урыҫ символист шағиры, тәржемәсе һәм эссе оҫтаһы, Көмөш быуат урыҫ шиғриәтенең күренекле вәкилдәренең береһе From Wikipedia, the free encyclopedia
Константин Дмитриевич Ба́льмо́нт[7][8][9] (15 июнь, 1867 йыл Рәсәй империяһы Владимир губернаһы, Новгород өйәҙе, Гумнищи ауылы — 23 декабрь 1942, Нуази-ле-Гран, Франция) — урыҫ символист шағиры, тәржемәсе һәм эссе оҫтаһы, Көмөш быуат урыҫ шиғриәтенең күренекле вәкилдәренең береһе. 35 шиғри йыйынтыҡ, 20 проза китабы нәшер иткән, башҡа телдәрҙән тәржемә иткән (Уильям Блейк, Эдгар Аллан По, Перси Биш Шелли, Оскар Уайльд, Альфред Теннисон, Герхарт Гауптман, Шарль Бодлер, Герман Зудерман; испан йырҙарын, словак, грузин эпосын, югославия, болгар, литва, мексика, япон шиғриәтен). Автобиографик проза әҫәрҙәр, мемуарҙар, филология трактаттар, тарихи-әҙәби тикшеренеү һәм тәнҡит эсселары авторы.[10][11]. Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы (1923) номинанты була.[12].
Константин Бальмонт 1867 йылдың 15 июнендә Владимир губернаһы Шуя өйәҙе Гумнищи ауылында[13], ете ул араһында өсөнсө булып тыуған. Шағирҙың олатаһы диңгеҙ офицеры булғаны билдәле[11]. Атаһы Дмитрий Константинович Бальмонт (1835—1907) Шуя өйәҙ судында һәм земствола: башта мировой судья, артабан[14] — земство управаһы рәйесе булып эшләй[15]. Әсәһе Вера Николаевна, ҡыҙ фамилияһы — Лебедева, полковник ғаиләһендә тәрбиәләнә. Уларҙың ғаиләһендә әҙәбиәт яратҡандар һәм профессиональ шөғөлләнгәндәр[11]: әсәһе урындағы матбуғатта әҫәрҙәрен баҫтыра, әҙәби кисәләр, һәүәҫкәр спектаклдар ойоштора[16]. Улын музыка, нәфис әҙәбиәт, тарих донъяһына саҡырып, буласаҡ шағирҙың донъяға ҡарашын формалаштырыуға әсәһе көслө йоғонто яһай[15], беренселәрҙән булып «ҡатын-ҡыҙ күңеленең гүзәллеген» төшөнөргә өйрәтә[17]. Вера Николаевна сит телдәрҙе яҡшы белгән, күп уҡыған һәм «бер ни тиклем ирекле фекер йөрөткән»: йортонда «ышаысһыҙ» тип танылған ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән[18]. Бальмонт яҙып ҡалдырғанса, уға әсәһенән ниндәйҙер дәрәжәлә «йүгәнһеҙ дәрт-ялҡын», үҙенә бер төрлө «күңел торошо» күскән[10].
Буласаҡ яҙыусы, әсәһенең өлкән ағаһын уҡытҡанын тыңлап, биш йәшендә үҙ аллы уҡырға өйрәнә. Улының уңышына шатланған атаһы Константинға «Ҡырағай океанийҙар тураһында» китабын бүләк иткән[19] . Әсәһе улын иң яҡшы шиғриәт өлгөләре менән таныштыра. «Мин уҡыған тәүге шағирҙар ул халыҡ йырҙары, Никитин Иван Саввич, Кольцов Алексей Васильевич, Некрасов Николай Алексеевич һәм Пушкин ине. Бөтә шиғырҙар араһында иң яратҡаным ул Лермонтов Михаил Юрьевичтың „Горные вершины“ әҫәре (Гёте түгел, ә Лермонтов)»[20], — тип яҙҙы шағир һуңыраҡ. Шуның менән бергә, — «…Шиғриәттә минең иң яҡшы уҡытыусыларым — усадьба, баҡса, шишмәләр, һаҙлы күлдәр, япраҡ ҡыштырлауы, күбәләктәр, ҡоштар һәм ҡояш байыуы»[21], «Йәм һәм тынлыҡтың матур кескәй батшалығы» — 1910-сы йылдарҙа ул шулай тип хәтерләне[22], — һуңғараҡ күләгәле баҡса уртаһында тыйнаҡ усадьба урынлашҡан тиҫтәләгән йорттан торған кескәй ауылы тураһында ул шулай яҙҙы[19] . Ғүмеренең тәүге ун йылы үткән Гумнищи ауылын һәм тыуған төбәген шағир бөтә ғүмере буйына хәтерендә тотто һәм оло һөйөү менән тасуирланы[23].
Өлкән балалары мәктәп йәшенә етәрәк, ғаилә Шуя ҡалаһына күсеп килә. Ҡалаға күсеү тәбиғәттән айырылыуҙы аңлатмаған: ҙур баҡса менән уратып алынған Бальмонттар йорто Теза йылғаһының йәмле ярында торған, Костя атаһы менән Гумнищиға һунарға йыш йөрөгән[18]. 1876 йылда Бальмонт Шуя гимназияһының әҙерлек класына инә, һуңынан уны «фабрикалары һауаны һәм һыуҙы боҙған декаденттар һәм капиталистар ояһы» тип атай[19] . Малай тәүҙә уңышҡа өлгәшә, әммә тиҙҙән уҡыуҙан ялҡып китә һәм уҡыуы һүлпәнәйә. Ул ун йәшендә үҙе шиғырҙар яҙа башлай[20]. Әммә әсәһе шиғри башланғыстарҙы тәнҡитләй, һәм малай алты йыл буйы яҙмай[24].
1884 йылда Бальмонт, «Халыҡ ихтыяры» партияһы башҡарма комитетының прокламацияларын баҫтырыу һәм таратыу менән шөғөлләнгәне өсөн, гимназияның 7-се класынан китергә мәжбүр була[20][25].
Әсәһе юллауы буйынса Бальмонт Владимир ҡалаһы гимназияһына күсә. Бында «күҙәтеүсе» вазифаһын башҡарған грек теле уҡытыусыһының фатирында йәшәй. 1885 йылдың аҙағында Бальмонттың өс шиғыры Санкт-Петербургтың «Живописное обозрение» журналында (2 ноябрь — 7 декабрь) баҫылып сыға[26]. Был яңылыҡты гимназияла уҡыу тамамланғансы шиғырҙарын баҫтырыуҙы тыйған остаздан башҡа бер кем күҙенә лә элмәй. Йәш шағирға В. Г. Короленко иғтибар итә. Бальмонттың шиғырҙары яҙылған дәфтәрҙәре билдәле яҙыусы ҡулына килеп юлыға, остаз гимназисҡа ентекле хат-кәңәш яҙа[27][20]. К. Бальмонт Короленконы үҙенең уҡытыусыһы тип атай[19] . Бальмонт 1886 йылда уҡыуын тамамлай[11], уҡыу йортон төрмә менән сағыштыра[20][28]. «Под новым серпом» (Берлин, 1923) автобиографик романында уның бала сағы һәм үҫмер йылдары ентекле һүрәтләнә[10][29]. Ун ете йәшендә Бальмонт беренсе әҙәби тетрәнеү кисерә: «Братья Карамазовы» романы уға «донъялағы ниндәй ҙә булһа китаптан күберәк» аҡыл бирә[11].
1886 йылда Константин Бальмонт Мәскәү университетының юридик факультетына инә[30], унда революционер-шестидесятник П. Ф. Николаев менән яҡыная[29]. 1887 йылда студенттар араһында тәртипһеҙлекте ойоштороусыларҙың береһе булараҡ (студенттар реакцион тип иҫәпләгән яңы университет уставын индереүгә бәйле буйһонмаусанлыҡ күрһәтә) Бальмонт уҡыуынан сығарыла, ҡулға алына һәм өс тәүлеккә Бутырск төрмәһенә ултыртыла[18], һуңынан судһыҙ-ниһеҙ Шуяға ебәрелә. Бальмонт ғүмеренең аҙағына тиклем үҙен «ерҙә кешенең бәхетле тормошон яҡлаған» революционер һәм бунтарь тип иҫәпләгән. Шиғриәткә Бальмонт һуңыраҡ ылыға. Йәш сағында ул, народоволецтар кеүек, пропагандасы булырға һәм «халыҡҡа китергә» ынтыла[20].
1888 йылда Бальмонт университетҡа яңынан килә[31], әммә нервылары ныҡ ҡаҡшағанлыҡтан — унда ла, 1889 йылда уҡырға ингән Ярославль ҡалаһындағы Демидов юридик фәндәре лицейында ла уҡый алмай. 1890 йылдың сентябрендә уҡыуҙан сығарыла, һәм «ҡаҙна белеме» алыу ниәтенән баш тарта[10]. «…йөрәгемдең ысын һәм көсөргәнешле тормошо менән йәшәнем, шулай уҡ немец әҙәбиәте менән ныҡ мауыҡтым»[29][32], — тип яҙҙы ул 1911 йылда. Тарих, философия, әҙәбиәт һәм филология өлкәһендәге белемдәре менән Бальмонт үҙенә һәм оло ағаһына бурыслы була[33].
