмәте тейҙе. Арттырып ебәрмәй генә: илдең Дәүләт флагының ҙурлығын һәм формаһын һаҡлап ябай ҡыҙыл сепрәктән кумач теккәндәр… Ҡатын-ҡыҙҙар ҡайсы, энә менән еп алды һәм киҫтеләр, тектеләр. Күҙ йәштәрен йәшерә алманы. Был ваҡытта беҙҙең күптәребеҙ кешелекһеҙ һуғыштың ахыры яҡын икәнен аңлай инек. Рәссам В. Бунтов өҫкө һул мөйөшөнә, һабы янына, ураҡ менән сүкеш һәм йондоҙ төшөрҙө. Киномеханик С. Габов һаптарын (башлыса, тәҙрә пәрҙәһе кәрнизенән) эшләне һәм уларға туҡымаларҙы беректерҙе»[14].
Һуғыш осоронда, Еңеү байрағы булырлыҡ итеп, ниндәй байраҡ ҡаҙалыры билдәләнмәгән була. итеү етәкселегендәге 1-се Белоруссия фронты командованиеһының Берлинда еңеү байрағы ҡаҙап ҡуйырлыҡ төп объект тураһындағы мөрәжәғәтенә Сталин Рейхстагты күрһәтә[9].
29 апрелдә Рейхстаг районында аяуһыҙ алыштар башлана. Дошмандың меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәре обороналаған бинаға һөжүм итеү 30 апрелдә 171-се уҡсылар дивизияһы (полковник А. И. Негода командалығы аҫтында) һәм 150-се уҡсылар дивизияһы (генерал-майор Шатилов В. М. командалығы аҫтында) көстәре менән башланды. Иртән башланған тәүге һөжүм һаҡланыусыларҙың көслө уты менән кире ҡағылды. Көслө артиллерия әҙерлегенән һуң 13:30 сәғәттә
1945 йылдың 30 апрелендә сит илдәрҙә лә ишетелгән Бөтә союз радиоһы 14 сәғәт 25 минутта Рейхстаг өҫтөнә Еңеү Байрағын ҡаҙанылар тигән ысынбарлыҡҡа тап килмәгән яңылыҡ хәбәр итә[10]. Рейхстагты штурмлауҙа ҡатнашҡан частар командирҙарының белдереүҙәре бының нигеҙе булып торған. 150-се уҡсылар дивизияһы штаб начальнигы полковник Н. Дьячковтың 79-сы уҡсылар корпусы штаб начальнигына 30 апрелдә яҙған донесениеһында күрһәтелә: «14.25 30.4.45 й., рейхстаг бинаһының төньяҡ-көнбайыштағы кварталында дошман ҡаршылығын һындырып, 1 сб 756 сп и 1 сб 674 сп рейхстаг бинаһын яулағанын һәм көньяғына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙағанын еткерәм…». Ысынбарлыҡта был ваҡытта совет ғәскәрҙәре Рейхстагты тулыһынса яулап өлгөрмәгән була, айырым төркөмдәр генә уның эсенә үтеп ингән була. Оҙаҡ ваҡыт дауамында был хәбәр арҡаһында Еңеү Байрағын ҡаҙау тарихы әҙәбиәттә боҙоп күрһәтелә . А. Садчиков билдәләүенсә, "был радиохәбәрҙең барлыҡҡа килеүе бөтөнләй идеологик йәки сәйәси мотивтары менән аңлатылмай. Шул уҡ 150-се уҡсылар дивизияһы командованиеһы, "уңыш"ы тураһында хәбәр итеп, хата яһай. Хәрби етәкселәр ситуацияны асыҡлай башлай, әммә үҙгәртеү мөмкин булмай. Яңылыҡ үҙ тормошо менән йәшәй башлай". 756-сы уҡсылар полкы командиры Советтар Союзы Геройы Ф. М. Зинченко үҙенең хәтирәләрендә[15]: «Бөтә ғәйеп тикшерелмәгән ашығыс белдереүҙәрҙә. Рейхстаг алдында ятыусы подразделениелар яугирҙәре, бер нисә тапҡыр атакаға күтәрелеп, дөбөр-шатыр шартлау эсенән яңғыҙ һәм төркөм менән алға үтергә тырышты. Ҡайһы бер командирҙар ға, уларҙың яугирҙәре, әгәр етә алмаһа, хәҙер етә һәм маҡсатына өлгәшә кеүек тойолдо».
Рейхстагҡа фәҡәт өсөнсө һөжүм генә уңышҡа өлгәшкән. Бинала һуғыш төнгә яҡын кискә тиклем дауам итә. Һуғыш һөҙөмтәһендә бинаның бер өлөшө совет ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған, Рейхстагтың төрлө урындарында бер нисә ҡыҙыл байраҡ ҡаҙала (полк һәм дивизиондан алып ҡулдан эшләнгәненә тиклем[16]), һәм Рейхстаг түбәһенә ҡыҙыл байраҡ ҡаҙау мөмкинлеге барлыҡҡа килгән.
Рейхстаг түбәһенә ҡаҙауға тәғәйенләнгән 1-се Белоруссия фронты, 3-сө удар армияһы 150-се уҡсы дивизияһы штурм байрағы рейхстаг ҡыйығына 30 апрелдә 22 сәғәттә («берлин» ваҡыты буйынса[~ 2]; 1 майҙа мәскәү ваҡыты менән[~ 3]) ҡуйыла. Рейхстаг бинаһы ҡыйығында урынлаштырылған байраҡтар араһында иҫәп буйынса дүртенсе була. Тәүге өс байраҡ рейхстаг ҡыйығын төнгө алыҫҡа атыусы немец артиллерияһы һөжүме һөҙөмтәһендә юҡ ителә. Артиллерия атышы һөҙөмтәһендә шулай уҡ рейхстагтың быяла көмбәҙе емерелә, фәҡәт каркасы ғына тороп ҡала. Әммә дошман артиллерияһы Берест, Егоров һәм Кантария көнсығыш ҡыйығына беркеткән байраҡты юҡ итә алмай[12].
Рейхстагты штурмлаған батальон командиры С. А. Неустроев, Еңеү Байрағын рейхстаг ҡыйығына беркеткәндәрен һүрәтләгән мемуарында яҙа, полк командиры полковник Зинченко тип бойора. М. Егоров һәм М. Кантарияға штурм флагын Рейхстаг ҡыйығының иң юғары урынына кисектермәй беркетеп ҡуйырға бойора. Батальон замполиты лейтенант А. Берестҡа флаг ҡуйыу буйынса хәрби бурысын үтәргә ҡуша; ҡыйыҡҡа алып барған юлды И. Я Сьянов ротаһы автоматсылары «таҙартты». Башта Байраҡ Рейхстагтың төп инеү ишеге фронтонына — бинаның көнсығыш өлөшөнә — Вильгельм I ат скульптураһына ҡайыштар менән беркетелгән була[17].
