Гуам
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гуа́м территорияһы (ингл. Territory of Guam, Ҡалып:Lang-ch) — — Тымыҡ океандың көнбайыш өлөшөндәге Мариан утрауҙары архипелагындағы утрау. Америка Ҡушма Штаттары составына инмәгән, әммә уларҙың милке һаналған утрау. Гуам, башҡа Мариан утрауҙары менән бер рәттән, Америка Ҡушма Штаттарының иң көнбайыш территорияһы булып тора. Сәйәси берәмек булараҡ, Гуам архипелагты Төньяҡ Мариан утрауҙары берләшмәһе менән уртаҡлаша.
| |||||
Девиз: «Where America’s day begins» | |||||
Гимн: «Stand Ye Guamanians» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | юҡ | ||||
Рәсми телдәр | инглизсә һәм чаморро[d] | ||||
Баш ҡала | Хагатна | ||||
Идара итеү төрө | Инкорпорацияланмаған ойошҡан АҠШ биләмәһе | ||||
Президент
Губернатор | Джо Байден
Лу Леон Герреро | ||||
Территория • Бөтәһе | 192 541,3 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2007) • Халыҡ тығыҙлығы | 173 456 чел. (179) 320 чел./км² | ||||
Валюта | АҠШ доллары (USD) | ||||
Интернет-домен | .gu | ||||
Код ISO | GU | ||||
МОК коды | GUM | ||||
Телефон коды | +1 671 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 10 |
Гуамдың баш ҡалаһы — Хагатна, ә халыҡ күп йәшәгән ҡала — Дедедо. Гуам 1983 йылдан алып Тымыҡ океан берләшмәһе ағзаһы булып тора. Гуам халҡын гуамдар тип йөрөтәләр, һәм улар тыуым буйынса Америка граждандары булып тора. Төп гуамдар — Көнсығыш Индонезия, Филиппин һәм Тайвань илдәренән булған башҡа австронезия вәкилдәре. Чаморро утрауға 4000 йыл самаһы элек күсеп килгән.
2016 йылдың мәғлүмәттәре буйынса, Гуамда 162 742 кеше йәшәгән. Гуамдың майҙаны 544 км² тәшкил итә, шуға ярашлы халыҡтың тығыҙлығы бер квадрат километрға 299 кеше тәшкил итә. Океанияла был Мариан утрауҙарынан иң ҙуры һәм иң көньяҡ, Микронезияла иң ҙуры. Иң бейек нөктә — диңгеҙ кимәленән 406 метр бейеклектәге Ламлам тауы. 1960 йылдарҙан алып утрау бюджетының төп килем статьялары булып туризм һәм Американың ҡораллы көстәре яғынан субсидиялар тора.
1521 йылдың 6 мартында Испанияла хеҙмәт иткән Португалия тикшеренеүсеһе Фернан Магеллан утрауға барған беренсе европалы була. Гуам Испания тарафынан 1668 йылда колониялаштырыла; күсеп килеүселәр араһында католик миссионер-изуиты Диего Луис де Сан-Виторес була. XVI—XVIII быуаттарҙа Гуам Манилаға китеп барған Испания галеондары өсөн мөһим йөк тейәү пункты була. 1898 йылдың 21 июнендә Испания-Америка һуғышы ваҡытында Ҡушма Штаттар Гуамды баҫып ала. Шул уҡ йылдың 10 декабрендә Париж килешеүенә ярашлы Испания Гуамды Ҡушма Штаттарға бирә.
Икенсе донъя һуғышына тиклем Тымыҡ океанда биш Америка территориаль берәмеге иҫәпләнә: Микронезияла Гуам һәм Уэйк атоллы, Полинезияла һәм Филиппинда Америка Самоаһы һәм Гавайҙары.
1941 йылдың 8 декабрендә, Перл-Харборға һөжүм иткәндән һуң бер нисә сәғәт үткәс, Гуамды япондар баҫып ала, улар утрауҙы ике йыл ярым буйы биләй. Баҫып алыу ваҡытында гуамдарҙы мәжбүри хеҙмәткә, көсләүгә, язалауға һәм башһыҙландырыуға дусар итәләр. Америка ғәскәрҙәре 1944 йылдың 21 июлендә утрауға контролде кире ҡайтара. Гуамдың рәсми булмаған девизы — «Америка көнө башланған урында», был датаны үҙгәртеү линияһына утрауҙың яҡынлығына һылтанма булып тора.