1889 йылда Бальмонт Иваново-Вознесенск сауҙагәренең ҡыҙы Лариса Михайловна Гарелинаға өйләнә. Бер йылдан Ярославлдә үҙенең аҡсаһына «Сборник стихотворений» тәүге китабы сығара[34][35]. Йыйынтыҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай, яҡындары уны ҡабул итмәй,[36], һәм шағир ҙур булмаған тиражда сыҡҡан китабын яндыра[15].
1890 йылдың мартында Бальмонттың артабанғы тормошона тәьҫир иткән хәл була: үҙен-үҙе үлтерергә маташа, өсөнсө ҡаттың тәҙрәһенән һикерә һәм бер йылын түшәктә уҙғара[~ 1]. Өйләнеү Бальмонтты ата-әсәһе менән айыра һәм финанс ярҙамынан мәхрүм итә; быға тиклем уҡылған «Крейцеров соната»ға быға этәргес булған[20]. Шағир үҙе хәтерләүенсә, түшәктә үткәргән йыл ижади яҡтан уңышлы һәм «аҡыл ҡуҙғыуы һәм шатлыҡ бығаса булмағанса һирпелеүе» менән бәйле булды[11]. Тап ошо йылда ул үҙен шағир итеп таный, үҙенең тәғәйенләнешен күрә. 1923 йылда «Воздушный путь» «Һауа юлы» биографик хикәйәһендә был турала яҙа:
Түшәктә ятҡанда, ҡасан да булһа тороп баҫыуыма өмөт өҙгәйнем инде, тәҙрә артындағы турғайҙарҙан һәм тәҙрә аша үтеүсе ай нурҙарынан, ҡолағыма сағылған, бөйөк тормош әкиәтемә тиклем еткән бөтә аҙымдарҙан тормоштоң изге тейелгеһеҙлеген аңланым. Ниһайәт, мин баҫыуҙағы ел һымаҡ ирекле булып киттем, ижади хыялымдан башҡа бер кем дә уның өҫтөнән хакимлыҡ итмәне, ә ижадым гөрләп сәскә атты… К. Бальмонт. Воздушный путь (Берлин, 1923)[37]. |
Был ваҡытҡа ҡатыны менән айырылышҡан Бальмонт ауырыуҙан һуң мохтажлыҡта йәшәне. «Әҙәби эшмәкәрлекте башлау күп ғазаптар һәм уңышһыҙлыҡтар менән барҙы. Дүрт йәки биш йыл дауамында бер журнал да әҫәрҙәремде баҫтырырға теләмәне. Тәүге шиғырҙар йыйынтығым, әлбиттә, уңыш килтермәне. Яҡындарым кире мөнәсәбәте менән тәүге уңышһыҙлыҡтарҙың ауырлығын байтаҡҡа көсәйтте» — 1903 йыла ул шулай тип яҙҙы[28]. «Яҡын кешеләр» тигәндә шағир ҡатыны Ларисаны һәм "йәмәғәт көрәше идеалдары"на хыянат итеп, «таҙа сәнғәт» сиктәренә тартылды тип иҫәпләгән дуҫтарын күҙ уңында тотҡан. Ошо ауыр көндәрҙә Бальмонтҡа йәнә В. Г. Короленко ярҙам итә. «Хәҙер ул төрлө ҡайғы-хәсрәттәре менән баҫылған. Ул, бахыр, бик ҡурҡа, уның ижадына иғтибарлы мөнәсәбәт уны дәртләндерә һәм әһәмиәткә эйә», — тип яҙа ул[38] 1891 йылдың сентябрендә «Северный вестник» журналы мөхәррирҙәренең береһе булған М. Н. Альбовҡа мөрәжәғәт итеп, башлап яҙыусы шағирға иғтибар итеүен үтенә.
Бальмонтҡа Мәскәү университеты профессоры Н. И. Стороженко ла ҙур ярҙам күрһәткән. «Ул ысынлап та мине аслыҡтан ҡотҡарҙы һәм тоғро атай һымаҡ күпер һалды…», — тип иҫенә төшөрҙө һуңынан шағир[18]. Бальмонт уға үҙенең Шелли тураһындағы бик шәп булмаған мәҡәләһен алып бара, һәм ғалим башлап яҙыусыны үҙ ҡурсауына ала. Тап Стороженко нәшерсе К. Т. Солдатёнковты яңы эш башлаған шағирға ике фундаменталь китапты — Ф. В. Горн һәм Ф. Швейцерҙың «Истории скандинавской литературы» һәм А. Гаспариҙың «Истории итальянской литературы» тигән хеҙмәттәрен тәржемә итергә бирергә күндерә[20]. Ике тәржемә лә 1894—1895 йылдарҙа баҫылып сыға[19] . «Был эштәр минең өс йыл буйына төп икмәгем булды һәм миңә шиғри хыялдарымды тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе», — тип яҙа Бальмонт «Видящие глаза» очеркында[39]. 1887—1889 йылдарҙа шағир немец һәм француз авторҙарын әүҙем тәржемә итә[21], һуңынан 1892—1894 йылдарҙа фарсы Шелли һәм Эдгар Аллан По әҫәрҙәрен яҙыуға тотона; тап ошо осор уның ижади үҫеш осоро тип иҫәпләнә[19] .
Профессор Стороженко бынан тыш Бальмонтты «Северный вестник» журналы редакцияһына индерә, уның тирәләй яңы йүнәлештәге шағирҙар төркөмө барлыҡҡа килә. Бальмонттың Петербургка тәүге сәфәре 1892 йылдың октябрендә була: бында ул Н. М. Минский, Д. С. Мережковский һәм З. Н. Гиппиус менән таныша; дөйөм йәйғорло тәьҫораттар Гиппиусҡа ҡарата антипатия менән йәмһеҙләнгән[18].
Тәржемә эшмәкәрлеге нигеҙендә Бальмонт меценат, Көнбайыш Европа әҙәбиәтен белгән кенәз А. И. Урусов менән яҡыная. Ул күбеһенсә йәш шағирҙың әҙәби аң даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ иткән. Меценат аҡсаһына Бальмонт Эдгар По тәржемәләренең ике китабын («Баллады и фантазии», «Таинственные рассказы») сығарған[36]. «Он напечатал мой перевод „Таинственных рассказов“ Эдгара По и громко восхвалял мои первые стихи, составившие книжки „Под северным небом“ и „В безбрежности“»[42]. 1904 йылда «Урусов минең күңелемде азат итергә, үҙемә үҙемде табырға ярҙам итте»[10], — тип яҙҙы шағир үҙенең «Горные вершины» китабында. Үҙенең башланғыстарына ярҙам итеүселәр[43] араһында Бальмонт шулай уҡ тәржемәсе һәм публицист П. Ф. Николаевты ла билдәләне[10].
1894 йылдың сентябрендә студенттарҙың «Кружок любителей западноевропейской литературы» түңәрәгендә Бальмонт В. Я. Брюсов менән таныша[~ 2], һуңынан ул уның иң яҡын дуҫы булып китә. Брюсов шағирҙың шәхесен һәм «шиғриәткә ҡарата мөкиббән мөхәббәте» уға көслө йоғонто яһаған «иҫ китмәле» тәьҫораттар хаҡында яҙған[44].
1894 йылда донъя күргән «Под северным небом» йыйынтығы Бальмонттың ижади юлының башланғыс нөктәһе тип иҫәпләнә[20]. 1893 йылдың декабрендә, китап сығырҙан әҙ генә алдараҡ, шағир Н. М. Минскийға былай тип яҙа: «Мин тотош шиғырҙар серияһын (үҙемдекеләрҙе) яҙҙым һәм ғинуарҙа уларҙы айырым китап итеп баҫтырыуға тотонам. Либераль дуҫтарымдың мине битәрләүен һиҙәм, сөнки уларҙа либерализм юҡ, ә „боҙорлоғо“ етерлек»[45]. Шиғырҙар күп осраҡта үҙ заманының продукты (күңелһеҙ тормошҡа зарланыу, романтик кисерештәрҙе һүрәтләүҙәргә тулы), әммә йәш шағирҙың хис-тойғолары өлөшләтә аҡлана: китап нигеҙҙә ыңғай баһа ала. Уларҙа дебютанттың һис шикһеҙ һәләтлеге, «үҙенсәлекле физиономияһы, форманың нәфислеге» һәм уның иреклелеге билдәләнә[19] .
1894 йылдың дебюты үҙенсәлекле булмаһа ла, «В безбрежности» тип аталған икенсе йыйынтығында (1895) Бальмонт «яңы киңлек, яңы азатлыҡ», шиғри һүҙҙе мелодика менән берләштереү мөмкинлектәрен эҙләй башлай. «…Музыка яратҡан шағирҙың рус шиғыры менән нимә эшләй алыуын күрһәттем. Уларҙа һүҙҙәрҙең тәүгә табылған изге ритмдары һәм матур яңғырашы бар», — тип яҙҙы ул һуңғараҡ 1890-сы йылдарҙағы шиғырҙары хаҡында. Бальмонттың «В безбрежности» йыйынтығын замандаш тәнҡитселәре уңышһыҙ тип таныуына ҡарамаҫтан, «шиғырҙың ялтырауы һәм шиғри осошо» (Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегенә ярашлы) йәш шағирҙы алдынғы әҙәби журналдарға сығарыу мөмкинлеген бирҙе[19] , «блеск стиха и поэтический полёт» (согласно Энциклопедическому словарю Брокгауза и Ефрона) обеспечили молодому поэту доступ в ведущие литературные журналы[11].