Егоров менән Кантария Байраҡты Рейхстаг көмбәҙенә 2 май[9] көнөнөң икенсе яртыһында ғына күсереп ҡуя. Ф. М. Зинченко былай тип хәтерләй:
«Егоров һәм Кантарияны саҡырттым, һәм беҙ юғарыға күтәрелдек… Ҡыйыҡҡа менеү менән, минең алдымда Берлиндың һәйбәт үк киң панорамаһы асылды. Яйлап ҡына көмбәҙҙе уратып үттек һәм көнсығыш яҡта (йәғни түр инеү өлөшөнә ҡарата артта) снаряд шарталауы һөҙөмтәһендә үргә илтеүсе баҫҡыстың селпәрәмә килгәнен асыҡланыҡ. — Шунан, ҡәҙерле иптәштәр, — тип өндәштем мин юлдаштарыма. — Утыҙынсы апрелдә һеҙ минең бойороҡто тулыһынса үтәй алманығыҙ. Байраҡты көмбәҙенә беркетмәнегеҙ. Атҡарып ҡуйығыҙ!… — Есть, иптәш полковник, бойороҡто үтәргә, — тип дәртле яуапланы Егоров һәм Кантария. Һәм бер нисә минуттан Байраҡ көмбәҙ өҫтөндә елберләй ине…»
Шундай бейеклектә емерелгән баҫҡыстар һәм металл переплёт буйынса күтәрелеү (быяла ҡырылғайны) хәүефле булды. Бер ваҡыт Егоров саҡ ысҡынып китмәне: нимәгәлер эләккән һалдат һырмаһы ҡотҡарҙы…
«Еңеү Байрағы» документаль фильмында полковник Ф. М. Зинченко хәтерләй: «Мин Егоров менән Кантарияны тәҙрәгә саҡырҙым. Көмбәҙҙе күрәһегеҙме? Бына шунда беркетелергә тейеш байраҡ». С. А. Неустроев өҫтәп: «Ышаныслы булһын өсөн, Бересты ебәрергә ҡарар иттек. Ул мотлаҡ барып етер — ҡеүәтле, көслө, ихтыярлы. Егоров һәм Кантария менән бер хәл була ҡалһа, ул барып етер». Фильмды төшөрөүҙә ҡатнашҡан Кантария иҫтәлектәренән: «Беҙгә: „Байраҡты колоннаға беркетегеҙ,— тип әйттеләр. Күпмелер ваҡыт үтеүгә башҡа бурыс ҡуйҙылар. — Берестҡа, миңә һәм Егоровҡа рейхстаг көмбәҙенә барып етергә. Берестың бурысы — Егоров менән Кантарияны һаҡлау. Беҙ ҡыйыҡҡа мендек. Байраҡты барыһына ла күрһәттеләр“[18].
Әммә Байраҡты рейхстаг көмбәҙенә күсереү сәбәбен штурмлауҙа ҡатнашҡан С. А. Неустроев хәтерләй: »756-сы полк командиры Зинченконың ҡысҡырғанын иҫләйем: «Байраҡ ҡайҙа? Ул колоннала булырға тейеш түгел. Юғарыға, рейхстаг ҡыйығына ҡуйырға кәрәк! Барыһы ла күрһен!» Бер ни тиклем ваҡыттан һуң яугирҙәр кәйефһеҙләнеп кире әйләнделәр — ҡараңғы, фонарик юҡ, ҡыйыҡҡа сығыу юлын таба алманыҡ. Зинченконың тәүфиҡһыҙ әрләшкәненән стеналар артатыштағы кеүек ҡалтырай. Сәғәттән артыҡ ваҡыт үтте. Береһе лә тере түгелдер, тип уйлағайныҡ. Һәм шунда күрәбеҙ: рейхстагтың быяла көмбәҙе фонында өс кеше бейей. Әлбиттә, был ҡыуаныстан түгел. Әгәр хәрәкәтләнһәң, пулялар аҫтына эләгеү ихтималлығы аҙ. Бары шул ғына "[18].
Союздаштар менән килешеүгә ярашлы, рейхстаг урынлашҡан Берлин районы Бөйөк Британияның оккупация зонаһына эләгә. Шуға бәйле, тиҙҙән 3-сө удар армияһы берләшмәләренең дислокацияһын үҙгәртеү менән, Еңеү Байрағы рейхстаг көмбәҙенән алына. Уның урынына икенсе ҙур ҡыҙыл байраҡ ҡуйыла. 150-се уҡсылар дивизияһының сәйәси бүлек политотдел начальнигы подполковник М. В. Артюховтың 79-сы корпус командиры С. Н. Перевёрткин хәбәр итеүендә, Еңеү Байрағы рейхстагтан 5 майҙа төшөрөлә. А. Н. Дементьев икенсе дата — 9 майҙы (башҡа сығанаҡтарҙа — 8 май[9]; шул уҡ ваҡытта, Дементьев фекере буйынса, Егоров һәм Кантария рейхстаг көмбәҙенә ураҡ менән сүкеш һәм йондоҙ туҡыма үҙәгендә урынлашҡан икенсе флаг элде) атай. 150-се дивизия командиры Шатилов байраҡты алыу датаһы тип 12 майҙы атай.[19]
3-сө удар армияһынан Перевёрткиндың Хәрби Советҡа донесениеһында әйтелә[9]:
1945 йылдың 30 апрелендә Рейхстагҡа эленгән Байраҡты мин һаҡларға бойороҡ бирҙем һәм Советтар Союзы Маршалы иптәш Жуковҡа мөрәжәғәт итеп: Беренсе Белоруссия фронты 79-сы уҡсылар корпусы 3-сө удар армияһы делегацияһы был еңеү байрағын Кремлдә йәки башҡа урында шәхсән беҙҙең Бөйөк юлбашсыбыҙға, һөйөклө Советтар Союзы Маршалы Иосиф Виссарионович Сталинға тапшырыу рөхсәте биреүен юллай.
Артабан Еңеү Байрағы 756-сы уҡсылар полкы штабында , һуңыраҡ 19 июнгә тиклем 150-се уҡсылар дивизияһы сәйәси бүлегендә һаҡлана. Был көндә дивизия сәйәси бүлеге начальнигы бойороғо буйынса туҡымала яҙылған: «II дәрәжә Кутузов орденлы 150-се уҡсылар Идрицкий Див.» «79 Ск» һәм «3 УА 1 БФ» тигән яҙыуҙар маршал Жуков Байраҡты Мәскәүгә Еңеү парадына[9] илтергә бойорған көнөндә үк яҙылған.
1945 йылдың 20 июнендә беҙ 150-се дивизия сәйәси бүлек начальнигы подполковник Артюхов оҙатыуында 79-сы уҡсылар корпусы штабына килдек, унда беҙҙе корпустың сәйәси бүлек начальнигы полковник Крылов ҡаршыланы. Еңеү Байрағының хәрби характеристикаһын тикшереп, полковник байраҡты әйләндереп ебәрҙе һәм сырайы ҡараңғыланды. Әлегә тиклем таҙа яҫылыҡта: «II дәрәжәле Кутузов орденлы 150-се Идрицк див.»
Крылов Артюховҡа тишерҙәй булып ҡарап, һораны: «Кем былай яҙыу хоҡуғын бирҙе һеҙгә?» Ул 150 цифраһына төртөп күрһәтте. Артюхов дивизия командованиеһының башбаштаҡ ҡарарҙарын аҡлар кәрәк икәнен аңлай, һәм Крыловҡа яҙыуҙы йыуырға ла, юйырға ла кәрәкмәй, ә: «1-се Белоруссия фронты, 3-сө Удар армияһы, 79-сы уҡсылар корпусы» тип өҫтәп була ти. Әммә байраҡта урын аҙ булғанлыҡҡтан: «1 Бф, 3 уа, 79 ск» тип ҡыҫҡартып яҙалар. Крылов байраҡта 79 цифраһын күргәнгә ҡәнәғәт ҡала. Һәм конфликт яйға һалына.
Неустроев С. А. О рейхстаге на склоне лет // Октябрь
Еңеү Байрағын 1945 йылдың 20 июнендә берлин «Темпельхоф» аэродромынан Мәскәүгә оҙатыла. Был оҙатыуҙа Рейхстагты штурмлаған С А. Неустроев, К. Я Самсонов, И. Я Сьянов, М.. Егоров һәм М. Кантария ла ҡатнашҡан. М. Фрунзе исемендәге Үҙәк аэродромында Мәскәүҙә Байраҡты Мәскәү ҡалаһы коменданты ярҙамсыһы полковник Н. В. Гребенщиков ҡаршылай. Почётлы ҡарауыл ротаһын капитан В. И. Варенниковетәкләгән. Өс Советтар Союзы Геройы — гвардия байраҡсыһы өлкән сержант Фёдор Александрович Шкирёв, ассистенттар гвардия старшинаһы И. П. Папышев һәм гвардия өлкән сержанты П. С. Маштаков — байраҡсылар төркөмөн тәшкил итә.
