Волга буйындағы аслыҡ (1921—1922)
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында большевиктар контролдә тотҡан территорияларҙағы аслыҡ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Волга 1921—1922 йылдарҙа Волга буйындағыаслыҡ— Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында большевиктар контролдә тотҡан территорияларҙағы аслыҡ. Көньяҡ Урал һәм Волга буйы төбәктәре иң оҙаҡ һәм күпләп зыян күргәнлектән, Волга буйында аслыҡ булараҡ билдәле. Ҡайһы бер төбәктәрҙә күпләп асығыу 1920 йылдың көҙөнән 1923 йылдың йәйенә тиклем күҙәтелһә лә, аслыҡтың иң ауыр мәле 1921 йылдың көҙө — 1922 йылдың яҙына тура килә. Рәсми статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, аслыҡ 35 губернаны солғап ала, Һамар, Һарытау губерналары ныҡ зыян күрә, аслыҡ дөйөм һаны 90 миллион тәшкил итеп, шуларҙың 40 миллионға яҡыны (совет рәсми мәғлүмәттәр буйынса — 28 миллион[1]) Волга буйын, Көньяҡ Украинаны, Ҡырымды, Башҡортостанды, Ҡаҙағстанды, өлөшләтә Урал алдын һәм Көнбайыш Себерҙе[1] солғап алды.
Волга буйындағы аслыҡ | |
Дәүләт |
СССР Совет Рәсәйе |
---|---|
Урын | Волга буйы |
Башланыу датаһы | 1921 |
Тамамланыу датаһы | 1922 |
Волга буйындағы аслыҡ (1921—1922) Викимилектә |
Аслыҡ ҡорбандары һаны 5 миллион самаһы кеше тәшкил итә.[2]. Аслыҡ менән көрәш барышында совет хөкүмәте беренсе тапҡыр капиталистик илдәрҙән ярҙамҡабул итә. Аслыҡ менән көрәш өсөн сиркәүҙәрҙән затлы әйберҙәр тартып алыу[1] совет властарына бер үк ваҡытта православие сиркәүенә массированный (берләштерелгән) һөжүм яһауҙы тормошҡа ашырыусы ҡорал булып та хеҙмәт итә. Америка ярҙам администрацияһы ебәргән ашамлыҡ һәм дарыу 11 миллион самаһы кешене ашатырға етә.