1890-сы йылдар Бальмонт өсөн төрлө белем өлкәләрендә әүҙем ижади эш алып барыу осоро була. Феноменаль эшкә һәләтле шағир «бирелеп китеп бер-бер артлы күп телдәрҙе үҙләштерә, эшен бирелеп башҡара… үҙе яратҡан испан һынлы сәнғәте тураһында трактаттарҙан башлап ҡытай теле һәм санскрит буйынса тикшеренеүҙәргә тиклем, тотош китапханаларҙағы хеҙмәттәрҙе уҡый». Ул Рәсәй тарихын, тәбиғәт фәндәре һәм халыҡ ижады буйынса китаптарҙы ентекле өйрәнә[20]. Башлаусы әҙәбиәтселәргә мөрәжәғәт итеп, ул, дебютантҡа «… яҙғы көндәрендә кәмәлә йөҙөргә йәки үбешергә теләгәндә лә, фәлсәфәүи китап өҫтөндә ултыра һәм инглиз һүҙлеге, испан грамматикаһы өҫтөндә эшләй белергә, улар араһында күңелһеҙе осраһа ла, 100, 300, 3 000 китапты уҡырға кәрәк. Шатлыҡты ғына түгел, һыҙланыуҙы ла яратырға. Өндәшмәйсә бәхет кенә түгел, хтта йөрәккә ҡаҙалған һағышты ла ҡәҙерләү мөмкин»[20].
Бальмонттың яйлап ул күп йылдар дауам иткән дуҫлыҡҡа әйләнгән Юргис Балтрушайтис, белемле Мәскәү коммерсанты С. А. Поляков һәм математик, полиглот, тәржемәсе Кнут Гамсун менән танышыуы 1895 йылға ҡарай[46]. Тап «Весы» модернистик журналының нәшер итеүсеһе Поляков биш йылдан һуң символик «Скорпион» нәшриәтен булдырған, унда Бальмонттың иң яҡшы китаптары баҫылған.
1896 йылда Бальмонт ҡатыны Бальмонт Екатерина Алексеевна менән Көнбайыш Европаға юллана. Сит илдә үткәргән бер нисә йыл төп предметтан тыш, тарих, дин һәм философия менән ҡыҙыҡһынған башлап яҙыусыға ҙур мөмкинлектәр бирә. Ул Францияла, Голландияла, Испанияла, Италияла була, телдәрҙе белеүен яҡшыртыу өсөн, күп ваҡытын китапханаларға бүлә[19] . Шул уҡ көндәрҙә ул Римдан әсәһенә былай тип яҙған: «Йыл дауамында сит илдә мин үҙемде сәхнәлә, декорациялар араһында тоям. Ә унда — алыҫта — минең ҡайғылы матурлығым, уға ун Италия ла торошло түгел»[47]. 1897 йылдың яҙында Бальмонт Оксфорд университетында рус шиғриәте буйынса лекциялар уҡыу өсөн Англияға саҡырыла[24], унда антрополог Эдуард Тайлор һәм филолог, дин тарихсыһы Томас Рис-Дэвидс менән таныша. «Мин ғүмеремдә беренсе тапҡыр тулы эстетик һәм аҡыллы мәнфәғәттәр менән йәшәйем һәм бер нисек тә һынлы сәнғәт, шиғриәт һәм философия хазиналары менән туйына алмайым», — тип һоҡланып яҙҙы ул Аким Волынскийға[48]. 1896—1897 йылдарҙағы сәйәхәттәрҙән алған тәьҫораттары «Тишина» йыйынтығында сағылыш тапҡан: тәнҡит уны шағирҙың шул саҡтағы иң яҡшы китабы тип ҡабул иткән[20]. «Йыйынтыҡ тағы ла нығыраҡ стилдә яҙылған кеүек тойолдо. Һеҙҙең үҙегеҙҙең, бальмонтса, стилегеҙ һәм колоритығыҙ бар»[19] , — тип яҙған шағирға 1898 йылда кенәз Урусов. 1899 йылда К. Бальмонт рәсәй тел ғилемен (словесность) һөйөүселәр йәмғиәте ағзаһы итеп һайлана[16].
1890-сы йылдар аҙағында Бальмонт бер урында оҙаҡҡа туҡтамай; уның маршрутының төп пункттары булып Санкт-Петербург (1898 йылдың октябре — 1899 йылдың апреле), Мәскәү һәм Подмосковье (1899 йылдың май-сентябре), Берлин, Париж, Испания, Биарриц һәм Оксфорд (йыл аҙағы) тора[19] . 1899 йылда Бальмонт шағирә Л. Вилькинаға яҙа:
Минең яңылыҡтарым күп. Барыһы ла һәйбәт. «Юлым уңып тора». Мин яҙғым, мәңге йәшәгем килә. Күпме яңы шиғыр яҙғанымды белһәгеҙ икән! Йөҙҙән ашыу. Был хыялыйлыҡ, әкиәт, яңылыҡ. Яңы китап сығарам, ул элеккеһенә оҡшамаған. Ул күптәрҙе ғәжәпләндерәсәк. Мин донъяны аңлауымды үҙгәрттем. Ни тиклем генә көлкөлө яңғырамаһын, әйтәм: мин донъяны аңланым. Күп йылдарға, бәлки, мәңгелеккәлер. |
Шағирҙың ижади биографияһында үҙәк урынды биләгән «Горящие здания» (1900) йыйынтығы Мәскәү өйәҙенең Поляковтар имениеһында ижад ителә; бағышлауҙа хужа ҙур йылылыҡ менән телгә алына. «Үҙеңә ҡарата аяуһыҙ булырға кәрәк. Шул саҡта ғына берәй нәмәгә ирешергә мөмкин», — «Горящие здания» йыынтығына әҙерәләгән инеш һүҙендә Бальмонт үҙенең девизын яҙған. Автор китаптың төп бурысын эске азатлыҡҡа һәм үҙ-үҙеңде танып белеүгә ынтылыш тип билдәләгән[10]. 1901 йылда, йыйынтығын Л. Н. Толстойға ебәргәндә, шағир былай тип яҙа: «Был китап — өҙгөләнгән йән ғазабы, әгәр теләһәгеҙ, ғәрип, килбәтһеҙ. Ләкин мин уның бер битенән дә баш тартмайым һәм — әлегә — шыҡһыҙлыҡты гармониянан да кәм яратмайым»[50]. «Горящие здания» («Янған биналар») йыйынтығы аша Бальмонт Рәсәйҙә танылыу яуланы һәм рус әҙәбиәтендә яңы хәрәкәт, символизм лидерҙарының береһе булды. «Тиҫтә йыл дауамында Бальмонт рус шиғриәте өҫтөндә өҙлөкһөҙ батша булды. Башҡа шағирҙар йәки буйһоноп, уға эйәрҙе, йәки ҙур тырышлыҡ һалып, уның баҫымынан үҙаллылығын яҡланы»[16], — тип яҙҙы В. Я. Брюсов.
Әкренләп Бальмонттың йәшәү рәүеше күбеһенсә С. Поляков йоғонтоһонда үҙгәрә башлай. Шағирҙың Мәскәүҙәге тормошо, ҡатыны ҡурҡып уны эҙләп сыҡҡан шау-шыулы кәйеф-сафалары һәм өйҙә ултырып башҡарған шөғөлдәре менән сиратлашып барҙы[37]. Уны илһам бер ҡасан да ташламаны. «Миңә көтөлгәндән дә ҡатмарлыраҡ нәмә килде, һәм хәҙер, шатлыҡлы ҡабаланыуҙа яңылышмаҫҡа тырышып, ашығып, сәхифә артынан сәхифә яҙам. Ни тиклем көтөлмәгән үҙ күңелем! Яңыларын күрер өсөн күҙ һирпер кәрәк… Мәғдән сығанағы тапҡанға оҡшағанмын… Был ерҙән китмәһәм әгәр, мин үлемһеҙ китап яҙасаҡмын»[49], — тип яҙҙы ул 1900 йылдың декабрендә Иероним Иеронимович Ясинскийға. Бальмонттың «Будем как солнце» («Ҡояш кеүек булайыҡ») (1902) тип аталған дүртенсе шиғри йыйынтығы ярты йыл дауамында 1800 дана тираж менән тарала, ул шиғри баҫма өсөн ишетелмәҫ уңыш һанала, авторҙың символизм лидеры репутацияһын нығыта һәм ретроспективала уның иң яҡшы шиғри китабы һанала[51]. Блок «Будем как солнце» китабын «үҙ төрөндә берҙән-бер һәм иҫ киткес байлыҡ туплаған китап» тип атаған[19] .
