Химия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хи́мия, Химейә[1] (ғәр. خيمياء, «chemi» – ҡара, ҡара ер, Мысырҙың боронғо атамаһына бәйле) – матдәләр, уларҙың үҙенсәлектәре, матдәләрҙең төрлө әүерелеүҙәре һәм был әүерелеүҙәргә хас күренештәр тураһындағы фән исеме. Иң ҙур әһәмиәткә эйә булған тәбиғәт фәндәренең береһе .
Химия | |
Кем хөрмәтенә аталған | алхимия |
---|---|
Алыштырған | алхимия |
Өйрәнеү объекты | химик ҡушылмалар, химик матдәләр төркөмө йәки синыфы[d], химик элемент һәм матдә[d] |
Һештег | chemistry |
Вики-проект | Проект:Химия[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 1 901 688 |
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу | kimya. |
Stack Exchange сайты | chemistry.stackexchange.com |
Химия Викимилектә |
Хәҙерге химия фәне атамаһы һуңғы осор латин телендәге chimia һүҙенән алынған, донъялағы бик күп телдәргә ингән: мәҫәлән, инглиз телендә - chemistry, немец телендә- Chemie, француз телендә - chimie. Рус теленә был термин Петр I осоронда ингән.
Фәнни-техник прогреста химия бик ҙур роль уйнай.
Химия халыҡ хужалығының бөтә өлкәләренә лә инә. Химия файҙалы ҡаҙылмаларҙы кәрәкле продуктҡа әйләндерә: металдарҙы, уларҙың иретмәләрен, яғыулыҡ эшкәртеүҙе тәьмин итә.
Ауыл хужалығы етештереү тармағының эш һөҙөмтәһе күп осраҡта химия сәнәғәтенең уны минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлау саралары менән тәьмин итеүгә бәйле. Химияның роле төҙөлөш материалдары, синтетик туҡымалар, пластмассалар, һабын һәм кер порошоктары, медикаменттар етештереүҙә лә бик ҙур.
Химик матдәләрҙе һәм уларҙың әүрелешен белекһеҙ, контролһеҙ ҡулланыу йыш ҡына әйләнә-тирә мөхиттең бысраныуына китерә, ә был үҫемлектәр, хайуандар һәм кешенең йәшәйешенә тиҫкәре йоғонто яһай.