From Wikipedia, the free encyclopedia
Георгиев Александр Сергеевич (17 июль 1975 йыл, Пятилипы ауылы, Новгород өлкәһе) — СССР һәм Рәсәй шашкасыһы, туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы (Рәсәй йыйылма командаһы составында еңеүен иҫәпләмәйенсә), өс тапҡыр Европа чемпионы, донъя чемпионатының көмөш призеры (2018) һәм фриз шашкалары буйынса Европа чемпионы. Халыҡ-ара гроссмейстер. Сеанста сәғәт менән бер үк ваҡыттағы уйындың таҡталар һаны буйынса донъя рекордсмены (45).
Георгиев Александр Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 июль 1975 (49 йәш) |
Тыуған урыны | Пятилипы[d] |
Һөнәр төрө | спортсы |
Спорт командаһы ағзаһы | "Башнефть (шашка клубы)" |
Спорт төрө | урыҫ шашкаһы[d] һәм халыҡ-ара шашка[d] |
Ҡатнашыусы | Чемпионат мира по международным шашкам среди мужчин 2015[d] һәм Чемпионат мира по международным шашкам среди мужчин 2015 (матч)[d] |
Георгиев Александр Сергеевич Викимилектә |
Бөтә программаларҙа ла халыҡ-ара шашка буйынса 20-нән ашыу Рәсәй чемпионы. «Башнефть» (Өфө) (элекке «Нефтсе» (Ишембай) клубтары составында — Рәсәй, Европа чемпионы (Европа чемпиондары Кубогын яулаусы), Mo&Z Volendam составында — Нидерланд чемпионы.
64-100.com блогында сайт алып бара[1], «Шашечный мир» (Мәскәү) журналының штаттан тыш хәбәрсеһе.
Александр Леман менән бергә Леман — Георгиев тип аталған турнир үткәреү системаларын төҙөй.
2011 йылда донъя чемпионатының бронза призеры 2010 йылда тиҙ программала Рәсәй Кубогын яулаусы.
Туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы 2002, 2003, 2004, 2006, 2011, 2013 (ике тапҡыр), 2015 (ике тапҡыр). Үҫмерҙәр араһында өс тапҡыр донъя чемпионы (1992—1994), шәп уйында донъя чемпионы (Нидерланд, 1999), тиҙ уйында донъя чемпионы (2014), блиц буйынса донъя чемпионатында 3-сө урын (Лондон, 1999), Бөтә донъя Олимпиадаһында интеллектуаль уйындарҙа 2-се урын (Лондон, 1999). 2017 йылда Рәсәй йыйылма составында халыҡ-ара шашка ярыштарының Европа команда чемпионтында беренсе урын яулай.
Йыл | Кимәл | Үткәреү урыны | Турнир/Матч | Иҫәп | Урын |
---|---|---|---|---|---|
1995 | ЕЧ | Люблинец | Турнир | +12 =7 −0 | 1-е |
1996 | ДЧ | Абиджан | Турнир | +3 =7 −1 | 4-е |
1999 | ЕЧ | Хогезанд | Турнир | +4 =7 −4 | 8-е |
2001 | ДМ | Мәскәү | Турнир | +4 =10 −2 | 7-е |
2002 | ЕЧ | Домбург | Турнир (плей-офф) | 2-е[2] | |
2003 | ДЧ | Якутск | Алексей Чижов менән матч | +4 сета −1 сет | 1-е |
2003 | ДЧ | Звартслёйс | Турнир | +6 =13 −0 | 1-е * |
2004 | ДЧ | Өфө / Ижевск | Матч с Алексеем Чижовым | +4 сета −1 сет | 1-е |
2005 | ДЧ | Амстердам | Турнир | +1 =9 −1 ** | 9-е |
2006 | ДЧ | Якутск | Матч с Алексеем Чижовым | не игрался | 1-е |
2006 | ЕЧ | Бовец | Турнир (швейц. система) | +4 =6 −0 | 1-е |
2007 | ДЧ | Харденберг | Турнир | +5 =14 −0 | 3-е |
