Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Океаноло́гия (океан һәм бор. грек. λόγος — фекер йөрөтөү, һүҙ) йәки океаногра́фия (океан һәм бор. грек. γραφειν — яҙам, һүрәтләйем) - океандың һәм атмосфераның ҙур масштабта бер-береһе менән тәьҫир итешеүен һәм уның оҙаҡ арауыҡта үҙгәрешен, океандың материктар менән, атмосфера һәм океан төбөнөң химик алмашыныуын, биотаны һәм уның экологик тәьҫир итешеүҙәрен, океан төбөнөң геологик төҙөлөшөн, океандың төрлө райондары араһындағы энергия һәм есем алмашыу иҫәбенә барған урындағы һәм локаль процестарҙы өйрәнә. Океанология — тотош океанда, уның айырым региондарында (региональ океанология), ситтә ятҡан һәм эске диңгеҙҙәрҙә барған физик, химик һәм биологик процестарҙы өйрәнеүсе фән. Рәсәйҙә «океанография» шул уҡ фән, тик унда биология инмәй.
Океанология | |
Өйрәнеү объекты | океан |
---|
Океанды өйрәнеүгә төрлө дәүерҙәрҙә йәшәгән диңгеҙселәр, айырыуса XV быуат аҙағы — XVI быуат башында, Бөйөк географик асыштар осоронда алыҫ ҡитғаларға сәфәр яһаған диңгеҙселәр, ҙур өлөш индерә. 1519 йылда Ф. Магеллан етәкселегендәге 5 караптан торған испан экспедицияһы тәүге Бөтә донъя буйлап сәйәхәткә китә, экспедициянан тик бер карап 1522 йылда тыуған илгә ҡайта. Был экспедиция донъялағы бөтә океандарҙың да бер-береһе менән тоташҡан икәнен иҫбатлай[1].
Океанография буйынса тәүге хеҙмәт тип Италия ғалимы (монах) Луиджи Марсильиның «Диңгеҙҙең физик тарихы» китабын атайҙар (Амстердамда 1725 йылда нәшер ителгән)[2]. XVIII аҙағына диңгеҙле ҙур илдәрҙең гидрография хеҙмәттәренең архивтарында елдәр һәм иң мөһим диңгеҙ юлдары тураһында бик күп мәғлүмәт туплана (караптарҙың вахта журналдарында теркәлгән яҙыуҙар).
Рәсәйҙә «Океанолог» һөнәрен ике юғары уҡыу йортонда — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында һәм К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү дәүләт ауыл хужалығы академияһында алырға була[3].
Океанологияла ете бүлек бар:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.