1901 йылда Бальмонттың тормошона һәм ижадына ҙур йоғонто яһаған һәм уны «Петербургта ысын герой» иткән ваҡиға була. Мартта Ҡазан соборы янында студенттар ҡатнашлығындағы демонстрацияла ҡатнаша, уның төп талабы — ышанысһыҙ студенттарҙы һалдат хеҙмәтенә оҙатыу тураһындағы указды ғәмәлдән сығарыу. Демонстрация полиция һәм казактар тарафынан ҡыуып таратыла, унда ҡатнашыусылар араһында ҡорбандар була. 14 мартта Бальмонт Ҡала думаһы залында үткән әҙәби кисәлә сығыш яһай һәм кинәйәле формала Рәсәйҙә террор режимын һәм уны ойоштороусы Николай Икенсене тәнҡитләгән «Маленький султан» («Намыҫ буш урын Төркиәлә булды, унда йоҙроҡ, нагайка, ятаған, ике-өс нуль, дүрт ҡәбәхәт һәм кескәй ахмаҡ солтан») шиғырын уҡып ишеттерә. Шиғыр ҡулдан-ҡулға тарала, уны В. И. Ленин «Искра» гәзитендә баҫтырырға йыйынған хатта[20].
«Махсус кәңәшмә» ҡарары буйынса шағир, өс йылға баш ҡала һәм университет ҡалаларында йәшәү хоҡуғынан мәхрүм итеп, Санкт-Петербургтан һөрөлә шағир. Бер нисә ай ул дуҫтарында Курск губернаһының (хәҙерге Белгород өлкәһе) Волконское Сабынино усадьбаһында була, 1902 йылдың мартында Парижға юллана, һуңынан Англияла, Бельгияла, яңынан Францияла йәшәй. 1903 йылдың йәйендә Бальмонт Мәскәүгә ҡайта, һуңынан Балтика ярына юл тота һәм унда «Только любовь» («Мөхәббәт кенә») йыйынтығына ингән шиғырҙары өҫтөндә эшләй. Көҙ һәм ҡышты Мәскәүҙә булып, 1904 йылдың башында Бальмонт йәнә Европаға (Испания, Швейцария, Мәскәүҙән ҡайтҡандан һуң — Францияға) эләгә, унда йыш ҡына лектор сифатында сығыш яһай; атап әйткәндә, Париждағы юғары мәктәптә урыҫ һәм көнбайыш Европа әҙәбиәте буйынса лекциялар уҡый[11]. «Только любовь. Семицветник» (1903) йыйынтығы сығыуға шағир бөтә рәсәй даны менән файҙаланған була. Уны ижадына һоҡланып табыныусылар һәм ололаусылар уратып ала. «Бальмонтисткалар тигән йәш ханымдар — Зиночка, Люба. Катенькалар, этешеп-төртөшә, Бальмонтҡа һоҡландылар. Ул, елкәндәрен яҙып, тәмләп кен ел ыңғайына тирбәлә ине»,[46], — тип иҫенә төшөргән күршеһе Б. К. Зайцев.
Бальмонтистарҙың ошо йылдарҙа барлыҡҡа килгән шиғри түңәрәктәре кумирға шиғри сағылышта ғына түгел, тормошта ла оҡшарға тырыша. 1896 йылда уҡ Валерий Брюсов, мәҫәлән, Мирра Лохвицкая, «Бальмонт мәктәбе», тураһында яҙа. «Уларҙың бөтәһе лә Бальмонттың тышҡы ҡиәфәтен дә: шиғырҙы, рифмалар һәм моңдар менән ялтыратып биҙәй, — һәм уның шиғриәтенең асылын үҙләштерә»[52], — тип яҙҙы. Бальмонт, Тэффи һүҙҙәре буйынса, «тәүге яҙғы бәхет менән күңелгә үтеп ингән „гәлсәр яңғыраштар“ менән таң ҡалдырған». «…Рәсәй Бальмонтҡа ғашиҡ ине… Уны уҡынылар, шиғырҙарын яттан һөйләнеләр һәм улар эстраданан йыр булып яңғыраны. Кавалерҙар уның һүҙҙәрен һөйгән ҡыҙҙарына шыбырланы, гимназистар дәфтәрҙәренә күсереп яҙҙы…»[53]. Шағирҙарҙың күбеһе (улар иҫәбендә Лохвицкая, Брюсов, Андрей Белый, Вячеслав Иванов, М. А. Волошин, С. М. Городецкий уны «стихиялы даһи», донъя өҫтөндә юғары торған һәм тулыһынса «үҙенең төпһөҙ күңеле асыштарына сумған» мәңге ирекле Аригонды күреп, уға шиғырҙарын арнай[19] .
«Наш царь»
1906 йылда Бальмонт император Николай II хаҡында «Беҙҙең батша» тигән шиғыр яҙа[~ 3]:
Наш царь — Мукден, наш царь — Цусима,
Наш царь — кровавое пятно,
Зловонье пороха и дыма,
В котором разуму — темно...
Наш царь — убожество слепое,
Тюрьма и кнут, подсуд, расстрел,
Царь-висельник, тем низкий вдвое,
Что обещал, но дать не смел.
Он трус, он чувствует с запинкой,
Но будет, час расплаты ждёт.
Кто начал царствовать — Ходынкой,
Тот кончит — встав на эшафот.
Шул уҡ циклдан «Һуңғы Николайға» тигән шиғыры: «Барыһы өсөн дә бәләгә әүерелдең, Һин үҙең үлтерелергә тейешһең» тип тамамлана[54].
1904—1905 йылдарҙа «Скорпион» нәшриәте Бальмонттың ике томдан торған шиғырҙар йыйынтығын сығара. 1904 йылдың аҙағында шағир Мексикаға сәйәхәт ҡыла[31], унан Калифорнияға юл ала. Шағирҙың юлъяҙмалары һәм очерктары менән бер рәттән индейҙарҙың космогоник мифтарын һәм риүәйәттәрен ирекле күсереп һалыуҙар менән башҡара, һуңыраҡ уларҙы «Змеиные цветы» (1910) йыйынтығына индерә. Бальмонттың был ижад осоро буйынса күбеһенсә Урыҫ-япн һуғышы ваҡиғалары тәьҫирендә барлыҡҡа килгән «Литургия красоты. Стихийные гимны» (1905) йыйынтығы сыға[29].
1905 йылда Бальмонт Рәсәйгә ҡайта һәм илдең сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша. Декабрҙә шағир, үҙе әйтеүенсә, «Мәскәүҙең ҡораллы ихтилалында бер аҙ ҡатнаша, күберәк — шиғырҙар менән». Максим Горький менән яҡынлашҡас, Бальмонт «Новая жизнь» социал-демократик гәзите һәм А. В. Амфитеатров Парижда нәшер иткән «Красное знамя» журналы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башлай. Е. Андреева-Бальмонт иҫтәлектәрендә: 1905 йылда шағир «революция хәрәкәте менән мауыға», «бөтә көндәрен урамда уҙғара, баррикадалар төҙөй, тумбаларға менеп, телмәр тота», — тип раҫлай. Декабрҙә, Мәскәү ихтилалы көндәрендә, Бальмонт урамдарҙа йыш була, кеҫәһендә зарядланған револьвер йөрөтә, студенттар алдында телмәрҙәр әйтә. Ул, әйтерһең дә, ысын революционер, хатта үҙенә һөжүм итерҙәрен көтә[24]. Уның революция менән мауығыуы ихлас, әммә, киләсәктән күренеүенсә, тәрән булмай; 1906 йылдың төнөндә, ҡулға алыныуҙан ҡурҡып, шағир ҡабаланып Парижға сығып китә[20].
1906 йылда Бальмонт, үҙен сәйәси эмигрант тип иҫәпләп, Парижда төпләнә[21]. Ул Пасси тип аталған тыныс Париж кварталында төпләнгән, әммә күп ваҡытын алыҫ юлдарҙа үткәрә. Тыуған яғын үткер һағыш менән һағына. «Ғүмерем мине Рәсәйҙән оҙаҡҡа айырылырға мәжбүр итте, һәм ваҡыты менән үҙемде йәшәмәгән һымаҡ хис итәм, ҡылдарым ғына яңғырай, ахыры, тип уйлайым»[55], — тип яҙҙы ул профессор Ф. Д. Батюшковҡа 1907 йылда. Килеп тыуған күҙаллауға ҡарамаҫтан, шағирҙың Рәсәй властарының эҙәрлекләүе ихтималлығынан ҡурҡыуы нигеҙһеҙ түгел ине. А. А. Нинов «Так жили поэты…» документаль тикшеренеүендә, К. Бальмонттың "революция эшмәкәрлеге"нә ҡағылышлы материалдарҙы ентекләп тикшереп, охранка «шағирҙы хәүефле сәйәси кеше тип иҫәпләгән» һәм хатта сит илдә лә ул йәшерен күҙәтеү аҫтында тотолған тигән һығымтаға килә[10].
