Бикин милли паркы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бикин милли паркы (рус. Национальный парк Бики́н) — Приморье крайының Пожарский районында, Сихотэ-Алинь тауҙарының көнбайыш һыртындағы айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе. Абсолют бейеклеге диңгеҙ кимәленән 200 м алып (Бикин йылғаһы үҙәне) 1932 м тиклем (Аник тауы) үҙгәрә.
Бикин | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 1 160 469 гектар, 129 509 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 3 ноябрь 2015 |
Урынлашыуы | |
46°37′59″ с. ш. 136°34′59″ в. д._type:landmark HGЯO | |
РФ субъекты | Диңгеҙ буйы крайы |
Район | Пожарский район |
Бикин милли паркы Викимилектә |
Милли парк 2015 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән «Амур юлбарыҫы» программаһы сиктәрендә булдырыла[1]. Парк составына төбәк әһәмиәтендәге Үрге Бикин дәүләт тәбиғәт заказнигы территорияһы һәм Бикин төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәттән традицион файҙаланыу территорияһының бер өлөшө инә[2]. Майҙаны 1160 469 гектар тәшкил итә, Рәсәйҙең иң ҙур милли парктарының береһе булып тора[3].
2018 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты булып тора: Бахрейн һәм Манамала үткән Бөтә донъя мираҫы комитетының 42-се сессияһында «Үҙәк Сихотэ-Алинь» киңәйтелә (2001 йылда уҡ исемлеккә индерелә) һәм ул Бикин милли паркы эсенә индерелә[4] [5].
Парк түбәндәге төп бурыстарҙы хәл итеү өсөн булдырылған[3]:
Милли парк территорияһы Амур юлбарыҫының иң һуңғы тәбиғи йәшәү урындарының береһе булып тора. Бында уның донъяла һанының яҡынса 10 % -ы йәшәй. Һөтимәрҙәрҙең 51 төрө асыҡланған.
Парк территорияһында 194 төрө ҡош йәшәй, шул иҫәптән уларҙың 9-ы Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән. Улар — ҡара ҡауҙы, тәңкәле өйрәк, балыҡ ябалағы һәм башҡалар. Шулай уҡ һөйрәлеүселәрҙең 10, ер-һыу хайуандарының 7 һәм балыҡтарҙың 26 төрө бар[6].
Үҙәндә үҫкән киң япраҡлы һәм кедр урмандарында үҫемлектәр мул булғанға, күп төрлө һөтимәрҙәр йәшәй. Бында төньяҡ үҫемлектәре (кедр, ҡайын, ҡорос ағас, сәтләүек ағасы һ. б.) һәм шулай уҡ көньяҡ үҫемлектәр (женьшень, элеутерококк, рододендрон, актинидия һәм аралия) үҫә[7]
Бында электән удэгей һәм нанай халҡы йәшәй. Удэгейҙар — тунгус-манчжур тел төркөмөнә ҡарай. XIX быуаттың аҙағына тиклем удэгейҙарҙы үҙ аллы этнос итеп айырмайҙар. Уларҙы орочтар менән бер халыҡ тип иҫәпләгәндәр. Дөйөм этник исемдән тыш, удэгейҙарҙың үҙ атамаһы булған бер нисә территориаль төркөмө бар: хунгарий — хунгакэ, бикин — бикинка һ.б.[8].
Бикин удэгейҙары һәм нанайҙарҙың матди һәм рухи мәҙәниәтендә уртаҡ яҡтар күп. Уссурия тайгаһы үҙәгендә йәшәгән аборигендар элек-электән һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, йыйыусылыҡ һәм башҡа традицион һөнәрҙәр менән шөғөлләнгән.
Милли парк территорияһында Бикин удэгейҙары һәм Приморье крайының башҡа әҙ һанлы халыҡтары хөрмәт иткән тәбиғи һәм тарихи объекттар: боронғо туҡталҡалар, табыныу урындары һәм башҡа ерле халыҡтарҙың этник мәҙәниәте нигеҙен тәшкил иткән башҡа объекттар урынлашҡан. Уссури юлбарыҫы — удэгей халҡы өсөн изге хайуан[9].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.