Еңеү Байрағын Еңеү Парадында Ҡыҙыл майҙандан үткәрергә тейеш булғандар. Был маҡсат өсөн махсус рәүештә байраҡсы Неустроев һәм уның ассистенттары — Егоров, Кантария һәм Берест составында расчёт күнекмәләр башҡарҙы. Әммә фаразланған байраҡсы Неустроев 22 йәшенә биш тапҡыр яраланып, аяғы зыян күргән була. Ошоноң менән бәйле, шулай уҡ, расчёт ҡатнашыусыларының сафта йөрөү әҙерлеге етерлек кимәлдә менән бәйле, шул уҡ ваҡытта, башҡа байраҡсыларҙы әҙерләп өлгөрмәгәнлектән, маршал Г. К. Жуков — Байраҡты парадҡа сығармаҫҡа тигән ҡарар ҡабул итә[20]. Шуға күрә, киң таралған фекергә ҡарамаҫтан, Парадта Еңеү Байрағы ҡатнашмай[9].
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы Баш Сәйәси идаралығының бойороғо буйынса 1945 йылдың 10 июлендә Еңеү Байрағы Мәскәүҙәге СССР Ҡораллы Көстәренең Үҙәк музейына мәңгелек һаҡлауға тапшырыла.
1945 йылдан һуң Еңеү байрағы 1965 йылда — Еңеүҙең 20 йыллығы айҡанлы сығарыла. 1965 йылдың 9 майында Еңеү Парады байраҡсылары: полковник К. Самсонов, сержант Михаил Егоров, кесе сержант Мелитон Кантария. 1965 йылға саҡлы музей бинаһында ысын Еңеү Байрағы ҡуйылған була. 1965 йылға Байраҡҡа почётлы ҡарауылҡуйылған.
Һуңынан Еңеү Байрағының һаҡланғанлығын тәьмин итеү маҡсатында уны төп нөсхәһен теүәл ҡабатлаусы күсермәһенә (дубликат) алмаштырғандар. Ысын Байраҡ фонд байраҡ һаҡлағысына күсерелә[21]. Элек Еңеү Байрағы бөкләнгән көйө һаҡланған. Унда кракелюрҙар, буяу ҡатламының боҙолоуын тапҡан реставраторҙар тәҡдиме буйынса, Байраҡты йәйелдерелгән көйө махсус контейнерҙа һәм горизонталь хәлдә һаҡларға ҡарар ителә. Флаг эшләнгән сатин нескә, тарҡалыусан булғанлыҡтан, Еңеү Байрағын вертикаль хәлдә һаҡлау тыйылған[12]. Шуның менән бәйле, Байраҡ горизонталь һалынып, 2011 йылға тиклем махсус ҡағыҙ менән ҡапланған булған. Байраҡ һаҡлаусы А. Н. Дементьев хәбәр итеүенсә, Байраҡ һабынан 1945 йылда уға туҡыманы ҡағып нығытылған туғыҙ ҡаҙаҡты (уларҙың баштары тутыға һәм туҡыманы боҙа башлаған) һурып алалар.
Ысын Еңеү Байрағы музей бинаһынан бер нисә тапҡыр алынған. Бер тапҡыр ул Санкт-Петербург ҡалаһының 300 йыллығы, ике тапҡыр —Поклонный тауына, 1990 йылда Байраҡ «Беҙҙе Еңеү Байрағы берләштерә!» лозунгыһы аҫтында Украинаға һәм Белоруссияға сығарылған. 2000-се йылдарҙа ысын Еңеү Байрағы шулай уҡ Рәсәй музей хеҙмәткәрҙәре съезында күрһәтелә. Был сараға Президент полкынан почёт ҡарауылы саҡыртыла. Дементьев әйтеүенсә, музейҙың быяла витринаһында торған күсермәһе (дубликаты) «ҡартая <…> тарихи героик туҡыма кеүек»[12]. 2003 йылда Байраҡ 10 көн дауамында Санкт-Петербургта була
2011 йылдың 8 майында РФ Ҡораллы Көстәре Үҙәк музейында асылған «Еңеү Байрағы» залында Еңеү Байрағының теүәл күсермәһе урынлаштырылған. Күсермәне ҡуйыу өсөн махсус күргәҙмә ҡорамалдары проектланған. Байраҡтың күсермәһе БМ-13 «Катюша» реактив ҡоролмаһының снарядтары өсөн йүнәлтеүсе рельстары рәүешендә эшләнгән металл конструкцияларға урынлаштырылған быяла куб эсенә ҡуйылған. Конструкция нигеҙендә — Мәскәүҙе алған өсөн герман хәрби хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү өсөн тәғәйенләнгән 20 мең дана тимер тәре, герман хәрби байраҡтары, дошмандың ҡоралы, документтары, шул иҫәптән «Барбаросса» планы күсермәһе һалынған емерелгән свастика рәүешендәге быяла витриналар.[21]
Ысын Байраҡ музейҙың ер аҫты бинаһында урынлашҡан байраҡ фондында махсус капсулала һаҡлана. Ультрафиолетты тотҡарлаусы махсус быяла капсулала тейешле температура, яҡтылыҡ һәм дымлылығы яҡынса 60%-лы айырым мөхит булдырылған. Байраҡтың оҙонлоғо 73 сантиметр һәм киңлеге 3 сантиметр булған бер һыҙаты етмәй. Бер версия буйынса, шул саҡта, 1945 йылдың 2 майында, рейхстаг ҡыйығында булған рядовой Александр Харьков 92-се гвардия миномёт полкы «катюша» наводчигы, һыҙатты йыртып алған. Икенсе версия буйынса, Байраҡ 150-се уҡсылар дивизияһы сәйәси бүлегендә һаҡланған ваҡытта, шунда эшләгән хәрби хеҙмәткәр ҡатын-ҡыҙҙар иҫтәле сувенир ҡалдырырға теләп, — бер һыҙат киҫеп алып, киҫәктәргә бүлгәндәр. 1970-се йылдар башында Совет Армияһы йыл музейына бер ҡатын-ҡыҙ килә, ошо тарихты һөйләй һәм киҫәкте күрһәтә, Киҫәк Байраҡҡа үлсәме буйынса тап килә[20].
Берлин өсөн һуғыш барышында шулай уҡ ҡаланың төрлө урындарында тарихи әҙәбиәттә билдәлелек алған башҡа ҡыҙыл байраҡтар ҡаҙалғайны. Байраҡтар бейек биналарға һәм башҡа күренекле урындарға: ҡала ратушаһы, Гитлерҙың рейхсканцелярияһы биналарына, Бранденбург ҡапҡаһы өҫтөнә һәм башҡа объекттарға эленә. Был байраҡтар документтарҙа һәм тарихи әҙәбиәттә йыш ҡына шулай уҡ еңеү байрағы тип аталған; уларҙың күбеһе ҡаланың икенсе пландағы объекттарында йәки Рейхстагтың төрлө еренә урынлаштырылған, Берлинды алғандан һуң байраҡтарҙың береһе лә һаҡланмаған; шуға күрә — улар рәсми статус алмаған.
Берлинда беренсе ҡыҙыл байраҡты 5-се Ҡыҙыл Байраҡлы Калинкович йырып сығыу артиллерия дивизияһы 1-се миномёт Брест бригадаһы 106-сы миномёт полкының 1-се батареяһы разведчик-күҙәтеүсеһе ефрейтор А. И. Муравьёв[23] 21 апрелдә ҡаҙай. Рейхстагтың үҙен бер нисә тапҡыр штурмлау барышында төрлө урындарҙа (бинаның фасадында һәм бина эсендә: төп инеү урынының баҫҡысында, тәҙрәләрҙә, колонналарҙа, зал уртаһында һ. б.) — ғәскәрҙәр бинаның ҡыйығына барып еткәнсегә тиклем, — шулай уҡ бер нисә ҡыҙыл байраҡ ҡаҙалған була.
2007 йылда биргән интервьюһында Рәсәй Геройы Абдулхәким Исмаилов,1945 йылдың 28 апрелендә Алексей Ковалев, ул һәм Леонид Горычев Рейхстаг ҡыйығындағы көмбәҙсектең береһенә ҡыҙыл флаг ҡуйҙыҡ, тип тип раҫлай[22] (һуңыраҡ яугирҙәр Е. А. Халдейҙың «Еңеү Байрағы Рейхстаг өҫтөндә» постановочные ҡуйылған фотоһүрәттәрендә урын алған).