1906—1907 йылдарҙағы ике йыйынтығы К. Бальмонттың тәүге рус революцияһы ваҡиғаларына туранан-тура яуап ҡайтарған әҫәрҙәренән төҙөлгән. «Стихотворения» (Санкт-Петербург, 1906) китабын полиция конфискациялай; «Песни мстителя» (Париж, 1907) йыйынтығын Рәсәйҙә таратыу тыйыла. Беренсе эмиграция йылдарында шулай уҡ «хурлаусы» шиғырҙары арҡаһында цензура ҡулға алған «Злые чары» (1906) шиғырҙар, шулай уҡ «Жар-птица. Свирель славянина» (1907) һәм «Зелёный вертоград. Слова поцелуйные» (1909) йыйынтыҡтары донъя күрә. Шағирҙың рус һәм славян мәҙәниәтенең боронғо былиналар яғынан мауығыуын сағылдырған был китаптарҙың кәйефе һәм образлылығы «Зовы древности» (1909) китабына тап килә[29]. Шағирҙың ижади үҫешендә яңы боролошона тәнҡит иғтибарһыҙ ҡалды, ләкин Бальмонт үҙе ижади түбәнәйеүен һиҙмәне һәм таныманы[15].
1907 йылдың яҙында Бальмонт Балеар утрауҙарында була, 1909 йылдың аҙағында Мысырға бара, очерктар серияһын яҙып, «Край Озириса» (1914) китабын төҙөй. 1912 йылда көньяҡ илдәр буйлап 11 ай сәйәхәт итә, Канар утрауҙарында, Көньяҡ Африкала, Австралияла, Яңы Зеландияла, Полинезияла, Цейлонда, Һиндостанда була. Яңы Гвинея, Самоа, Тоңга утрауҙары халҡы менән аралашыу уға айырыуса ныҡ тәьҫир итә[29]. «Тормошомда шәхси элементтың өҫтөнлөктәре һағынған зиһенемде байытырға теләйем», — тип аңлатты шағир сәйәхәт дәртен. Бер ваҡыт пароходта уның юлдашы Британия дипломаты Оливер Уордроп була һәм унан Бальмонт Руставелиҙың «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» поэмаһы тураһында белә: ул уға инглиз теленә һеңлеһе Уордроп Марджори тәржемәһе корректураһын уҡырға бирә[56].
1912 йылдың 11 мартында Санкт-Петербург университеты ҡарамағындағы Неофилология йәмғиәтенең әҙәби ижадының 25 йыллығы уңайынан ойошторолған ултырышта 1000-дән ашыу йыйылыусы алдында К. Д. Бальмонт бөйөк рус шағиры тип иғлан ителгән.
1913 йылда Романовтар Йортоноң 300 йыллығы уңайынан сәйәси эмигранттарға амнистия бирелә һәм 1913 йылдың 5 майында Бальмонт Мәскәүгә ҡайта. Мәскәүҙең Брест вокзалында шағир менән тантаналы йәмәғәт осрашыуы ойошторола. Жандармдар шағирға үҙен ҡаршы алған кешеләргә телмәр менән мөрәжәғәт итеүҙе тыя; уның урынына, ул ваҡыттағы матбуғат хәбәрҙәренән күренеүенсә, шағир ынйы сәскәләре ырғыта[20]. Шағирҙың ҡайтыуы хөрмәтенә Ирекле эстетика йәмғиәтендә һәм Әҙәби-художество түңәрәгендә тантаналы ҡабул итеүҙәр ойошторола[57].[~ 4]. Шунда уҡ ул Океаниянан алған тәьҫораттары буйынса яҙылған «Белый зодчий. Таинство четырёх светильников» шиғри йыйынтығын баҫтыра.
Сит илдән ҡайтҡас, Бальмонт лекциялар («Океания», «Поэзия как волшебство» һәм башҡалар) менән күп йөрөй. «Бында йөрәк ҡыҫыла… беҙҙең матурлыҡта күҙ йәштәре күп», — ти алыҫ сәйәхәттәрҙән һуң Ока буйына килеп, «кеше буйынан һәм унан да бейегерәк арыш» баҫыуына таһынған шағир. «Мин Рәсәйҙе һәм рустарҙы яратам. О, урыҫтар, беҙ үҙебеҙҙе ҡәҙерләмәйбеҙ! Беҙ үҙебеҙ нисек баҫалҡы, сабыр һәм әҙәпле икәнебеҙҙе белмәйбеҙ. Рәсәйгә, уның яҡты киләсәгенә ышанам», — тип яҙҙы ул шул саҡтағы мәҡәләләренең береһендә[20].
1914 йылдың башында шағир Парижға ҡайта, апрелдә Грузияға юллана, Акакий Ростомович Церетели уға тантаналы осрашыу ойоштора, һәм шағир унда ҙур уңышҡа өлгәшкән лекциялар курсын үткәрә[19] . Шағир грузин телен өйрәнә башлай һәм Шота Руставелиҙың «Юлбарыҫ тиреһен ябынған батыр» поэмаһын тәржемә итеүгә тотона. Был осор Бальмонтының башҡа ҙур тәржемә эштәре иҫәбендә — боронғо һинд ҡомартҡыларын («Упанишада»), Калидаса драмаларын, Асвагошаның «Будда тормошо» поэмаһынауҙарыу. Ошо сәбәпле К. Бальмонт күренекле француз индологы һәм будологы Сильвен Леви менән хатлаша.
Грузиянан Бальмонт Францияға ҡайтҡан, бында Беренсе донъя һуғышы башланыуға тап килә. 1915 йылдың май аҙағында ғына шағир урау юлдар менән — Англия, Норвегия һәм Швеция аша — Рәсәйгә ҡайта. Сентябрь аҙағында Бальмонт лекциялар менән Рәсәй ҡалалары буйлап ике айлыҡ сәйәхәткә юлланды, ә бер йылдан һуң турнены ҡабатланы. Ул оҙайлыраҡ булып сыҡты һәм Алыҫ Көнсығышта тамамланды. 1916 йылдың майында ҡыҫҡа ваҡытҡа Японияға сыға[19] .
1915 йылда Бальмонттың «Поэзия как волшебство» тигән теоретик этюды сыға — 1900 йылғы «Элементарные слова о символической поэзии» декларацияһының үҙенсәлекле дауамы ул[36]; лирик шиғриәттең асылы һәм тәғәйенләнеше тураһындағы был трактатында шағир һүҙҙә «арбау-магиялы көс» һәм хатта «физик ҡеүәт» барлығын дәлилләй. Тикшеренеүҙәр урыҫ һәм Көнбайыш Европа шағирҙарының ижадына арналған «Горные вершины» («Тау түбәләре») (1904) китабында башланғанды дауам итә: «Белые зарницы» (1908), «Морское свечение» (1910)[10]. Өҫтәүенә ул туҡтауһыҙ яҙҙы, айырыуса сонет жанрына йыш мөрәжәғәт итте. Был йылдарҙа шағир 255 сонет төҙөй, улар «Сонеты Солнца, Неба и Луны» «Ҡояш, Күк һәм Ай сонеты» (1917) йыйынтығын төҙөй. «Ясень. Видение древа» (1916) и «Сонеты солнца, мёда и луны» (1917) тигән китаптарын әүәлгегә ҡарағанда йылыраҡ ҡаршыланылар, әммә уларҙа ла тәнҡит күбеһенсә «ғәҙәти матурлыҡтың бер төрлөлөгөн һәм күплеген» күҙәтә[24].
Бальмонт 1917 йылдың Февраль революцияһын сәләмләй, Пролетар сәнғәттәре йәмғиәтендә хеҙмәттәшлек итә башлай, ләкин тиҙҙән яңы власҡа ышаныс юғала һәм һуғышты еңеү аҙағынаса дауам итеүҙе талап иткән кадеттар партияһына ҡушыла. «Утро России» гәзите һандарының береһендә ул генерал Лавр Корниловтың эшмәкәрлеген сәләмләне[19] . Шағир Октябрь революцияһын ҡабул итмәй, ул уны «хаос» һәм «ҡот осҡос заман» ғәрәсәтенән ҡото алынып, үҙенең күп кенә элекке ҡараштарын яңынан ҡарарға мәжбүр итә. 1918 йылда баҫылған «Революционер я или нет?» публицистик китабында: Бальмонт, большевиктарҙы емергес башланғыс йөрөтөүселәр, "шәхес"те баҫыусылар[21] итеп һүрәтләгәндә, шағирҙың партиянан ситтә торорға тейешлегенә, «шағирҙың үҙ юлдары, үҙ яҙмышы — ул планета түгел, ә комета (йәғни, билдәле бер орбита буйынса хәрәкәт итмәй)» булыуына инаныуын белдергән[36].
Был ваҡытта Бальмонт Петроградта Е. К. Цветковская (1880—1943)[58], өсөнсө ҡатыны, ҡыҙы Мирра менән йәшәгән, ваҡыты-ваҡыты менән Мәскәүҙә Е. А. Андреева һәм ҡыҙы Нина менән күрешкән[18]. Шул рәүешле ике ғаиләне ҡарарға мәжбүр булған һәм бер ни тиклем яңы власть менән компромисҡа барырға теләмәгән Бальмонт фәҡирлектә көн күргән. Әҙәби лекцияларҙа, Бальмонтҡа ниңә әҫәрҙәрен баҫтырмай тип һораһа: «Ҡулдары ҡанлыларҙа баҫа алмайым, теләмәйем» тип яуап биргән[59].
