Дубай (ҡала)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дуба́й (ғәр. دبيّ) — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең иң ҙур ҡалаһы, Дубай әмирлегенең административ үҙәге[1]. Шулай уҡ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең[2] һәм бөтә Яҡын Көнсығыштың мөһим сауҙа һәм финанс үҙәге[3]. Фарсы ҡултығы ярҙарында урынлашҡан.
Ҡала | |||||
Дубай ғәр. دبيّ | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Әмир |
Мөхәммәт ибн Рәшит әл-Мәктүм | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Майҙаны |
1114 км² | ||||
Климат тибы |
тропик сүл | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы |
2 262 000 кеше (2008) | ||||
Тығыҙлығы |
408,18 кеше/км² | ||||
Милли состав |
ғәрәптәр — 26,1% (аҫаба — 17 %), | ||||
Конфессиональ составы | |||||
Этнохороним |
дубайлы, дубайлылар | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 | ||||
Телефон коды |
+9714 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
1954—1971 йылдарҙа Британияның Килешелгән Оман протекторатының административ үҙәге булып тора[2]. Дубайҙа төрлө халыҡ-ара конференциялар, фестивалдәр, күргәҙмәләр һәм башҡа саралар үткәрелә[4], Экспо-2020 Бөтә донъя күргәҙмәһен дә ошо ҡалала үткәреү планлаштырыла[5].
Коллектор селтәрҙәре һалған ваҡытта Дубай тирәһендә табылған мангр һаҙлыҡтары ҡалдығына 7000 йыл тирәһе. 5000 йылдар самаһы элек ярҙар ил эсенә инә биргән һәм әлегәсә шулай ҡала. Был урындарҙы ҡом баҫҡан. Исламға ҡәҙәр бындағы халыҡ Баджаи (Баджар) тигән илаһҡа табынған. Византия һәм Сәсәниҙәр империялары (һуңғыһы төбәктең иң ҙур өлөшөнә эйә булған) хакимлығы аҫтында төбәк алға киткән.
XIX быуат башында Әл Әбү Фәләс тоҡомоноң бер тармағы — Бәни Йосой, Дубайҙа нығынып, 1833 йылға тиклем Әбү-Дәбигә баш булған. 1820 йылдың 8 ғинуарында Дубай һәм башҡа төйәктәр шәйехтәре Британия хөкүмәте менән «Дөйөм диңгеҙ солох килешеүе» төҙөй. 1833 йылда әл Мәҡтүм династияһы Әбү Дәбигә идара итеүҙән баш тартып, Дубайҙы тартҡылашһыҙ ғына үҙ ҡулына ала. Дубай Берләшкән Короллек ҡулы аҫтынан, Ғосман империяһының һөжүмдәренән яҡлау булырына вәғәҙә алып, «Айырым Килешеү» нигеҙендә сыға .
XIX быуатта ҡаланың хәл торошона ике фажиғә ҙур зыян килтерә: 1841 йылда ҡалала таралған сәсәк эпидемияһы кешеләрҙе Дәйрәнән көсығышҡа китергә мәжбүр итә, ә 1894 йылда ут сығып, ҡаланың күп өйҙәре яна. Мәгәр сауҙа өсөн яйлы был урын иғтибарҙы йәлеп итеүҙән туҡтамай. Дубай әмире сит илдәрҙән дә килһендәр өсөн һалымды бик аҙ алдырта. Бигерәк тә ул замандың төп сауҙа үҙәге булған Шәрҡиәнән (Шәрджә) күпләп киләләр.
1940-сы йылдарҙа Дубай бәләкәй генә ҡала була. Халҡы диңгеҙҙән ынйы сығарып, аҙыҡ-түлеккә алмаштырып йәшәй. Әммә Японияла уны яһалма етештерергә өйрәнгәс, тәбиғи ынйыға ихтыяж кәмей. Бөлгөнлөк башлана. Оҙаҡ ваҡыт Дубай нефткә бай Әбү-Дәби әмирлегенә күрше булыуынан бер аҙ файҙа күрә, ләкин 1966 йылда үҙ ерҙәрендә нефть табыла. 1969 йылдан башлап нефть сығарыуҙан табыш алына башлай[6]. Ҡапыл ғына үҫә башлаған нефть тармағына эшсе көстөр талап ителә, улар, нигеҙҙә, Һиндостандан һәм Пакистан тарафтарынан килеп төпләнә. Һөҙөмтөлө 1969 йылдан алып 1975 йылға тиклем ҡала халҡы дүрт тапҡырға арта[7]. Нефттән килгән табыш тәүге мәлдә ҡалаға бик ярҙам итә, ләкин Дубайҙа нефть запасы ҙур түгел, һәм уны бик күпләп сығармайҙар: нефттән килгән табыш бюджетҡа килгән аҡсаның ни бары 5 процентын ғына тәшкил итә[8]. Хәҙерге ваҡытта Дубай иҡтисадының нигеҙе — туризм, авиация, күсемһеҙ милек, финанс хеҙмәттәре[9][10][11].
Фарсы ҡултығында баш ҡала Әбү-Дәбиҙән төньяҡ-көнсығышҡа табан — Шарджа ҡалаһына күрше генә урынлашҡан. Географик координаттары: төньяҡ киңлектең 25°15', көнсығыш киңлектең 55°18'минутында урынлашҡан. Ҡаланың оҙонлоғо 134 км, киңлеге 35 км тәшкил итә.
Ҡаланың төп райондары:
Дубай — Яҡын Көнсығыштың эре сауҙа, финанс һәм туризм үҙәге. Ҡала үҫеш темптары буйынса Шанхай менән генә сағыштырырлыҡ. Мөһимлеге буйынса донъяла Гонконг һәм Сингапурҙан ҡала Өсөнсө реэкспорт үҙәге. Дубайҙа ҡайһы бер әһәмиәтле генә булған һалым төрҙәре бөтөнләй юҡ: ойошмалар табышына һалым, капитал үҫешенә һалым, физик шәхестәр килеменә һалым, шулай уҡ табыштарҙы илгә кире ҡайтарыуға һалым. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре шулай уҡ донъяның егерменән ашыу иле менән икеләтә һалым һалыуҙы булдырмау тураһында килешеүҙәр төҙөгән.
Дубайҙың тәрән һыулы диңгеҙ порты, пошлиналар түбән булыу сәбәпле, төрлө тауарҙарҙы, шул иҫәптән алтынды реэкспортлау буйынса ошо төбәктә алдынғы урынды алып тора.
Дубайҙың бизнесын алып барыуҙа ирекле иҡтисади зоналары әһәмиәтле урын алып тора. Офшор зона Джәбәл-Али районында урынлашҡан.
Ҡалала ике диңгеҙ порты, бер нисә автовокзал (иң ҙуры Бар-Дубайҙа) һәм ике эре халыҡ-ара аэропорт (Дубай (аэропорты һәм Халыҡ-ара Әл-Мәхтүм аэропорты бар. Автобустар селтәре киң үҫешкән, туҡталыштарҙың байтағында кондиционерҙар ҡуйылған. 2009 йылдың 9 сентябрендәДубай метрополитены асыла. 2009 йылдың 30 апрелендә Дубай монорельс юлы асыла. 2014 йылдың 12 ноябрендә ҡаланың бер районында трамвайҙар йөрөй башлай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.