Икенсе штурм ваҡытында — 30 апрелдә көндөҙ —171-се һәм 150-се уҡсылар дивизияһы ҡыҙылармеецтарының айырым бер төркөмдәренә Рейхстагка яҡынлашыу һәм ҡыҙыл байраҡтарҙы бина фасадының төрлө урындарына нығытыу мөмкин булған (Рейхстаг был ваҡытта яуланмаған булған әле). Төрлө сығанаҡтар көндөҙгө штурм барышында ниндәй флаг һәм Рейхстагтың ҡайһы урынында ҡуйылыуы тураһында төрлө мәғлүмәт күрһәтә. Атап әйткәндә, 150-се уҡсылар дивизияһы командиры белдермәһендә донесение 14 сәғәт 25 минутта бина фасадында 674-се уҡсылар полкының ҡыҙыл байрағы ҡуйылды, тип күрһәтелә.150-се уҡсылар дивизияһының хәрби хәрәкәттәр журналында яҙылғанға ярашлы, 1945 йылдың 30 апрелендә 14 сәғәт 25 минутта лейтенант Рахимжан Кошкарбаев һәм рядовой Григорий Булатов «шыуышып бинаның үҙәк өлөшөнә килеп еттеләр һәм төп инеү урыны баҫҡысына ҡыҙыл флаг ҡуйҙылар». Шулай уҡ был ваҡиға Советтар Союзы Геройы И. Ф. Клочковтың «Беҙ рейхстагты штурмланыҡ» китабында билдәләнгән: «лейтенант Р. Кошкарбаев беренсе булып колоннаға ҡыҙыл флагсыҡ беркетте»[23][~ 4].
Ҡораллы Көстәр Үҙәк музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре А. Н. Дементьев һылтанмаларына таянып яҙылған Еңеү Байрағы тураһындағы баҫмаларҙа[9], совет яугирҙәренең беренсе төркөмдәре 30 апрель кисендә сәғәт 10-сыла ғына Рейхстаг эсенә бәреп инде, тип билдәләнә. Рейхстаг ҡыйығына капитан В. Н. Маков командалығындағы штурм төркөмө — сержант М. П. Минин һәм өлкән сержанттар Ғ. Ҡ. Заһитов, А. Н. Лисименко һәм А. П. Бобров беренсе булып барып етә һәм 22 сәғәт 30 минутта Рейстагтың көнбайышындағы парадный түр инеү урыны фронтоны өҫтөндә урынлашҡан «Еңеү Алиһәһе» скульптураһына ҡыҙыл туҡыманы беркетәләр. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, (икенсе булып) майор М. М. Бондарҙың штурм төркөмө яугирҙәре үҙҙәренең байрағын ҡаҙай. 22 сәғәт 40 минутта ҡыйыҡтың көнбайыш фасадына лейтенант С. Е. Сорокин етәкселегендәге 674-се полк разведчиктары өсөнсө ҡыҙыл флагты элә.[12] В официальном советском издании «Икенсе донъя һуғышы тарихы» (1979) рәсми совет баҫмаһында ошо артатыш ваҡытында юҡҡа сыҡҡан Еңеү Байраҡтары тураһында бына нисек яҙылған:
Был Байраҡ үҙе аша аяуһыҙ һуғыш барышында капитан Н. Маков, лейтенант Р. Кошкарбаев, майор М. М. Бондарь һәм башҡа бик күп яугирҙәр төркөмдәре ҡаҙаған бөтә байраҡ һәм флагтарҙың символик сағылышы булып тора. Рейхстагтың төп инеү урынынан һәм ҡыйығынан уларҙың ҡыйыу юлы, ҡыҙыл байраҡтары, флагтары һәм флагсыҡтары менән, бер бөтөн Еңеү Байрағы булараҡ билдәләнә.
1 май көндөҙ янып торған Рейхстагҡа самолёттарҙан «ЕҢЕҮ» тип яҙылған ике алты метрлы ҡыҙыл байраҡ[24][25] (ал туҡыманы самолёттан гвардия өлкән лейтенанты К. В. Новосёлов ташлаған). Фараз буйынса, был байраҡ аҙаҡ утта һәләк була[26]. Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығы хәрби тарих институты, кем беренсе булып Рейхстагҡа Байраҡ ҡаҙаны тигән һорауға шундай яуап ебәрҙе (2005 йыл, 19 июнь, № 247443)[27]:
«…Берлинға һөжүм иткән һәр бер армия, Рейхстаг бинаһына ҡаҙау маҡсатында берәр ҡыҙыл байраҡ әҙерләне. 1945 йылдың 22 апрелендә 3-сө удар армияла шундай 9 байраҡ (уның составына ингән дивизиялар һаны буйынса) әҙерләнгән була. Һуғышҡа төп бурыс — Рейхстагҡа йырып үтеп, байраҡ ҡаҙау өсөн ынтылған бөтә штурм төркөмдәрендә лә ҡыҙыл байраҡтар, флаг һәм флагсыҡтар бар ине. Рейхстаг өҫтөндә бөтәһе 40-ҡа яҡын флаг күтәрелә. Ошоноң менән бәйле һәм башҡа ҡайһы бер сәбәптәр буйынса, кем был батырлыҡты эшләгән тигән һорауға яуап әлегә тиклем бәхәсле булып ҡала».
1945 йылдың 2 майында иртә таң менән 416-сы уҡсылар дивизияһы яугирҙәре Мәмәдов, Әхмәдзаде, Н. Бережной һәм Н. Андреев лейтенант А. Мәжидов етәкселегендә Бранденбург ҡапҡаһы[28] өҫтөнә ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай. 295-уҡсы дивизияһының 1040-сы уҡсылар полкынан сержант П. Е. Волик (командиры полковник И. С. Козлов) 416-сы уҡсылар дивизияһы һуғышсылары төркөмө менән бер үк ваҡытта Бранденбург ҡапҡаһы өҫтөнә шулай уҡ ҡыҙыл байраҡ беркетте[29].
1945 йылдың 1 майына ҡаршы төндә рейхстаг бинаһы өҫтөнә беркетелгән Еңеү Байрағы 1965 йылдан һуң бер ваҡытта ла хәрби парадтарға сығарылмай. Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда ваҡытында үткәреү өсөн Еңеү Көнө уңайынан тантаналы саралар үткәргәндә, Еңеү Байрағының Ҡораллы Көстәр Үҙәк музейында һаҡланған рәсми күсермәһе ҡулланыла[30]. Был ҡағиҙә 2007 йылдың[1] 7 майында ҡабул ителгән Еңеү Байрағы тураһындағы закон положениеһына ярашлы үтәлә: Федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, ойошмалар, йәмәғәт берләшмәләре Еңеү Көнөнә арналған тантаналы саралар үткәргәндә, Еңеү көнөндә Мәскәүҙә Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә һәм Бөйөк Ватан һуғышының башҡа әйкәлдәренә таж венок һалғанда, һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары менән бәйле башҡа көндәрҙә, шулай уҡ реставрациялау эштәре арҡаһында Еңеү Байрағын алырға тура килгәндә, уның урынына Еңеү Байрағының күсермәһе ҡулланылыуы мөмкин.
Еңеү Көнөндә Еңеү Байрағының күсермәләре Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы менән бер рәттән биналарҙа (йә мачталарҙа флагштоктарҙа) күтәрелеүе мөмкин. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагын һәм Еңеү Байрағының күсермәһен бер тапта күтәреү (урынлаштырыу) Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагын һәм Рәсәй Федерацияһы субъекты, муниципаль берәмектәрҙең, ойошмаларҙың, йәмәғәт берләшмәләренең флагын бер үк ваҡытта күтәреү (урынлаштырыу) тәртибендә башҡарыла.
Закон Еңеү Байрағы күсермәләренең күренеше төп Еңеү Байрағы күренешенә тап килергә тейеш тигән талап ҡуя. Еңеү Байрағының рәсми күсермәһе барлығы (2008) дүрт: береһе — дубликаты — Ҡораллы Көстәр Үҙәк музейының «Еңеү залына» ҡуйылған, икенсеһе парадтар ваҡытында ҡулланыла, өсөнсөһө ҡушылды. Брест ҡәлғәһендә, дүртенсеһе — күргәҙмә эштәрендә ҡулланыла[31].
