Византия империяһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Византия империяһы, Византия, Көнсығыш Рим империяһы (395—1453) — 395 йылда император Феодосий I вафат булып, Рим империяһы көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүленеп бөткәндән һуң барлыҡҡа килгән дәүләт. Бынан һуң һикһән йыл да үтмәй, Көнбайыш Рим империяһы йәшәүҙән туҡтай, ә Византия Антика Ахыры һәм Урта быуаттар тарихында ун быуат самаһына Боронғо Римдың тарихи, мәҙәни һәм цивилизация вариҫы булып ҡала[2][3].
Византия (Көнсығыш Рим империяһы) | |||||
лат. Imperium Romanum, Romania грек. Βασιλεία Ῥωμαίων, Ῥωμανία | |||||
| |||||
395 — 1204[1]
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала | |||||
Телдәр |
латин, византия теле | ||||
Дин |
православ | ||||
Аҡса берәмеге |
солид, византия аҡсаһы, дукат | ||||
Майҙаны |
3 500 000 км², VI быуатта Юстиниан I хакимлек иткән осорҙа | ||||
Халҡы |
3 500 000-дән (VI быуат) 5 000 000 тиклем (1281 йыл) | ||||
Идара итеү формаһы | |||||
Династия |
20-нән артыҡ династия | ||||
Преемственность | |||||
Предшественники и преемники | |||||
| |||||
Византия империяһы Викимилектә | |||||
Көнсығыш Рим империяһына ул ҡолатылғандан һуң Көнбайыш Европа тарихсыларының хеҙмәттәрендә «Византия» тигән атамаһы бирелә. Ул Константинополдең тәүге исеме — Византийҙан алынған. 330 йылда Рим императоры Константин I Рим империяһының баш ҡалаһын шунда күсерә һәм исемен «Яңы Рим» тип үҙгәртә[4]. Византийҙар үҙҙәрен римлылар — грекса «ромейҙар» тип[4], ә державаларын «Рим („Ромей“) империяһы» (урта грек (византий) телендә — Βασιλεία Ῥωμαίων, Васили́я Роме́он) йәки ҡыҫҡартып «Романия» (Ῥωμανία, Романи́я) тип йөрөтә. Көнбайыш сығанаҡтар иһә, унда VII быуаттан грек теле, эллинлашҡан халыҡ һәм мәҙәниәт өҫтөнлөк алыуы сәбәпле, уны «гректар империяһы» тип атай. Боронғо Руста Византияны ғәҙәттә «Грек батшалығы», ә уның баш ҡалаһын Царьград тип йөрөтәләр.
Константинополь, урта быуаттарҙағы иң ҙур ҡалаларҙың береһе, Византия империяһының алмаштырғыһыҙ баш ҡалаһы һәм цивилизация үҙәге була[5]. Император Юстиниан I (527—565) осоронда империяның биләмәләре айырыуса киң була, сөнки ул бер нисә тиҫтә йылға Римдың элекке көнбайыш провинцияларының яр буйындағы территорияларын һәм иң ҡеүәтле Урта диңгеҙ буйы державаһы тигән данын ҡайтарып алыуға өлгәшә. Артабан күп һанлы дошмандар ҡыҫымы аҫтында ерҙәрен юғалта. Славян, лангобард, вестгот һәм ғәрәп баҫҡындарынан һуң империя ҡарамағында Греция менән Кесе Азия территорияһы ғына ҡала. IX—XI быуаттарҙа бер аҙ ҡеүәтләнһә лә, XI быуат аҙағына Сәлжүктәр һөжүменән, Манцикерт янындағы еңелеүҙән, 1204 йылда Константинополде баҫып алған тәре йөрөтөүселәр ҡыйралыштарынан көсөн юғалта, XV быуатта иһә ғосмандар баҫымына сыҙамай тулыһынса һәләк була.