From Wikipedia, the free encyclopedia
Василий Гаврилович Грабин (1899/1900 — 1980) — совет конструкторы һәм Бөйөк Ватан һуғышы артиллерия ҡоралын етештереүҙе ойоштороусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы, техник ғәскәрҙәр генерал-полковникгы (1945), дүрт Сталин премияһы лауреаты (1941, 1943, 1946, 1950), Артиллерия фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
Грабин Василий Гаврилович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 28 декабрь 1899 (9 ғинуар 1900) |
Тыуған урыны | Старонижестеблиевская[d], Таманский отдел[d], Кубан өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 18 апрель 1980 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Королёв, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | инженер, сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр |
Эшмәкәрлек төрө | артиллерия[d] |
Эш урыны | Военная академия РВСН имени Петра Великого[d] |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто |
Военная академия РВСН имени Петра Великого[d] Михайловская военная артиллерийская академия[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | генерал-полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Грабин Василий Гаврилович Викимилектә |
1899 йылдың 28 декабрендә (1900 йылдың 9 ғинуарында) Иҫке Нижестеблиевская станицаһында (хәҙер Краснодар крайының Красноармейский районы) тыуған. 1921 йылдан РКП(Б) ағзаһы. 1923 йылда Петроградта артиллерия училищеһын тамамлай, һуңынан бер нисә йыл хәрби командир булып хеҙмәт итә. Бынан һуң Дзержинский исемендәге хәрби-техник академияның артиллерия факультетына уҡырға инә. Ул ваҡытта унда В. И. Рдултовский, П. А. Гельвих һәм башҡалар кеүек күренекле белгестәр уҡыта.
1930 йылда академияны тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Путиловец заводының конструкторлыҡ бюроһында инженер-конструктор булып эшләй. Бер йылдан ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариатының (Мәскәү) Бөтә Союз ҡорал-арсенал ассоциацияһының (ВОАО) 2-се конструкторҙар бюроһына ебәрелә. Ул килгәндән һуң 2-се конструкторҙар бюроһы 1-се конструкторҙар бюроһы менән берләштерелә һәм Бөтә Союз ҡорал-арсенал ассоциацияһының конструкторҙар бюроһы ойошторола.
1932 йылда ДКБ-38 начальнигының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә (Бөтә Союз ҡорал арсеналдары ассоциацияһы конструкорлыҡ бюроһы базаһында булдырыла), ул ваҡыттағы берҙән-бер конструкторлыҡ бюроһы төрлө типтағы көбәкле артиллерия системаларын эшләү һәм камиллаштырыу менән шөғөлләнә. 1933 йыл аҙағында ДКБ-38 бөтөрөлгәндән һуң 92-се (Горький) заводҡа ебәрелә, ул саҡта үҙенең проект бюроһы булмай, завод тик етештереү менән генә шөғөлләнә. Ул ваҡытта бойороғо буйынса ҡорал системалары эшләнгән СССР хәрби етәкселәре араһында классик көбәкле артиллерияның юҡҡа сығыуы һәм динамо-реактив (типмәүсе) артиллерияға күсеү тураһында теория өҫтөнлөк итә. Атап әйткәндә, М. Н. Тухачевский был теория яҡлыларҙың береһе була. В. Г. Грабин ҙур ҡыйынлыҡ менән СССР-ҙың ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариаты аша көбәкле артиллерия менән шөғөлләнгән конструкторлыҡ бюроһын булдырыу кәрәклеген иҫбатлауға өлгәшә. Грабин уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 92-се артиллерия заводында В. Г. Грабин инициативаһы менән бер төркөм йәш конструкторҙар яңы перспективалы орудие моделдәрен эшләүен дауам итә, улар тәүҙә завод директоры яҡлауын тапмай, ул хатта баш конструкторҙы вазифаһынан бушатырға тырыша. Халыҡ комиссары Г. К. Орджоникидзеның, ә һуңыраҡ И. В. Сталиндың ярҙамы В. Г. Грабинға заводта эшләүен дауам итергә һәм яңы орудиелар төҙөргә мөмкинлек бирә. Заводтың яңы директоры А. С. Елян уның фекерҙәш кешеһе була.
В. Г. Грабин етәкселегендә эшләнгән тиҙләтелгән проектлау ысулы эш башланғандан алып һынау өлгөләренә тиклем айҙар, хатта аҙналар эсендә яңы орудиелар эшләү мөмкинлеген бирә, ә конструкторҙар һәм технологтарҙың берлектәге эше — ҡыҫҡа ваҡыт эсендә метал, энергия һәм хеҙмәт сығымдарын экономиялап, орудиеларҙы тулайым производствоға ҡуйырға мөмкинлек бирә. Проект-инженерлыҡ эштәрен ойоштороуҙа В. Г. Грабин донъя кимәленән тиҫтәләрсә йылдарға алдараҡ була; мәҫәлән, 1930-сы йылдар аҙағында яңы орудиелар проектлау өсөн табип-физиологты йәлеп итә, ә «кеше-машина» — системаһының гармониялы үҙ-ара тәьҫир итешеүен тәьмин иткән фән атамаһы — «эргономика» тик XX быуаттың 50-се йылдарында ғына барлыҡҡа килә.
1942 йылдың авгусынан СССР Хөкүмәте һәм дәүләт оборона комитеты ҡарары менән В. Г. Грабин Калининградта Үҙәк артиллерия конструкторлыҡ бюроһы ойоштороуға тотона, һуңынан уны етәкләй. В. Г. Грабин етәкселегендә түбәндәгеләр булдырыла:
1945 йылда техник ғәскәрҙәр генерал-полковнигы персональ хәрби дәрәжә бирелә.
1946 йылдан — Ғилми-тикшеренеү артиллерия институтының баш конструкторы һәм етәксеһе. 2-3 саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1946—1954). 1957 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Оборона техникаһы дәүләт комитетының Үҙәк ғилми тикшеренеү институты-58 баш конструкторы һәм директоры итеп тәғәйенләнә. 1960 йылдан алып Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында уҡыта.
1950-се йылдарҙа артиллерия системалары менән ҡыҙыҡһыныу ҡырҡа кәмей. Тәүҙә Берия Л. П. ә һуңынан Н. С. Хрущев, ракета төҙөлөшөнә йүнәлеш ала. Быны маршал Д. Ф. Устинов менән күптәнге конфликт ҡатмарлаштыра. Һөҙөмтәлә Грабин эшләгән бер генә орудие — С-60 зенит орудиеһы ҡоралланыуға ҡабул ителә. Шулай уҡ өлөшләтә С-23 ҡабул ителә, әммә һуңғараҡ, ашығыс рәүештә кәрәк булғанда һәм ҙур булмаған серияла. Әммә уның етәкселеге аҫтындағы коллектив бер нисә артиллерия ҡорал системаһын эшләй:
1980 йылдың 18 апрелендә Калининградта (Мәскәү өлкәһе) вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында (участка № 9) ерләнгән.
В. Г. Грабин «Еңеү ҡоралы» мемуарҙар китабын яҙа, 1972—1973 йылдарҙа «Октябрь» журналында баҫыла. 1989 йылда китап сәйәси әҙәбиәт нәшриәтендә (Мәскәү) тулы вариантта, журнал вариантына әҙерләү барышында хәтирәләр тексына индерелгән төҙәтеүҙәрһеҙ һәм үҙгәрештәрһеҙ итеп нәшер ителә:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.