Днестр буйы һумы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Днестр буйы һумы — 1994 йылдан Днестр буйы Молдавия Республикаһының рәсми валютаһы һәм ДМР территорияһында берҙән-бер рәсми түләү аҡсаһы. Элек республика халҡы уларҙы сувориктар тип йөрөттө[1][2], сөнки 1993—1994 йылдарҙағы барлыҡ һумдарҙа Александр Васильевич Суворовтың һүрәте менән марка йәбештерелгән ине. Бынан тыш, Днестр буйы Молдавия Республикаһы — танылмаған дәүләт булараҡ уның валютаһының ISO 4217 коды юҡ. Бындай кодты PRB[3][4][5] һәм RUP[6] аббревиатуралары менән алыштырғандар, уларҙы Днестр буйы һумы менән операциялар үткәргәндә Днестр буйы ойошмалары, ҡайһы бер украин, молдаван, урыҫ банктар[7][8] һәм башҡа ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡулланалар. Днестр буйы һумының символы — ҡуш аяҡлы «Р» хәрефе — 2012 йылда конкурс йомғаҡтары буйынса раҫланды[9].
Днестр буйы һумы | |||
---|---|---|---|
Rublă transnistreană / Рублэ транснистрянэ (молд.) | |||
| |||
Кодтар һәм и символдар | |||
ISO 4217 кодтары | PRB[a 1] | ||
Әйләнеш территорияһы | |||
Эмитент | Днестр буйы Молдава Республикаһы | ||
Сығарылма һәм параллель берәмектәре | |||
Бүленгән | тин (1⁄100) | ||
Ҡулланыуҙа булған ваҡ аҡсалар һәм банкноталар | |||
Ваҡ аҡсалар | 5, 10, 25 һәм 50 тин 1, 3, 5 һәм 10 һум | ||
Банкноталар | 1, 5, 10, 25, 50, 100, 200 һәм 500 һәм | ||
Ваҡ аҡсалар һәм банкноталар етештереү | |||
Эмиссион үҙәк | Днестр буйы Республика Банкы | ||
www.cbpmr.net | |||
18 апрель 2016[a 2] курсалар | |||
1 RUB | = 0,1707 PRB | ||
1 USD | = 11,3000 PRB | ||
1 EUR | = 12,7295 PRB | ||
1 GBP | = 16,0019 PRB | ||
1 UAH | = 0,4406 PRB | ||
| |||
Днестр буйы һумы Викимилектә |