Әлеге ваҡытта, Еңеү Көнө хөрмәтенә Мәскәүҙә,Ҡыҙыл майҙанда парад, регламентҡа ярашлы, Еңеү байрағының рәсми күсермәһен сығарыу менән асыла[32], һәм шул уҡ ваҡытта — 2006 йылғы 9 май парадынан башлап— алда Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы бара. Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһынан Дәүләт думаһы депутаттары, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Германия яғында Рус азатлыҡ армияһында РОА һуғышҡан власовсылар триколорҙы үҙҙәренең байрағы сифатында ҡулланғанын раҫлап, был фактҡа кире ҡарашын белдерҙе. Рәсәй Президенты исеменә яҙылған асыҡ хаттарҙың береһендә «Еңеү байрағы алдынан тантаналы төҫ менән триколорҙы тотоп килеү кеүек мыҫҡыллы комбинация <…> фәҡәт бер төрлө лә ярамаҫлыҡ ассоциация тыуҙыра: Бөйөк Ватан һуғышында, баҡһаң, власовсылар еңеү яулаған икән дә. Әммә, хатта триколор Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һатлыҡ власовсылар тарафынан бысратылмаған осраҡта ла, барыбер уны Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы сифатында Еңеү Байрағынан алда йөрөтөү дөрөҫ түгел, сөнки еңеүҙе Рәсәй халыҡтары ғына түгел, ә Совет Социалистик Республикалар Союзының барлыҡ халыҡтары берләшмәһе яуланы, һәм Советтар Союзы Дәүләт флагын триколор менән алмаштырыу — Бөйөк Ватан һуғышы тарихын, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре тарихын боҙоп күрһәтеү, тимәк»[33][34].
2015 йылдың 9 майындағы Еңеү Парады ваҡытында алда Еңеү Байрағы, ә рәсәй триколоры — унан һуң сығарылды. 2016 йылдың 9 майында Еңеү Байрағы тағы рәсәй дәүләт флагы артына ҡуйылды.
2015 йылдың 8 майында Еңеү Байрағының күсермәһе фонында рәсәй 43-сө космоста оҙайлы осоу экипажы космонавтары А. Н. Шкаплеров, Г И. Падалка, М. Б. Корниенко[35].Халыҡ-ара космос станцияһы бортынан Еңеү көнө менән ҡотланы.
2018 йылдың 2 февралендә Волгоградта Сталинград һуғышының 75 йыллығын байрам иткәндә, Еңеү Байрағының күсермәһе тантаналы рәүештә СССР дәүләт символикаһы — ураҡ һәм сүкешһеҙ[36][37] сығарыла. Туҡымала ураҡ һәм сүкештең булмауын Көньяҡ хәрби округы матбуғат хеҙмәте, йәнәһе, байраҡ күп тапҡыр химик таҙартыуға дусар ителгәнлектән, «буяуҙың төҫһөҙләнеүе» менән аңлатты[38].
1996 йылдан 2007 йылға тиклем Рәсәйҙә шулай уҡ Еңеү байрағының символы ҡулланылды.
1996 года Пр15 апрелендә Рәсәй Президенты Б. Н, Ельцин Еңеү Байрағын фәҡәт 23 февралдә һәм 9 майҙа сығарырға, ә ҡалған осраҡтарҙа «Еңеү Байрағы символы» ҡуланылырға тигән «Еңеү Байрағы тураһында» указға ҡул ҡуя. Һәм указға ярашлы, ул символ «оҙонлоғо киңлегенә 2:1 нисбәтле ҡыҙыл төҫтәге туҡыма. Ике яғында ла үрге мөйөштә биш саталы йөндөҙ һүрәте төшөрөлгән»[39]. Указда йондоҙҙоң төҫө билдәләнмәгән, ғәмәлдә Еңеү Байрағының символына йышыраҡ алтын (һары) биш саталы йондоҙ төшөрөп әҙерләнгән.
2005 йылдың 14 июнендә Дәүләт Думаһы советы ыултырышында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы депутаты А. А. Сигуткин индергән «Еңеү байрағы тураһында» федераль закон проекты ҡаралды. 2005 йылдың 7 сентябрендә Дәүләт Думаһының пленар ултырышында, Берлинды штурмлауҙа ҡатнашҡан В. И. Варенниковты ла индереп, КПРФ һәм «Родина» фракциялары депутаттары төркөмдәренең беренсе проектын һәм икенсе — депутат А. А. Сигуткин индергән «Еңеү байрағы тураһында» альтернатив проектын ҡараны. Закон проекттары буйынса фекер алышыу барышында Еңеү Байрағы символы тураһында бәхәс ҡупты. Депутаттар төркөмө үҙенең закон проектында, тарихи дөрөҫлөккә тоғро булып, Еңеү Байрағы символында төп нөсхәнең символикаһын — ураҡ һәм сүкеш һәм биш саталы йондоҙҙо һаҡларға тәҡдим итә.
А. А. Сигуткин индергән закон проекты, айырым осраҡтарҙа (мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле Рәсәйҙең хәрби дан көнө, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алғанда һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы Федераль хәрби мемориаль зыяратында ерләү барышында) Еңеү Байрағының символы сығарылыуы мөмкин. Проектҡа ярашлы, Еңеү Байрағы символы үҙе «һабы янында ике яғындағы өҫкө мөйөшөндә лә биш саталы йондоҙ һүрәте төшөрөлгән, оҙонлоғо киңлегенә ҡарата 2:1 нисбәтендәге ҡыҙыл төҫтәге туҡыманан» ғибәрәт булырға тейеш булған. 2005 йылдың 9 сентябрендә, тәҡдим ителгән положениелары менән, Еңеү Байрағы символында фәҡәт биш саталы ҡыҙыл йондоҙ ғына һынландырыла тигән закон проекты беренсе уҡыуҙа Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителде.
Бындай факт йәмәғәтселек һәм Рәсәй субъекттары вәкәләтле органдары ризаһыҙлығын тыуҙырҙы. Мәҫәлән, Мурманск өлкә Думаһы «хәрби Еңеү Байрағы символын боҙоуҙы законлы юл менән нығытыуға тәүге аҙым яһалды» тигән фекер әйтте, бының менән, әлбиттә, «ризалашып булмай»[40]. Мурманск өлкә Думаһы дептаттары шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаттарының конституцион күпселеге — «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзалары, оппозицияның һәм күпселек Рәсәй халҡының фекерен иҫәпкә алмайынса, федераль закон проектын ҡабул итеүҙе тәьмин итә, тип билдәләне. Мөрәжәғәттә, атап әйткәндә, былай тиелә:
«Еңеүҙең 60 йылығын байрам итеү барышында тартағы ихы торорлоҡ бирергә тейешле көнбайыштағы донъя тарихын ҡабаттан яҙырға маташыусыларға, шулай уҡ үҙебеҙҙә үҫеп сыҡҡан бөтә совет ҡаҙаныштарына ла нәфрәт менән ҡараған теләһә ниндәй псевдотарихсыларға тейешле ҡаршылыҡ күрһәтә алмайынса, Рәсәй, федераль дәүләт власы органдары йөҙөндә, үҙенең төп тарихи ҡомартҡыларын һәм үҙенең төп ҡиммәттәрен үҙе боҙа башлай. Шулай булғас, үҙебеҙҙең данлыҡлы ваҡиғаларыбыҙҙы иҫкә алыуҙы һәм ихтирам итеүҙе, хөрмәтләүҙе нисек итеп башҡаларҙан талап итеп була? Әммә рәсәй халҡының күпселеге „туғанлыҡты ҡәҙерләмәгән Иван (манҡорт) түгел“, ә үҙҙәренең ата-бабаларын изге итеп хәтерләүсе кешеләр, һәм улар үҙҙәренең үткәненә ҡарата кире мөнәсәбәтте ғәфү итмәҫ.»