2008 | ЕЧ | Таллин | Турнир (швейц. система) | +3 =6 −0 | 2-е |
2009 | ДЧ | Энсхеде, Твенте, Хенгело | Александр Шварцман менән матч | 2-е *** | |
2010 | ЕЧ | Мужасихле | Турнир (швейц. система) | +4 =5 −0 | 1-е |
2011 | ДЧ | Эммелорд / Урк | Турнир | +7 =12 −0 | 1-е |
2012 | ЕЧ | Эммен | Турнир (швейц. система) | +2 =7 −0 | 8-е |
2013 | ДЧ | Таллин | Александ Шварцман менән матч | 1-е | |
2013 | ДЧ | Өфө | Турнир | +4 =7 −0 ** | 1-е |
2014 | ЧЕ | Таллин | Турнир (швейц. система) | +2 =7 −0 | 11-е |
2015 | ДЧ | Измир | Жан Марк Нджофанг менән матч | 1-е **** | |
2015 | ДЧ | Эммен | Турнир | +6 =13 −0 | 1-е |
2017 | ДЧ | Таллин | Турнир | +1 =9 −1 ** | 7-е |
* 1-3 урындарҙы бүлешә, өҫтәмә блиц-турнирҙа еңә.
** Финалда
*** Уйындың төп өлөшө тигеҙ иҫәптә тамамлана. Еңеүсе өҫтәмә матчта билдәләнә.
**** Классик форматта тигеҙлек, рапид форматта өҫтөнлөк итә.
Шашка менән 7 йәшендә ленинград ҡалаһынәң йәштәр ижады һарайында шөғөлләнә башлай. Тәүге тренеры Анатолий Свечников була[3]. 12 йәшендә халыҡ-ара шашка менән мауыға. Сергей Маньшиндың уҡыусыһы. СССР спорт мастеры (1990), халыҡ-ара гроссмейстер (1995). 1996 йылдан — Ҡораллы Көстәр. 1990—2000 йылдар башында Ишембайҙа йәшәй һәм күнекмәләр үткәрә. Тренеры — Юрий Владимирович Черток. Хәҙер Санкт-Петербургта йәшәй һәм күнекмәләргә йөрөй, тренеры Верховых Александр Олегович[4].
Александр Георгиевтың беренсе тренеры биргән интервьюһында былай тип әйтә[5]:
— Ни өсөн бер нисә йыл элек Александр беҙҙең ҡаланан китә? — Төп сәбәбе — Петербург бағыусылар табылмай. Ә Ишембайҙа уға фатир бирәләр, финанс ярҙамы күрһәтәләр.
Башҡортостанда шашка спорты дәүләт кимәлендә хуплана.
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса нәҡ Башҡортостандан Рәсәй вәкилдәре тәүге тапҡыр 2003 йылда донъя чемпионы була.
Башҡортостан президентының ҡотлау телеграммаһынан[6]:
«Ҡәҙерле Александр Сергеевич!
Һоҡланғыс еңеүегеҙ — халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы титулын яулауығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Ул туғыҙ тапҡыр донъя чемпионының көсөргәнешле көрәше менән өлгәшелде. Һеҙҙең уңыштар республикала физик культура һәм спорттың үҫешенең , беҙҙең шашка уйындарының юғары кимәлдә булыуына тағы бер тапҡыр дәлил булып тора. Был бигерәк тә мөһим, сөнки ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы титулы яңынан беҙҙә.
Һезгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыуған Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй даны хаҡына яңы спорт еңеүҙәре!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов».
Ҡатыны — Георгиева Гүзәл, шулай уҡ шашкасы, Рәсәй гроссмейстеры, бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы. Балалары: Светлана һәм Сергей.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.