Галушкалар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Галу́шкалар (укр. галушки́, словак. halušky, ингуш. хьалтамаш, чеч. галнаш) — көнсығыш Европа (Венгрия, Словакия, Чехия, Польша, Украина) һәм өлөшләтә төньяҡ-кавказ (Чечня, Ингушетия, Балҡария) аш-һыуы блюдоһы, ҡайнап торған һыуҙа бешерелгән ҡамыр киҫәктәре. Украина галушкаларын (май йәки ҡаймаҡ менән) айырым блюдо итеп тә бирәләр йәки галушкалар менән аш бешерәләр. Ингушетияла галушкаларҙың ике төрө бар — жур-хьалтамаш (чеч. ахар галнаш) (кукуруз ононан) һәм хьор-хьалтамаш (бойҙай ононан). Ике төрө лә мотлаҡ урман йыуаһы йәки һарымһаҡлы соус менән иткә гарнир сифатында бирелә. Чечен, ингуш һәм балҡар аш-һыуында йышыраҡ галушкалар менән бешкән ит әҙерләйҙәр. Һирәгерәк итте мейестә бешерәләр, ҡыҙҙыралар йәки күмерҙә әҙерләйҙәр. Һәр төрөндә лә иткә соус менән галушкалар өҫтәйҙәр[1].
Шулай уҡ «Ялҡау эремсек билмәне» исемле (айырым блюдо һымаҡ) уның айырым төрө бар — ул ғәҙәттә татлы аш тәмләткес (иретелгән май менән ҡуйыртылған һөт, йәки шуға оҡшаш) менән бирелә.