Ботния ҡултығы (фин. Pohjanlahti, швед. Bottniska viken) — Финляндияның көнбайыш яр буйы менән Швецияның көнсығыш яр буйы араһында урынлашҡан Балтик диңгеҙенең төньяҡ өлөшөндәге ҡултыҡ.
Ботния ҡултығы | |
---|---|
фин. Pohjanlahti, швед. Bottniska viken | |
Координаты: пропущена долгота | |
Юғарылағы акватория | Балтик диңгеҙе |
Илдәр | |
Майҙаны | 117 000 км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 295 м |
Уртаса тәрәнлек | 60 м |
Ҡойоусы йылға | Турнеэльвен, Далэльвен |
Ботния ҡултығы Викимилектә |
География
Ҡултыҡ тоҙлолоғо көньяҡтан төняҡҡа ҡарай бик ныҡ кәмей.
Ҡултыҡ оҙонлоғо 700 км-ҙан ашыу, максималь киңлеге яҡынса 240 км. Урта өлөшөндә (Норра-Кваркен боғаҙында) киңлеге тарайып 75 км-ға барып етә. Максималь тәрәнлеге — 295 м.
Ҡултыҡ яр буйҙары йырғыланған, улар тирәһендә күп утрауҙар һәм шхерҙар урынлашҡан. Иң ҙур утрауҙары — Аланд, Хайлуото, Реплот һәм Эугму (барыһы ла — Финляндия), Гресё, Хертсён һәм Хольмён (барыһы ла — Швеция).
Ҡултыҡҡа ҡойоусы иң ҙур йылғалар — Кокемяэнйоки, Кюрёнйоки, Оулуйоки, Иййоки, Кемийоки, Турнеэльвен, Каликсэльвен, Лулеэльвен, Питеэльвен, Шеллефтеэльвен, Умеэльвен, Онгерманэльвен, Индальсэльвен, Юнган, Юснан, Далэльвен.
Төп порттары: Раума, Пори, Вааса, Коккола, Оулу, Кеми (барыһы ла — Финляндия), Евле, Худиксвалль, Сундсвалль, Умео, Лулео (барыһы ла — Швеция).
Ҡултыҡта боҙланыуҙан һуңғы осорҙа ер ҡабығының күтәрелеүе күҙәтелә. Тикшеренеүҙәргә ярашлы ҡултыҡтың төньяҡ өлөшөндә ҡоро ер бер быуат эсендә яҡынса 90 см-ға, ә көньяғында — 20 см-ға күтәрелә[1]. Яҡынса 2000 йылдан һуң Ботния ҡултығы күлгә әйләнәсәге күҙалланған[1].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.