Ҡытай Республикаһы (Тайвань)
Көнсығыш Азиялағы өлөшләтә танылған дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡытай Республикаһы (ҡыт. ғәҙәти 中華民國, , пиньин: Zhōnghuá Mínguó); йыш ҡына республика контроле аҫтында булған биләмәләрҙең күп өлөшөн алып торған утрау исеме менән Тайва́нь тип тә йөрөтөлә) — Көнсығыш Азиялағы өлөшләтә танылған дәүләт. Ҡайсандыр бер партиялы система менән йәшәп, киң дипломатик танылыуға эйә булған һәм бөтә Ҡытай өҫтөнән контроллек иткән. Хәҙерге ваҡытта Тайвань һәм уға яҡын ятҡан утрауҙарҙы ғына контролдә тотҡан һәм сикләнгән дипломатик танылыуы булған демократик дәүләткә әйләнгән. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын төҙөүсе дәүләттәрҙең береһе, түҙәрәк БMO-ның Именлек Советы составына инә. 1971 йылда Ҡытай Республикаһының Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы урыны БМО-ның Генераль Ассамблеяһының 2758-се резолюцияһына ярашлы Ҡытай Халыҡ Республикаһына бирелә.
| |||||
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]] | |||||
Рәсми телдәр | гоюй[d], тайванский хакка[d][1], тайваньский язык[d], амисский язык[d], пайван[d], Kinmen dialect[d], O-ku-uā[d], Matsu dialect[d], Тайваньский жестовый язык[d], Saisiyat[d], Пуюма[d], атаяльский язык[d], Цзоу[d], Бунун[d], Rukai[d], Truku[d], Seediq[d], Sakizaya[d], Язык тао (ями)[d], Kavalan[d], Канаканабский язык[d] һәм Saaroa[d] | ||||
Баш ҡала | Тайбэй | ||||
Территория • Бөтәһе | 35 980 км² | ||||
Валюта | новый тайваньский доллар | ||||
Интернет-домен | .tw | ||||
Код ISO | TW | ||||
МОК коды | ROC, TWN | ||||
Телефон коды | +886 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+8:00[d], Asia/Taipei[d][2] һәм NST[d] |
2018 йылдың авгусындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, Ҡытай Республикаһы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында ағза булып торған 17 дәүләт тарафынан ғына танылһа ла, ғәмәлдә ул үҙ вәкиллектәре аша донъяның күпселек илдәре менән бәйләнеш тота.