1920 йылда Е. К. Цветковская һәм ҡыҙҙары Мирра менән бергә шағир Мәскәүгә күсеп килә, унда «ҡайһы берҙә йылыныр өсөн уларға көнө буйы түшәктә ятырға тура килә». Власҡа ҡарата Бальмонт лояль мөнәсәбәттә була: Мәғариф Халыҡ Комиссариатында эшләй, шиғырҙар һәм тәржемәләр әҙерләй, лекциялар уҡый[36]. 1920 йылдың Беренсе майында Мәскәүҙәге Союздар йортоноң Колонна залында ул үҙенең «Песнь рабочего молота» шиғырын уҡый, икенсе көндө Кесе театрҙа артистка М. Н. Ермолованың юбилей кисәһендә уны шиғырҙары менән сәләмләй. Шул уҡ йылда Мәскәү әҙәбиәтселәре, беренсе, «ярославль», шиғри йыйынтығы баҫылыуының утыҙ йыллығын билдәләп, Бальмонтты ҡотлай[20]. 1920 йылдың башында шағир, ҡатыны менән ҡыҙының һаулығы насарайыуына һылтанып, сит илгә сығыу форсатын юллай. Был ваҡытта Бальмонттың үҙе кеүек бик насар хәлдә йәшәүсе Марина Цветаева менән оҙайлы һәм ныҡлы дуҫлығы башлана[19] .
Юргис Балтрушайтистың юллауы буйынса А. В. Луначарскийҙан ваҡытлыса сит илдәргә командировкаға сығырға рөхсәт алғас, ҡатыны, ҡыҙы һәм А. Н. Иванованың[~ 5] алыҫ туғаны Бальмонт менән 1920 йылдың 25 майында Рәсәйҙе мәңгелеккә ташлап китә һәм Ревель аша Парижға барып етә[19] . Борис Зайцев, Мәскәүҙә Литваның элекке вәкиле Балтрушайтис Бальмонтты астан үлеүҙән ҡотҡарған, тип иҫәпләй: ул һалҡын Мәскәүҙә хәйерселек һәм аслыҡ кисергән, «һүтелгән ҡойманы утын итеп яҡҡан»[46]. Станицкий (С. В. фон Штейн) 1920 йылда Ревель ҡалаһында Бальмонт менән осрашыуҙы иҫенә төшөрөп: «Ауыр ғазаптар уның йөҙөнә яҙылғайны, һәм ул ҡайғы-хәсрәт, хоҡуҡһыҙлыҡ һәм яуызлыҡ эсендә ҡалған иленең ауырлығын тоя ине»[60].
Парижда Бальмонт ғаиләһе менән бәләкәй генә фатирға урынлаша. Тэффи улар ватыҡ тәҙрәле бүлмәлә көн күрҙе тип яҙған[53].
Шағир ике ут араһында ҡала. Совет Рәсәйенән ҡасыу тәртибен боҙғанға, эмигранттар берләшмәһе уны Советтар яҡлы тип һананы. С. Поляков ирония менән билдәләүенсә, Бальмонт «Мәскәүҙән йәшерен ҡасып, Финляндия урмандары һәм үҙәндәре аша үтеү урынына — дүрт ай буйына ғаиләһе менән сығырға рөхсәт һораны, уны алды һәм Парижға яраланмай килеп етте»[59]. Луначарский Мәскәү гәзитендә, Бальмонт сит илдә совет власына ҡаршы агитация алып бара, тигән имеш-мимеште кире ҡаға. Был шағирҙың хәлен ҡатмарлаштыра ғына: эмигранттар «Бальмонт Луначарский менән хат алыша. Әлбиттә, большевик!» тип фекер йөрөткән[59]. Рәсәйҙән сығыуҙы көтөп алған рус яҙыусылары буйынса үтенесендә Бальмонт Совет Рәсәйендәге хәлде хөкөм итмәгән һымаҡ йөмләләр ҡулланған. Был да публицист-эмигранттар һөжүменә («Системалы талау, Учредительный йыйылышты таратыу, бөтә азатлыҡтарҙы юҡ итеү, крәҫтиәндәрҙе тынысландырыу өсөн хәрби экспедициялар?») сәбәпсе булған[59].
Икенсе яҡтан, совет матбуғаты уны «алдаҡсы» тип атаған. Ул, йәнәһе, Көнбайышҡа «халыҡ массаларының революцион ижадын өйрәнеү өсөн» ебәргән, мәрхәмәтлек күрһәткән Совет власының ышанысын яуыз ниәт менән файҙаланған[60]. Станицкий былай тип яҙҙы:
Бальмонт был үпкә һүҙҙәренә мәғәнәле һәм тыныс ҡына яуап бирҙе. Әммә каннибал совет этикаһын баһалау өҫтөндә уйланырға кәрәк. Шағир Бальмонт, уның бөтә булмышы тыуған төйәген туҙҙырған һәм көн һайын уның көслө ижади рухын юҡ иткән совет власына ризаһыҙлыҡ белдерә. Ул көс ҡулланыусы комиссарҙарға һәм чекистарға биргән һүҙен изге тоторға бурыслымы? Совет власы һәм уның агенттары өсөн әхлаҡ принциптары етәксе булып тормай бит. Парламентёрҙарҙы үлтереү, яҡлауһыҙ ҡатындарҙы һәм балаларҙы пулемёттарҙан атып үлтереү, бер ғәйепһеҙ тиҫтәләрсә мең кешене аслыҡ менән язалау — быларҙың барыһы ла, «большевик иптәштәр» фекеренсә, — Бальмонттың Ленин, Бухарин һәм Троцкий коммунистик эдемына кире ҡайтыу вәғәҙәһен боҙоу менән сағыштырғанда бер ни ҙә түгел. — Станицкий Бальмонт тураһында. Һуңғы хәбәрҙәр. 1921[60]
Ю. К. Терапиано яҙғанса, «урыҫтарҙың донъя буйлап сәселеүендә Рәсәйҙән айырылыуҙы шул тиклем ғазап итеп кисергән уның ише башҡа бер шағир ҙа булманы». Бальмонт, сит илдә ғәйәт күп хеҙмәт итһә лә, эмиграцияны «сит кешеләр араһында тормош» тип атаған; 1921 йылда ғына уның алты китабы донъя күргән[61]. Эмиграцияла Бальмонт «Парижские новости» гәзите, «Современные записки» журналы, Европаның башҡа илдәрендә сыҡҡан бик күп рус ваҡытлы баҫмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Уның Совет Рәсәйенә ҡарата мөнәсәбәте бер төрлө генә булмай, Рәсәйҙе гел һағына: «Рәсәйгә ҡайтҡым килә. Күңел буш. Европала рух юҡ»[24], — тип яҙған ул Е. Андрееваға 1921 йылдың декабрендә. Тыуған иленән айырылыу йөгө, яңғыҙлыҡ, эмигрант даирәләренән ситләшеү арҡаһында ла, ҡатмарлаша.
Бальмонт Париждан күсеп Бретань провинцияһындағы Капбретонда төпләнә һәм 1921—1922 йылдарҙа шунда йәшәй[21][62]. 1924 йылда ул Түбәнге Шарантала (Шателейон), 1925 йылда — Вандеяла (Сен-Жиль-сюр-Ви), 1926 йылдың көҙөнә тиклем Жиронда (Лакано-Океан) йәшәй. 1926 йылдың ноябрь башында Бальмонт ҡатыны менән Бордоға юллана. Бальмонт йыш ҡына Капбретонда виллала йәшәгән, унда байтаҡ урыҫтар менән аралашҡан һәм 1931 йылдың аҙағына тиклем йәшәгән[62].
Совет Рәсәйенә үҙенең мөнәсәбәте тураһында Бальмонт илдән сыҡҡандан һуң белдерҙе. «Рус халҡы үҙенең насар, иң мөһиме, мәрхәмәтһеҙ, яуыз хакимдарының намыҫһыҙ ялғанынан ысын мәғәнәһендә арыған»[63], — тип яҙған ул 1921 йылда. Шағир «Кровавые лгуны» мәҡәләһендә 1917—1920 йылдарҙа Мәскәүҙә ыҙа күргәндәрен бәйән итә[64]. 1920-се йылдар башындағы эмигрант матбуғатында уның «Шайтан актёрҙары», урыҫ еренең «ҡанға батҡаны», «Рәсәйҙе кәмһетеү көндәре», урыҫ еренә һеңгән «ҡыҙыл тамсылар» тураһында шиғырҙары донъя күрә. Бер нисә шиғыры шағирҙың «Марево» (Париж, 1922) йыйынтығына ингән. Йыйынтыҡтың исеме «Мутное марево, чёртово варево…» тип башланған тәүге шиғыр юлынан алынған[62].
1923 йылда Ромен Роллан К. Д. Бальмонтты, М. Горький һәм И. А. Бунин менән бер үк ваҡытта, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына тәҡдим итә[65].