Икенсе уҡыуҙа Еңеү Байрағы символы тураһында закон проекты положениеларына үҙгәрештәр индерелә. Икенсе уҡыуға тәҡдим ителгән үҙгәрештәр шулай уҡ йәмәғәтселек ризаһыҙлығын тыуҙырҙы. Мәҫәлән, Мәскәү ҡала Думаһының Рәсәй Президенты В. В. Путинға һәм Дәүләт Думаһы рәйесе Б. В. Грызловҡа мөрәжәғәтендә бына ни тиелгән[41]:
«Закон проектының ошо өлөшө айырыуса ҙур аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра <…> уға ярашлы, Еңеү Байрағы символын һүрәтләүҙә яҙылғанса, ҡыҙыл төҫтәге тура мөйөшлө туҡыманың ике яғында ла „аҡ төҫтәге биш саталы йондоҙ һүрәтләнеше урынлашырға“ тейеш. <…> Сатраш урынлашҡан ураҡ менән сүкеш һәм улар өҫтөндәге алтын төҫтәге биш саталы йондоҙ һүрәтен алыу тәҡдим ителә. Еңеү Байрағы символындағы бындай үҙгәрештәр ҡыҙыл Армияның XX быуаттың „һоро тағунын (чума)“ еңеүе тураһындағы тарихи дөрөҫлөктө тулыһынса кире ҡаға. Был миллион һәләк булғандарҙың хәтерен мыҫҡыллау.»
Протест булыуына ҡарамаҫтан, 2007 йылдың 21 мартында Еңеү Байрағы символы тураһындағы закон проекты түбәндәге формулировкалар менән икенсе уҡыуҙа ҡабул ителә: «Еңеү Байрағы символы ике яғында аҡ төҫтәге биш саталы йондоҙ һүрәте урынлашҡан ҡыҙыл төҫтәге тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт». Шундай формулировка менән закон проекты 2007 йылдың 23 мартында өсөнсө — һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителгән — һәм хуплау өсөн Федерация Советына.тапшырылған.
Яңылыҡты ветеран һәм башҡа ойошмаларҙың, Рәсәй субъекттары вәкиллекле органдарының (улар араһында шулай уҡ: Волгоград өлкә Думаһы, Ульяновск өлкәһе закондар сығарыу йыйылышы, Саха Республикаһының Дәүләт Йыйылышы, Белгород өлкә Думаһы, Тула өлкә Думаһы, Смоленск өлкә Думаһы) «Ҡыҙыл Армияның фашизмды еңеүе тураһындағы тарихи дөрөҫлөктө тулыһынса кире ҡағыуы»[42], «кощунственный», «Тыуған ил азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн һәләк булған, тере ҡалған ветеран-фронтовиктар һәм тыл хеҙмәткәрҙәренең, һуғыштан һуңғы быуын кешеләренең, миллион совет кешеләренең яҡты хәтерен мыҫҡыл итеү, Европаның ҡайһы бер илдәрендә, шул иҫәптән Балтик буйы илдәрендә профашистик һәм реваншистик кәйефтәр көсәйеүенә булышлыҡ итеү»[43] кеүек һ. б. фекерҙәрен иҫәпкә алып, 2007 йылдың 30 мартында Федерация Советы тарафынан кире ҡағыла һәм Дәүләт Думаһына кире ҡайтарыла. 2007 йылдың 6 апрелендә Дәүләт Думаһы депутаттарының күпселеге Федерация Советы ҡарары менән риза булмай, һәм федераль закон бәхәсле бирелеш менән («Еңеү Байрағы символы ике яҡтан аҡ төҫтәге биш саталы йондоҙ урынлашҡан ҡыҙыл төҫтәге туҡыманан ғибәрәт») Федерация Советы раҫлауы талап ителмәгән (уның өсөн ҡабатлап тауыш биргәндә, Дәүләт Думаһы депутаттарының дөйөм һанынан өстән ике өлөшөнән кәм түгел тауыш бирелде) тауыштарҙың квалификациялы күпселеге менән ҡабул ителә һәм Рәсәй Президентына ҡул ҡуйырға йүнәлтелә[44].
Ветеран ойшмаларының күп һанлы мөрәжәғәттәре буйынса РФ Президенты В. В. Путин 2007 йылдың 20 апрелендә яҙған хатында өҫтәмә консультация үткәреү кәрәк тип тапты, ә 24 апрелдә һалып законға тыйыу вето һалды[45]. 25 апрелдә закон, Еңеү Байрағы символы тигәнде ҡулланмай, Дәүләт Думаһы тарафынан махсус комиссия редакцияһында ҡабул ителде, Федерация Советы хупланы һәм Рәсәй Президенты В. В. Путин 7 майҙа, Еңеү Көнө алдынан ҡул ҡуйҙы. Рәсәй Президенты В. В. Путин 2007 йылдың 16 июнендә сыҡҡан 770-се һанлы «Еңеү Байрағы тураһында» ҡарарын юҡҡа сығарҙы, шуның арҡаһында «Еңеү Байрағы символы» ла юҡ хәҙер[46].
Белоруссия президентының 1995 йылдың 6 май указы менән Еңеү Байрағының дубликаты 9 майҙа (Еңеү көнө), 23 февралдә (Ватанды һаҡлаусылар көнө) һәм 3 июлдә (Белоруссияны фашист илбаҫарҙарынан азат иткән көндө) генә сығарыла тип ҡарар ителгән, башҡа маҡсаттар өсөн СССР дәүләт флагы һәм, указға ярашлы, «биш саталы йондоҙ, ураҡ һәм сүкеш һүрәтләнгән ҡыҙыл төҫтәге туҡыманан ғибәрәт» Еңеү Байрағы символы файҙаланыла[4].
2011 йылда Рәсәй Белоруссияға Еңеү Байрағының рәсми күсермәләренең береһен бүләк итте. Еңеү байрағының күсермәһе «Беларусь: тарих һәм хәҙерге заман» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы барышында тапшырылды. Еңеү Байрағының бүләк ителгән күсермәһе Белорус Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейында[47] һаҡлана.
Үҙен иғлан иткән Донецк Халыҡ Республикаһы (ДНР) һәм Луганск Халыҡ Республикаһында (ЛНР) 2016 йылдың 9 май көнөндә ДНР һәм ЛНР баш ҡалаларында — Донецк һәм Луганск —үткән Еңеү парадында рәсемдәр алда Еңеү Байрағының күсермәһе Донецк Халыҡ Республикаһы[48] һәм Луганск Халыҡ Республикһы[49].дәүләт флагтарынан алда барҙы. Парадты ҡабул итеүсе Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы А. В. Захарченко былай тип белдерҙе: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн донъяла миллионлаған ғүмерҙәрҙе ҡорбан итеп яуланған тыныслыҡ тағы нацистар һөжүменә дусар ителә. Күрше Украинала ҡартайып бөткән фашист вариҫтары ҡала һәм ауылдар буйлап маршҡа сыҡты. Рейхстаг өҫтөндә ғорур елберләгән бөйөк Еңеү Байрағы тыйылған. Беҙ шуға тиклем алып барып еткермәбеҙ, беҙ бөйөк еңеү тураһындағы дөрөҫлөктө мәңге һаҡларбыҙ. Һәм беҙ был дөрөҫлөктө балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә еткерергә бурыслы»[50]. 2018 йылда ДНР һәм ЛНР парламенттары Еңеү Байрағы күсермәһенең статусын һәм уны ҡулланыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәрен раҫлаған «Еңеү Байрағы тураһында» законын ҡабул итте[51][52][53].
2010 йылдың 21 апрелендә Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышы Үҙәк музейының Дан Залында Еңеү Байрағының күсермәһен Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты эштәре менән Идара итеү аппараты Етәксеһе С. К. Муҡанов һәм Ҡаҙағстан Республикаһы Афғанстан һәм локаль һуғыштар ветерандары Советы Рәйесе, члена Политсовета НДП "Нур Отан"НДП Сәйәси советы ағзаһы Ш. А. Үтәгәнов йөҙөндә ҡаҙағстан вәкилдәренә тапшырыу тантанаһы булды. Кремль гарнизоны почётлы ҡарауылы, 219 Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Мәскәү ветеран ойошмалары ҡатнашлығында, бүләкте Советтар Союзы Геройы В. А. Ульянов һәм БДБ яугир-интернационалистары эштәре буйынса Комитет Рәйесе Советтар Союзы Геройы Р. С. Аушев тапшырҙы. Был Еңеү Байрағы күсермәһе Ҡаҙағстан Республикаһының Беренсе Президенты музейында һаҡлана. 2010 йылдың 1 майында Алматыла 28 герой-панфиловсы исемендәге Паркта Еңеү Байрағының күсермәһен тантаналы ҡаршылау ойошторолдо. «Хәтер вахтаһы» акцияһы сиктәрендә Байраҡтың ошо күсермәһе Ҡаҙағстандың төрлө ҡалаларында күрһәтелә, шулай уҡ башҡа акцияларҙа һәм сараларҙа ҡулланыла.
