Ерҙе өйрәнеүсе фәндәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ерҙе өйрәнеүсе фәндәр — Ер планетаһын өйрәнеүсе фәндәрҙең дөйөмләштерелгән исеме.[2]
Был геологияға ҡарағанда киңерәк термин, сөнки астрономия фәне кеүек Ерҙе планета булараҡ өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Ерҙе өйрәнеүсе фәндәр атмосфера, океандар, биосфераны, һәм шулай уҡ ҡоро ерҙе лә өйрәнә. Ерҙе өйренеүсе ғалимдар Ерҙең беҙҙең көндәргә тиклем үҫешен өйрәнеү өсөн физика, химия, биология, хронология һәм математика кеүек фәндәр менән эш итә.
Ерҙе өйрәнеүсе фәндәрҙең нигеҙе булған бәхәсһеҙ бер факт бар: Ер һәр ваҡыт үҙгәреп тороусы боронғо планета. Ерҙең үҙгәреү мөмкинлектәре кешеләр күҙ алдына килтерә алғандан да киңерәк.