Балҡан һеләүһене (лат. Lynx lynx balcanicus) — бесәйҙәр ғаиләһенән булған ябай һеләүһендең төрсәһе. Юҡҡа сығыу хәүефе булғанға Ҡыҙыл китапҡа индерелгән[1].
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Балҡан һеләүһене |
|
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Инфра-класс: | Плаценталылар | Ярым отряд: | Бесәй һымаҡтар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Lynx lynx balcanicus Bureš, 1941
|
Синонимдар |
---|
|
|
Һаҡлау статусы |
---|
![](//upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/5/53/Status_iucn3.1_CR_ru.svg/240px-Status_iucn3.1_CR_ru.svg.png) Критик хәлдәге төр IUCN 3.1 Critically Endangered : 68986842
|
|
Ябырға
Көнсығыш Албания һәм Көнбайыш Македонияла бар, ә вағыраҡ төрҙәре өлөшләтә танылған Республика Косово Республикаһында һәм Черногорияла[2][3] осрай. Ул Македония республикаһының милли символдарының береһе тип иҫәпләнә[4] һәм 5 денарлыҡ[5] македон тәңкәһенә лә һүрәте төшөрөлгән. Македонияла, нигеҙҙә Маврово Милли паркында[6]35 — 40-лап һеләүһен йәшәй, тип фаразлана. Балҡанда иң ҙур бесәй булып һанала. 2011 һәм 2012 йылдарҙа Албанияның төньяҡ таулы райондарында[7] һәм Шебеник-Ябланица Милли паркы[8]сиктәрендә күренеп ҡала. Албанияла һеләүһендең был төрсәһе юҡҡа сығыу хәүефе аҫтында тора, тип иҫәпләнелә һәм 1969 йылдан закон менән яҡланған, шуға ҡапамаҫтан браконьерлыҡ һәм уларҙың йәшәү мөхитен емереү Албания һәм Македониялағы балҡан һеләүһендәрен юғалыу ҡурҡынысы аҫтына ҡуя[9]. Баһалауҙарға ярашлы, Албанияла элеккесә яҡынса 15-20 һеләүһен бар[10]. Дөйөм һаны 50-ләп булған балҡан һеләүһене йөҙ йыл дауамында юғалыу ҡурҡынысы аҫтында тора. Балҡан һеләүһененең ҡарығыу осоро ғинуар-февралдә башлана, ә балалары апрелдә донъяға килә[11].
Балҡан һеләүһене тураһында 1941 йылда тәүге тапҡыр болғар зоологы Иван Буреш яҙып сыға. 1978 йылда Мирич (Белград университеты) уға ентекле морфологик ҡылыҡһырлау бирә, шуның нигеҙендә балҡан һеләүһенен айырым төрсә тип ҡарау мөмкинлеге тыуа. Балҡан һеләүһене айырым төрсә булып иҫәпләнеүгә ҡарамаҫтан, күп кенә таксономик сығанаҡтар был раҫлауҙы шик аҫтына ҡуя.