2015 йылдың 6 майында рәсәй оҫталары эшләгән Еңеү Байрағының теүәл күсермәһе почёт ҡарауылы оҙатыуында Ҡаҙағстан Республикаһының Милли архивына[54] тапшырылды.
2015 йылдың 12 июнендә Алматыла, Рәсәй вәкилдәре Еңеү Байрағының икенсе күсермәһен Ҡаҙағстандың оборона министрлығына тапшырҙы. Тантана Ҡаҙағстан Республикаһы юғары командованиеһы ҡатнашлығында үтте. Байраҡты тапшырыу тантанаһынан һуң ҡатнашыусылар Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хөрмәтенә ихтирам күрһәтеп, бер минут тын торҙо. Әләм Астана[55] ҡалаһында яңы асылған Ҡаҙағстан Республикаһының ҡоралы һәм Ҡораллы көстәренең хәрби техника музейына һаҡларға тапшырылды.
2015 йылдың 23 декабрендә Мәскәүҙә БДБ дәүләттәре оборона министрҙары ҡатнашҡан Совет ултырышы алдынан Рәсәй оборона министры армия генералы Сергей Шойгу Еңеү Байрағының тағы ла бер күсермәһен Ҡаҙағстан оборона министры Иманғәли Тасмағамбетовҡа тапшырҙы. Еңеү Байрағының был рәсми күсермәһе Ҡаҙағстан Республикаһы ҡоралы һәм Ҡораллы көстәренең хәрби техникаһы музейында (Астана) урын биләне; урынлаштырыу Байраҡ арналған экспозицияла бөйөк ватан һуғышы[56].
2017 йылдың 9 майында Молдавияның баш ҡалаһының — Кишинёвтың Бөйөк милли йыйылыш майҙанында — Еңеү Байрағының 60 метрға 25 метр булған иң ҙур күсермәһе елберҙәне. Акцияны ойоштороусы булып «Ирекле Тыуған илем өсөн» Йәмәғәт советы сығыш яһаны. Байраҡты ике аҙна дауамында кишинёв фабрикаһында теккәндәр.
2009 йылдың 21 октябрендә Приднестровьеның Юғары Советы Еңеү Байрағын республиканың дәүләт символына тиңләштереү тураһында закон ҡабул итте. Байрам көндәрендә Еңеү Байрағының күсермәһе Приднестровьеның дәүләт учреждениеларына эленә.[57]. 2014 йылдың 9 майында Тирасполь ҡалаһының Дан Мемориалында Приднестровьеға Рәсәйҙән Еңеү байрағының рәсми күсермәһе тапшырылды. Приднестровье Молдова Республикаһы Президентының 2014 йылдың 9 майы 160-сы һанлы указына ярашлы, Еңеү Байрағының рәсми күсермәһе Рәсәй Федерацияһы Приднестровьеһына даими һаҡлауға тапшырыла[58].
2011 йылдың 21 апрелендә Украинаның Юғары радаһы «„1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү мәңгеләштереү тураһында“ Украина Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» Законын ҡабул итә, 2011 йылдың 20 майында Украина президенты В. Ф. Янукович уға ҡул ҡуя. Закон Еңеү Байрағы күсермәһен рәсми ҡулланыу тәртибен аңлата, Байраҡ «Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының, уның армияһының һәм флотының фашистик Германияны еңеү символы» булараҡ билдәләнә. Законға ярашлы, Еңеү флагы күсермәһенең тышҡы күренеше II дәрәжәле Кутузов орденлы 150-се Идрицк уҡсылар дивизияһы флагына тап килергә тейеш. Закон шулай уҡ Еңеү Байрағы күсермәләрен Мәңгелек ут, билдәһеҙ һалдат һәм матрос ҡәбере янында, шулай уҡ Еңеү Көнөнә бағышланған тантаналы саралар ваҡытында ҡулланыу тәртибен билдәләне.[59][60]
Әммә 2011 йылдың 17 июнендә Украинаның Конституция суды «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе мәңгеләштереү тураһында» Законын Еңеү Байрағының күсермәләрен рәсми файҙаланыу тәртибе тураһындағы өлөшөн конституцияға тап килмәй тип иғлан итә. Был ҡарарҙың мотивировкаһы булып Украинаның Конституцияһында «дәүләт символдарының айырым исемлеге бар, һәм унда ҡыҙыл байраҡ юҡ». Конституция суды парламентҡа «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе мәңгеләштереү тураһында» Законды Украина Конституцияһына тап килтереү маҡсатында, дәүләт символдарының исемлеген киңәйтеү буйынса Украина Конституцияһына үҙгәрештәр индеререү тәҡдимен яһай[60].
ҡабул иткән яңы закон 2015 йылдың 9 апрелендә Украинаның Юғары радаһы «1939-1945 йылдарҙағы Икенсе бөтә донъя һуғышында нацизмды еңеүҙе мәңгеләштереү тураһында» тигән яңы закон ҡабул итә, һәм 2000 йылғы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙе мәңгеләштереү тураһында» законы, һуңғы үҙгәртелеүҙәре менән ғәмәлдән сыҡты, ә Еңеү Байрағының күсермәһен ҡулланыу ҡаралмаған[61]. Закон 2015 йылдың 21 майында көсөнә инә[62].
Илдәге рәсми саралар ваҡытында Еңеү Байрағының күсермәләре ҡулланылмай, әммә 2016 йылдың 9 майында «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыусылар Ереван (бойондороҡһоҙ Әрмәнстан булдырылғандан бирле тәүге тапҡыр) Еревандың үҙәк урамдарын буйлап Еңеү Байрағының күсермәһен үткәрҙе[63].
Еңеү Байрағын намя һәм рәсәй рәссамдарының картинаһында күрергә мөмкин:
Польша рәссамы Йозеф Млынарскийҙың «Совет һалдаттары Берлинда» картинаһында ла Еңеү Байрағын күрергә мөмкин.
2006 йылдың 16 мартында Ҡораллы көстәрҙең Үҙәк музейы Еңеү Залында 2005 йылда В. В. Андриянов һәм В. Н. Смирнов яҙған «Еңеү байрағы» йырының презентацияһы үтте[64].
Еңеү Байрағын ҡаҙауға режиссёр Михаил Чиаурелиҙың «Берлиндың ҡолауы» (1949) совет нәфис фильмы сюжеттарының береһе арналған
Еңеү Байрағы тураһында «Еңеү Байрағы» тигән фильм төшөрөлгән. Байраҡты ҡаҙау тураһында рәсми рәүештә иғлан ителгән хәл күп өлөшөндә фильмда ҡатнашыусылар һөйләгәнгә тап килмәгәнлектән, ул тамашасы хөкөмөнә сығарылмай. Фильмдың берҙән-бер күсермәһе режиссёр Роман Розенблиттың[18] шәхси архивында һаҡлана.
2015 йылда режиссёр Александр Касьянов «Еңеү Байрағы» документаль фильмын
Яңылыҡтар Рәсәй Мәғлүмәт Агентлығы РИА «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәте ярҙамында унлаған штурм төркөмдәренең һәм яңғыҙ яугирҙәрҙең Рейхстаг өҫтөнә флагтар һәм байраҡтар элеүе тураһында «Билдәһеҙ байраҡсы» тигән VR-реконструкция төҙөгән. Беренсе сәхнәлә ҡулланыусы бер Ҡыҙыл армия яугире «тәнендә» һәм уның бурысы — Еңеү Байрағын элеү. Икенсеһендә Германияның емерелгән баш ҡалаһы өҫтөндә елберләгән 12 ҡыҙыл әләм тарихы тураһында һөйләнелә. Эпилогында нацизмдан азат ителгән Европаны күренеш-метафораһы. Проектты популяр рәсәй артистары Егор Бероев, Виктор Добронравов, Игорь Петренко, Максим Демченко тауышландырҙы озвучивали. Рәсәй Федерацияһының мәғариф министрлығы уҡыусыларҙың виртуаль ысынбарлыҡ форматында «Билдәһеҙ байраҡсы» проектын өйрәнеүҙе хупланы һәм тәҡдим итте[65].
