Благовар районы (рус. Благоварский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Языков ауылы. Районда 26009 кеше йәшәй.
Ҡыҫҡа факттар Ил, Статус ...
Ябырға
- Баһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы (3.01.1922—20.03.2000), 1950-85 йылдарҙа «Октябрь» колхозы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы (Сулпан ауылы).
- Биғлов Йыһандар Ирғәле улы (18.12.1918—28.11.2001), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусы, 1972—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты деканы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика‑математика фәндәре кандидаты (1955). Иҫке Абзан ауылынан[2].
- Горбушина Нәфисә Муллайән ҡыҙы (18.08.1923), Социалистик Хеҙмәт Геройы, 1956-1974 йылдарҙа Өфөләге «Мир» тегеү фабрикаһының (аҙаҡ фирмаһының) тегеүсе-моторисы, смена мастеры һәм өлкән мастеры. (Яңы Һынташ ауылы)[3].
- Ғилманов Фәнүр Мөғәмбәр улы (9.02.1956) — журналист, 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011), 1986 йылдан республиканың ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни баҫмаһы «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Яңы Абзан ауылынан.
- Ғәлиәкбәров Ғәйниәт Ғәлимулла улы (24.07.1917), дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962-1970 йылдарҙа Шишмә район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1970-1978 йылдарҙа КПСС-тың Шишмә район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 7-9 саҡырылыш (1967-1980) Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Шишмә районының Почётлы гражданы (2010). (Яңы Һынташ ауылы)[4].
- Ғәниев Радмир Шәрифйән улы (21.09.1957), банк хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Милли банкы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. (Шырлыҡ ауылы)[5].
- Дәүләтбаев Мирас Ибраһим улы (20.01.1949), рәссам. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Иҫке Һынны ауылынан[6].
- Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы (18.09.1935), почта хеҙмәте ветераны. 1955—1990 йылдарҙа Өфө почтамты почтальоны, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе (1974). СССР-ҙың элемтә мастеры (1969). Иҫке Һынны ауылынан.
- Әмирхан Еники (2.03.1909—16.02.2000), яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Татар АССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1989) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Үрге Ҡарғалы ауылынан. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
- Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы (16.09.1913—5.02.1977), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Яңы Абзан ауылынан.
- Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы (26.07.1897—4.11.1941), журналист, әҙәбиәт белгесе. Сәйәси золом ҡорбаны. Өйҙөрәкбаш ауылынан[7].
- Ниғмәтуллин Искәндәр Ниғмәтулла улы (23.01.1908—29.06.1980), ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1955), профессор (1955). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. (Үрге Ҡарғалы ауылы)[8].
- Никишин Сергей Михайлович (24.07.1958), спортсы. Конькиҙа шыуыу буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1978). Шорт-трек буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992) һәм Бөтә Союз категорияһындағы судья (1990). 1000 һәм 1500 метрға йүгереүҙә СССР (1979), РСФСР (1980—1981) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1982) чемпионы, халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1980—1984). (Языков ауылы)[9].
- Хәбиров Камил Шәймулла улы (2.12.1933), хеҙмәт ветераны, 1952—1995 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының бульдозерсыһы һәм торба һалыусы кран машинисы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1985). Ленин (1964) һәм Октябрь Революцияһы (1976) ордендары кавалеры. Иҫке Әмир ауылынан[10].
- Рим Хәсәнов (9.03.1947), Башҡортостандың танылған композиторы, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. (Языков ауылы).
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Ябырға
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 16 кеше.
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 42,8 %, татарҙар — 28,3 %, урыҫтар — 21,8 %, украиндар — 2,8 %, башҡа — 4,3 %[23].
Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2017)
Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 сентябрь 2017)