1927 йылда «Немножко зоологии для Красной Шапочки» публицистик мәҡәләһендә[66]Бальмонт Советтарҙың Польшалағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Д. В. Богомоловтың ғауғалы сығышын иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Адам Мицкевич үҙенең «Дуҫтар-москалдәргә» шиғырында (атаманың дөйөм ҡабул ителгән тәржемәһе — «Русским друзьям») тигән билдәле шиғырында, йәнәһе, киләсәккә — шул осорҙағы большевистик Рәсәйгә мөрәжәғәт иткән[62].
Шул уҡ йылда Парижда «Группа русских писателей. Россия, май 1927» тип имза ҡуйылған «К писателям мира» аноним өндәмәһе баҫыла[~ 6].
И. Д. Гальперин-Каминскийҙың саҡырыуын ҡабул иткәндәр иҫәбендә (Бунин, Зайцев, Куприн, Мережков һәм башҡалар менән бер рәттән) Бальмонт та була. 1927 йылдың октябрендә шағир Кнут Гамсунға «ялбарыу-үтенес» ебәрә:[67].
Ромен Ролланға мөрәжәғәтендә Бальмонт былай тип яҙған: «Беҙ тәбиғи берәҙәк түгел. Һәләкәткә дусар Әсәбеҙ тураһында Европанан ҡысҡырып әйтергә, үҙе менән генә мәшғүл булған оятһыҙ һәм бәхетһеҙ кешеләрҙең ҡолағына ишетерлек итеп ҡысҡырырға мөмкинлек табырбыҙ тип, Рәсәйҙе ҡалдырҙыҡ…»[~ 7] Большевиктар менән сауҙа һөйләшеүҙәренә ингән, ә һуңыраҡ СССР-ҙы таныған Джеймс Макдональдтың Британия хөкүмәте сәйәсәтенә лә шағир ҡырҡа сығыш яһай. «Петербургта һәм Мәскәүҙә немецтар ярҙамында власты баҫып алған интернациональ үткенселәрҙең ҡораллы бандаһын Англия таныуы Европалағы ҡот осҡос һуғыштан һуң көсһөҙләнеп, аҙап ҡалған власҡа үлемесле һөжүм булды»[68], — тип яҙҙы ул 1930 йылда.
«Уң» йүнәлешкә тартылған дуҫы Иван Шмёлевтан айырмалы рәүештә, Бальмонт тотош «һул», либераль-демократик ҡараштар яҡлы булды, Иван Ильиндың идеяларына ҡаты ҡараны, «татыулаштырыу» тенденцияларын (сменовеховство, Евразиялыҡ һәм башҡалар), радикаль сәйәси хәрәкәттәрҙе (фашизм) ҡабул итмәне. Ул элекке социалистар — А. Ф. Керенский, И. И. Фондминскийҙан ситләшә һәм 1920—1930 йылдарҙа Көнбайыш Европаның «һулаҡайланыуы», атап әйткәндә, француз интеллектуаль элитаһының байтаҡ өлөшөнөң социализм менән мауығыуын ҡото осоп күҙәтә[62]. Бальмонт эмиграцияны тетрәндергән ваҡиғаларға дәррәү яуап бирә: 1930 йылдың ғинуарында совет агенттарының генерал А. П. Кутеповты урлауы, рус эмигранттары өсөн күпте эшләгән Югославия короле Александр I Карагеоргиевичтың фажиғәле үлеүе[62]; эмиграцияның берлектәге акцияларында һәм («На борьбу с денационализацией» — урыҫ балаларының урыҫ мәҙәниәтенән алыҫлашыуы һәм урыҫ теленән ситләшеүенә бәйле)[69]; «Помогите родному просвещению» протесттарында ҡатнаша, әммә сәйәси ойошмаларҙа ҡатнашыуҙан баш тарта[70]), но при этом избегал участия в политических организациях.
Бальмонт Көнбайыш Европа әҙәбиәтселәренең СССР-ҙа барған ваҡиғаларға битараф булыуына асыулана, һәм был тойғо көнбайыштың бөтә йәшәү рәүешенә өмөттө өҙөүгә ҡайтып ҡала. Европа элек тә үҙенең төплө уйланылған прагматизмы менән әсе тойғо уятҡайны унда[62]. 1907 йылда уҡ шағир былай тигән: «Сәйер кешеләр — ғәжәп ҡыҙыҡ булмаған Европа кешеләре. Уларға барыһын да иҫбат итергә кәрәк. Мин бер ҡасан да дәлилдәр эҙләмәйем»[71]. «Бында бер кем дә бер нәмә лә уҡымай. Бында барыһы ла спорт һәм автомобилдәр менән ҡыҙыҡһына. Ҡәһәрле заман, мәғәнәһеҙ быуын! Мин үҙемде боронғо испан күскенселәре араһында һуңғы Перу владыкаһы кеүек хис итәм»[20], — тип яҙған ул 1927 йылда.
Эмиграция Бальмонт өсөн төшөнкөлөк билдәһе аҫтында үтте, тип һанау ҡабул ителгән. Байтаҡ урыҫ шағир-эмигранттары менән уртаҡлашҡандан һуң, был фекер күп бәхәстәр тыуҙырҙы. Был осорҙа төрлө илдәрҙә Бальмонт «Дар Земле», «Светлый час» (1921), «Марево» (1922), «Моё — ей. Стихи о России» (1923), «В раздвинутой дали» (1929), «Северное сияние» (1933), «Голубая подкова», «Светослужение» (1937) тигән китаптар сығарҙы. 1923 йылда «Под новым серпом» һәм «Воздушный путь» автобиографик проза китаптарын, 1924 йылда Прагала «Где мой дом?» хәтирәләр китабын сығара. 1919 йылдың ҡышында революцион Рәсәйҙә үткәргән көндәре тураһында «Факел в ночи» һәм «Белый сон» документаль очерктарын яҙған. Бальмонт Польша, Чехословакия һәм Болгария буйлап оҙайлы лекция турнеһы үткәргән, 1930 йылдың йәйендә Литваға барған, бер үк ваҡытта Көнбайыш славян шиғриәтен тәржемә иткән, ләкин Бальмонт әҫәрҙәренең төп темаһы — Рәсәй, уның хаҡында иҫтәлектәр һәм юҡҡа сыҡҡанды һағыныу.
«Рәсәйҙе теләйем. Рәсәйҙә яҡты таң тыуыуын теләйем. Тик шуны ғына теләйем. Башҡа бер ни ҙә», — тип яҙҙы ул Е. А. Андреевағай[72]. Шағир кире Рәсәйгә тартыла, 1920-се йылдарҙа тыуған иленә ҡайтыу теләген белдерә. «Мин сит илдә йәшәйем һәм йәшәмәйем. Рәсәйҙәге бөтә ҡурҡыныс хәлдәргә ҡарамаҫтан, мин Мәскәүҙән китеүемә бик үкенәм», — тип яҙған ул шағир А. Б. Кусиковҡа 1922 йылда. «Мин бөтөнләй кире ҡайтырға булдым, әммә бөтәһе лә йәнә буталды», — тип хәбәр итә Е. А. Андрееваға 1923 йылда[73]. "Мин һәр саҡ Рәсәйҙе яратам. Ҡыҙы Нина Бруниға яңы шиғырҙарын ебәреп <…> «брусника» һәм «донник» тигән һүҙҙәр миндә тулҡынланыу уята, тертләп иткән йөрәктән шиғыр урғыла[74], — 1925 йылдың 19 авгусында шағир шулай тип яҙҙы.
1920-се йылдар аҙағында К. Бальмонт һәм Е. Цветковскаяның тормошо ауырлаша. Нигеҙҙә, рус яҙыусыларына ярҙам фондтарын булдырған Чехия һәм Югославиянан килгән әҙәби гонорарҙар бик аҙ була, финанс ярҙамы даими булмай, һуңынан бөтөнләй туҡтай. Шағирға өс ҡатынын хәстәрләргә тура килә, етмәһә, практик тормошта дөрөҫ йәшәүгә эйә булмаған ҡыҙы Мирра бихисап мәшәҡәттәр килтерә. «Шағирҙың эштәре тағы ла насарыраҡ», — тип яҙған И. С. Шмелёв Бальмонтҡа даими ярҙам күрһәткән кешеләрҙең береһенә, В. Ф. Зеелерға.
1932 йылда шағирҙың етди психик сирҙән яфаланыуы асыҡланғас, хәл ҡатмарлаша. 1932 йылдың авгусынан 1935 йылдың майына тиклем Бальмонттар Париж эргәһендәге Кламарҙа фәҡирлектә көн күрә. 1935 йылдың яҙында Бальмонт клиникаға эләгә[62]. «Беҙ бөйөк бәләлә һәм тулыһынса бөлгөнлөктә»[62], — тип яҙған Цветковская Зеелерға 1935 йылдың 6 апрелендә.