Проекттың видео форматында ябайлаштырылған версияһы бар[66].
Еңеү Байрағы совет почта маркаларында өс тапҡыр барлыҡҡа килә. Беренсе тапҡыр Еңеү Байрағы Еңеүҙең 20 йыллығына арналған 1965 йылғы серияһы почта маркаһында барлыҡҡа килә. Икенсе тапҡыр марка 1977 йылда донъя күрә; уны биҙәгәндә, совет рәссамы И. П. Вакуровтың — «Еңеү» миниатюраһы ҡулланыла. 1989 йылда СССР почта ведомствоһы П. Логиновтың һәм В. Памфиловтың «Еңеү Байрағы» картинаһы һүрәтләнгән почта маркаһы сығарғандан һуң, совет почта маркаларына өсөнсө тапҡыр Еңеү Байрағы ҡуйыла. Бынан тыш, СССР-ҙа — 1985 йылда —Еңеүҙең 40 йыллығына ҡарата Еңеү Байрағы һәм Бранденбург ҡапҡаһына (маркала) ҡыҙыл байраҡ элеүҙе һынландырған үҙенсәлекле маркалы конверт, шулай уҡ Е. Халдей фотографияһы сюжеты (конверттың төп өлөшөндә) сығарылған.
Рейхстаг көмбәҙендәге ҡыҙыл байраҡ күренешендәге Еңеү Байрағы шулай уҡ Польша (1985), Бенин (май 1985), Афғанстан (9 май 1985 йыл), Конго (1985), Маршалл утрауҙары (2 май 1995), шулай уҡ Рәсәй, 2010 йылдың 24 апреле) һәм Белоруссия (2015) почта блоктарында төшөрөлгән.
Еңеү Байрағы — 2014 йылда сығарылған рәсәй художество маркалы конверты, шулай уҡ 2015 йыл блогы составындағы почта маркаһы сюжеты. Еңеү байрағы — 2015 йылда «Стамперия» (Литва) филателистик фирмаһы баҫтырған Соломон утрауҙары почта блогы ситен биҙәү элементы.
Филателияла Еңеү Байрағының ҡуйылыш һүрәтләнеше ҡабатланған сюжеты (башлыса, совет хәрби фотохәбәрселәре Евгений Халдей һәм Яков Рюмкин фотографиялары сюжеты буйынса) осрай.
Еңеү Байрағын ҡаҙау мәле фотоға ла төшөрөлмәгән, тейешле кинохроника ла юҡ. Еңеү Байрағы тураһындағы тарихи, пропагандистик, публицистик һәм уҡытыу материалдарында төрлө авторҙар тыуҙырған ҡыҙыл байраҡтар күрһәтелгән тарихи һүрәттәр һәм кинохроника киң ҡулланыла, ләкин ысынында унда Берест, Егоров һәм Кантария ҡаҙаған Байраҡ юҡ.
Мәҫәлән, совет фотокорреспонденты Е. А. Халдейҙың"Рейхстаг өҫтөндә Еңеү Байрағы" (шулай уҡ ҡулланыу «Ҡыҙыл Байраҡ Рейхстаг өҫтөндә» исеме аҫтында билдәлелек алған фотоһүрәттәрендә ысынбарлыҡта Еңеү Байрағы сағылдырылмаған. Сержанттар Абдулхәким Исмаилов, Леонид Горычев (баҫып торалар) һәм Алексей Ковалёв (һабын тотҡан) ТАСС ҡушыуы буйынса Халдей махсус килтергән Ҡыҙыл Байраҡты Рейхстаг башняларының береһенә ҡуйып төшкәндәр. Фотоһүрәт Рейхстаг алынғас, 1945 йылдың 2 майында, төшөрөлгән. Халдей Рейхстагҡа килеп еткәндә, унда флагтар күп, шулар араһында — Еңеү Байрағы ла эленгән була. Еңеү символы булараҡ Халдейҙың нәфис фотоһүрәттәрен ҡулланыу тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй, сөнки фотоларҙа һүрәтләнгән хәрбиҙәр Рейхстагты штурмлауҙа ҡатнашмаған 8-се гвардия армияһы ғәскәренән[68]. Шулай итеп, Халдйҙың Рейхстаг түбәһенә эленгән ҡыҙыл байраҡлы ҡуйылыш фотоһүрәттәре, яңылыш[67] Еңеү Байрағын ҡаҙау тип ҡабул ителә.
1 майҙа төш ваҡытында По-2 самолёты бортынан «Правда» гәзите фотокорреспонденты В. А. Тёмин. Рейхстаг ҡыйығын төшөрөп алған. Был һүрәт донъяның тиҫтәләгән илдәре гәзит һәм журналдарын ураны. Лётчик Иван Вештак һуңынан былай тип хәтерләне: «Бик ҡатмарлы хәл менән бәйле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙыл байраҡ елберләгән Рейхстаг янынан бары бер тапҡыр ғына осоп үттек. Бына шулай был берҙән-бер һүрәт барлыҡҡа килде»[16]. Әммә Тёминдың төп был үҙенсәлекле кадрында бина көмбәҙендә Еңеү Байрағы булмай (сөнки Рейхстаг көмбәҙенә байраҡ тик 2 майҙа күсерелә), һәм гәзиттәрҙә баҫылыр алдынан ғына өҫтәп һүрәтләнә; әйтер кәрәк, рәссам-ретушёр ысын байраҡтан 2-3 тапҡырға ҙурыраҡ флаг һүрәтләгән[69][~ 5].
2 майҙа төшөрөлгән И. Я. Рюмкиндың ҡуйылыш фотографияһында Рейхстаг ҡыйығындағы Вильгельм I-нең атлы скульптураһына ҡуйылған ҡыҙыл байраҡ менән йәнәш, улар араһында булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән тупланған совет хәрбиҙәре һүрәтләнгән, улар араһында ике Советтар Союзы Геройы — И. Н. Лысенко (ситтән һулда) һәм С. А. Неустроев, шулай уҡ: В. Н. Правоторов, Г. П. Булатов, С. Е. Сорокин, С. Г. Орешко, П. Д. Брюховецкий, М. А. Пачковский, М. С. Гибадуллин — 674-се уҡсылар полкы. разведчиктар взводы. Һүрәт 1945 йылдың 20 майында «Правда» гәзитендә баҫылып сыҡҡан һәм артабан Рейхстагты штурмлау, Еңеү Көнө һәм Еңеү Байрағы тураһындағы темаларға иллюстрация булараҡ китаптарҙа, плакаттарҙа, журналдарҙа һәм почта маркаларында һ. б. киң ҡулланылған.
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Кантария и Егоров со знаменем . — на снимке А. Морозова в газете «Фронтовая иллюстрация», № 9-10, 1945 год. Архивировано 20 май 2013 года. | |
Знамя на куполе Рейхстага . Архивировано 20 май 2013 года. | |
Еңеү Байрағын ҡаҙау мәлен күрһәтеү демонстрация маҡсатында шулай уҡ ҡуйылыш кинохроникаһы — 1945 йылдың 2 майында совет фронт операторы Л. Р. Кармен булдырған художестволы инсценировка киң ҡулланыла. Кино төшөрөүҙә ҡатнашыусылар 2 май иртәһендә Рейхстагтың сит күҙҙән азат ителгән баҫҡысы буйлап бер нисә дублдә ҡыҙыл флаг менән инеү ишегенә табан йүгереп үтеп, ҡыйыҡҡа күтәрелә, һәм флагты Вильгельм I-нең атлы скульптураһына бәйләй. Кармендың төшөрөүҙәрендә ҡатнашыусылар араһында рейхстагтың төрлө мөйөштәренә байраҡ беркеткән реаль кешеләр — Григорий Булатов, Рахимжан Кошкарбаев, Семён Сорокин, Степан Неустроев булған. Кармен инсценировкаһына нигеҙләнеп, В. В. Богаткин «Рейхстагты штурмлау» картинаһын яҙған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.