Галиция-Волынь кенәзлеге
From Wikipedia, the free encyclopedia
Галиция-Волынь кенәзлеге (1199—1392; укр. Галицько-Волинське князівство) — Роман Мстиславичтың Волынь һәм Галиция кенәзлектәрен берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Рюриковичтар династияһының көньяҡ-көнбайыш урыҫ кенәзлеге. 1254 йылда Даниил Галицкий Дорогочинда Рим папаһы Иннокентий IV ҡулынан «Русь короле» тигән титул ҡабул иткәндән һуң, ул һәм уның тоҡомдары король титулын ҡулланалар.
Галиция-Волынь кенәзлеге | |||
укр. Галицько-Волинське князівство | |||
| |||
1199 — 1392
| |||
---|---|---|---|
Баш ҡала | |||
Телдәр |
Боронғо рус теле | ||
Дин |
православие | ||
Майҙаны |
Галиция кенәзлеге — 52 мең кв. км, Волынь кенәзлеге — 64 мең км² + башҡа ерҙәр | ||
Халҡы |
Галиция кенәзлеге - 200 мең кеше, 1362 йыл | ||
Идара итеү формаһы | |||
Династия |
Рюриковичтар:
Пястар | ||
Тарихы | |||
• 1199 |
Кенәзлек ойоштороу | ||
• 1238 |
Ҡабаттан берләшеү | ||
• 1254 |
Даниилды коронациялау | ||
• 1303 |
Митрополия ойоштороу | ||
• 1349 |
Галицияны юғалтыу | ||
• 1392 |
Волынде юғалтыу, йәшәүҙән туҡтау | ||
Галиция-Волынь кенәзлеге Викимилектә | |||
Галиция-Волынь кенәзлеге Киев Русенең тарҡалыу осоронда иң ҙур кенәзлек була. Уның составына Галиция, Перемышль, Звенигород, Теребовль, Волынь, Луцк, Белз, Полесье һәм Холм ерҙәре, шулай уҡ хәҙерге Подляшье, Подолье, өлөшләтә Закарпатье һәм Молдавия территориялары инә.
Кенәзлек Көнсығыш һәм Үҙәк Европа сәйәсәтендә үҙен актив тота. Уның төп күршеләре һәм көндәштәре Польша короллеге, Венгрия короллеге һәм ҡыпсаҡтар, ә XIII быуат уртаһынан — шулай уҡ Алтын Урҙа һәм Бөйөк Литва Кенәзлеге була. Уларҙан һаҡланыу өсөн Галиция-Волынь кенәзлеге бер нисә тапҡыр католик Рим, Изге Рим империяһы һәм Тевтон ордены менән килешеүгә ҡул ҡуя.
Галиция-Волынь кенәзлегенең ҡаҡшауының бер нисә сәбәбе була: Алтын Урҙа[3][4] менән булған мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыуы; Лев һәм Андрей Юрьевичтарҙың бер үк ваҡытта (1323) үлеүенән һуң кенәзлектең ерҙәре уның күршеләре — Польша короллеге һәм Бөйөк Литва кенәзлеге тарафынан баҫып алына башлауы; Рюриковичтарҙың династияһы өҙөлөүе. Кенәзлек Галиция-Волынь мираҫы өсөн булған һуғышта ерҙәре бүленеп тартып алынып бөткәндән һуң тарҡала (1392).