ВКонтакте
Рәсәйҙәге социаль селтәр / From Wikipedia, the free encyclopedia
«ВКонтакте»[7] (башҡ. «Бәйләнештә», халыҡ-ара атамаһы: VK) — Рәсәй социаль селтәре, штаб-фатиры Санкт-Петербургта. Европалағы иң эре социаль селтәр. Сайт 90-лаған телдә, шул иҫәптән башҡортса ла эшләй; айырыуса рус телле файҙаланыусылар араһында популяр. «ВКонтакте» хәбәрләшергә, шәхси биттәр һәм төркөмдәр асырға, һүрәттәр, тегтар, аудио- һәм видеояҙмалар менән уртаҡлашырға, браузер уйындары уйнарға мөмкинлек бирә. "ВКонтакте"ның бурысы — һәр мәлдә лә селтәр аралашыуының иң заманса, етеҙ һәм йәмле ысулы булып ҡалырға[8].
ВКонтакте | |
Нигеҙләү датаһы | 10 октябрь 2006[1] |
---|---|
Нигеҙләүсе | Павел Дуров[d], Мирилашвили, Вячеслав Михайлович[d][2] һәм Левиев, Лев Бинзумович[d][2] |
Дәүләт | Рәсәй |
Хужаһы | VK[d] |
Бойһонған ойошма (филиал) | Рекламные инструменты «ВКонтакте»[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Булдырыусы | Павел Дуров[d] |
Автор | Павел Дуров[d] |
Ил | Рәсәй |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Продукция | социальная сеть[d] |
Эшләүсе | Павел Дуров[d] |
Программалау теле | KPHP[d] |
Йылына инеүселәр һаны | 100 000 000[3] |
Рәсми сайт | vk.com |
Яуаплы | Игорь Сычёв[d] |
Ранг Alexa | 15[4] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 1 008 413 һәм 127 000 ± 999[5] |
Рейтинг посещаемости от Similarweb | 22[6] |
Маска URL для поиска | https://vk.com/search?c%5Bq%5D=$1 |
ВКонтакте Викимилектә |
2006 йылдың 10 октябрендә эшен башлаған ресурс тәүҙә Рәсәй вуздары студенттары һәм тамамлаусыларына тәғәйенләнә[9], шунан үҙен «селтәр аралашыуының заманса, етеҙ һәм йәмле ысулы» тип тәҡдим итә башлай. 2017 йылдың авгусына ҡарата тәүлеклек аудиторияһы 80 миллиондан ашыу инеүсенән тора, 460 миллиондан ашыу файҙаланыусы теркәлгән[10]. SimilarWeb мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылдың сентябренә донъяла популярлығы буйынса «ВКонтакте» 7-се урынды биләгән[11].
"ВКонтакте"ның штаб-фатиры Санкт-Петербургтың тарихи районындағы бинала — «Зингер» компанияһының йортонда урынлашҡан. Өҫкө биш ҡатты «ВКонтакте» командаһы биләй, аҫҡы икеһендә — билдәле «Дом книги» китап магазины. Компанияның офисы Мәскәүҙә лә бар (2017 йылдың июненә тиклем Киевта ла була[12]). 2017 йылдың февралендә Андрей Рогозов "ВКонтакте"ның баш башҡарма директоры (СЕО) итеп тәғәйенләнә.