1936 йылдың апрелендә Париж рус әҙәбиәтселәре Бальмонттың яҙыусылыҡ эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыуҙы билдәләй, ул ауырыу шағирға ярҙамға аҡса йыйыуға йүнәлтелгән. «Поэту — писатели» исемле кисәне ойоштороу комитетына рус мәҙәниәтенең билдәле эшмәкәрҙәре: И. С. Шмелёв, М. Алданов, И. А. Бунин, Б. К. Зайцев, А. Н. Бенуа, А. Т. Гречанинов, П. Н. Милюков, С. В. Рахманинов инде[62].
1936 йылдың аҙағында Бальмонт һәм Цветковская Париж эргәһендәге Нуази-ле-Гранға күсенә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында шағир ваҡыты-ваҡыты менән М. Кузьмина-Караваеваның (Скобцова) урыҫтар өсөн ҡурсалау йортонда, йәки арзан фатирҙа тора. Юрий Терапиано хәтерләүенсә, «немецтар Бальмонтҡа вайымһыҙ ҡараны, урыҫ гитлерсылары иһә уны элекке революцион ҡараштары өсөн тәнҡитләне»[46]. Хәйер, был ваҡытҡа Бальмонт тулыһынса «эңер хәленә» төшкән була; ул Парижға ауырлыҡ менән килә[62]. Ауырыуы сигенгән һәм аңы яҡтырған сәғәттәрендә Бальмонт бәхетле ҡиәфәт менән «Война и мир» томын асҡан йәки үҙенең элекке китаптарын яңынан уҡый торған булған; был ваҡытта күптән яҙа алмаған инде[20].
1940—1942 йылдарҙа Бальмонт Нуази-ле-Гранда йәшәй; бында, «Рус йорто» приютында, ул 1942 йылдың 23 декабрендә төндә үпкә шешеүенән вафат була. Урындағы католик зыяратында, һоро таштан яһалған ҡәбер плитәһе аҫтында ерләнә. «Constantin Balmont, poète russe» («Константин Бальмонт, русский поэт») тип яҙалар. Париждан шағир менән хушлашырға бер нисә кеше: Б. К. Зайцев һәм уның ҡатыны, Ю. Балтрушайтистың тол ҡатыны, ике-өс танышы һәм ҡыҙы Мирра килгән[20]. Ирина Одоевцева хәтерләй: «…көслө ямғыр яуҙы. Табутты ҡәбергә төшөрә башлағас, ул һыу менән тулы булып сыҡты һәм табут ҡалҡып сыҡты. Ҡәберҙе күмгәнсе, табутты таяҡ менән тотоп торорға тура килде»[46]. Француз йәмәғәтселеге шағирҙың үлеме тураһында гитлерсы режим яҡлы «Парижский вестник» гәзитендә баҫылған мәҡәләнән белде. Мәҡәлә «ул саҡта ҡабул ителгәнсә, мәрхүм шағирға революционерҙарға ярҙам иткәне өсөн нигеҙле шелтә» яһаған[75].
1960 йылдар аҙағынан алып СССР-ҙа Бальмонт шиғырҙары антологияларҙа баҫыла башлай. 1984 йылда һайланма әҫәрҙәренән торған ҙур йыйынтыҡ донъя күрә.
Шағирҙың атаһы Дмитрий Константинович Бальмонт (1835—1907) ғаилә риүәйәттәренә ярашлы, Скандинавия (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — шотланд) тамырҙары булған дворяндар ғаиләһенән сыҡҡан, тип һанала[10][11]. Шағир үҙе 1903 йылда шулай тип яҙа:
…Ата-бабаларым Рәсәйгә күсеп килгән Шотландия йәки Скандинавия моряктары булған… Атайым яғынан олатайым диңгеҙ офицеры булған, Рус-төрөк һуғышында ҡатнашҡан һәм үҙенең батырлығы менән Николай Беренсенең рәхмәтенә лайыҡ булған. Әсәйемдең ата-бабалары (ҡыҙ фамилияһы Лебедева) татар булған. Нәҫелде башлап ебәреүсе - Алтын Урҙаның Аҡҡош исемле кенәзе. Бәлки, әсәйемдең төп билдәһе булған нәфселелек һәм дыуамаллыҡты унан мираҫ итеп алғанмындыр, шулай уҡ бөтә күңел торошомдо ла ошоноң менән аңлатырға мөмкиндер. Минең әсәйемдең атаһы (шулай уҡ хәрби кеше, генерал) шиғырҙар яҙған, ләкин нәшер итмәгән. Әсәйемдең бик күп апай-һеңлеләре лә яҙа, ләкин баҫтырмай ине. Автобиографическое письмо. 1903 год[28] . |
Автобиографик яҙма. 1903 йыл
Бальмонт фамилияһы килеп сығышының ошондай фаразы бар. Мәҫәлән, тикшеренеүсе П. Куприяновский шағирҙың ҡартатаһы, Екатеринбург лейб-гвардия полкының кавалерия сержанты Баламут фамилияһын йөрөткәнен билдәләй, һуңынан уны «сит телдекенә әйләндереү юлы менән» ҡупшыландырғандар[26]. Е. Андреева-Бальмонттың, «шағирҙың атаһының олатаһы императрица Екатерина II-нең лейб-гвардия полктарының береһендә сержант булған… тип әйткән иҫтәлектәренә тап килә был фараз… Был документ пергаментта һәм мисәттәр менән беҙҙә һаҡлана ине. Украинала әле булһа Баламут фамилияһы киң таралған. Шағирҙың олатаһы Иван Андреевич Баламут Херсон алпауыты була… Баламут фамилияһы нисек Бальмонтҡа күскәнен аңлата алманым»[24]. Үҙ сиратында, был фараздың оппоненттары уның текстология закондарына ҡаршы килеүен билдәләй; киреһенсә, «алпауыттың сит телдән килгән фамилияһын халыҡ үҙ аңлауына яраҡлаштырыуы тәбиғи» тигән фараз яһау кәрәктер[18].
Д. К. Бальмонт ярты быуат Шуя земствоһында — мировой аралашсы, мировой судья, мировой судьялар съезы рәйесе һәм, ниһайәт, өйәҙ земство башҡармаһы рәйесе булып хеҙмәт итә. 1906 йылда Д. К. Бальмонт отставкаға сыға, бер йылдан һуң вафат була. Ул шағирҙың хәтерендә тәбиғәтте һәм һунар итеүҙе яратҡан тыныс һәм изге күңелле кеше булып ҡалған[20]. Әсәһе Вера Николаевна полковник ғаиләһенән сыҡҡан; ул институтта тәрбиәләнгән һәм эшлекле характеры менән айырылып торған: крәҫтиәндәрҙе уҡытҡан һәм дауалаған, һәүәҫкәр спектаклдәр һәм концерттар ойошторған, ҡайһы берҙә провинция гәзиттәрендә мәҡәләләр баҫтырған[19] . Дмитрий Константинович менән Вера Николаевнаның ете улы була. Шағирҙың бөтә туғандары ла фамилияларын тәүге ижеккә баҫым яһап әйткән, шағир раҫлауынса, һуңғараҡ «бер ҡатындың көйһөҙлөгө арҡаһында», фамилияһының икенсе ижегенә баҫым яһаған[18].
1889 йылда Константин Бальмонт Шуя фабриканты, «боттичелли тибындағы матур бай ҡыҙы» Лариса Михайловна Гарелинаға өйләнә[19] .
Гарелина[19] көнсөл була, шағирҙы шарап эсергә өйрәтә, «Лесной пожар» шиғырында күрәбеҙ[20]. Ҡатыны тормош иптәшенең әҙәби ынтылыштарын, революцион кәйефен аямай, бәхәсләшергә әүәҫ була. Гарелина менән ғазаплы бәйләнеш Бальмонтты 1890 йылдың 13 мартында үҙ-үҙенә ҡул һалыуға этәрә. Аҡһаҡлығы ғүмерлеккә ҡала, — Бальмонт Л. Гарелинанан айырыла. Был никахта тыуған икенсе бала — улы Николай (1891—1926) нервы сирле була[18].
Һуңғараҡ тикшеренеүселәр Бальмонттың беренсе ҡатыны образын артыҡ «демонизациялау»ҙы киҫәткән: Лариса Михайловна, һуңғараҡ журналист һәм әҙәбиәт тарихсыһы Н. А. Энгельгардҡа кейәүгә сыҡҡан һәм уның менән оҙаҡ йылдар тыныс йәшәгән. Ошо никахтан тыуған ҡыҙы Анна Николаевна Энгельгардт Николай Гумилёвтың икенсе ҡатыны була[18].
Шағирҙың икенсе ҡатыны Екатерина Алексеевна Андреева-Бальмонт (1867—1950), билдәле Мәскәү нәшриәтселәре Сабашниковтарҙың туғаны, бай сауҙагәр (Андреевтарҙың колониаль тауарҙар кибете) ғаиләһенән һәм һирәк белемле булыуы менән айырылып торған. Замандаштары был ҡаҡса кәүҙәле, һомғол, «матур ҡара күҙле» йәш ҡатындың тышҡы күркәмлеген билдәләй. Оҙаҡ ваҡыт ул яуапһыҙ А. И. Урусовҡа ғашиҡ була. Бальмонт өйләнгәне асыҡланғанлыҡтан, ата-әсәһе ҡыҙҙарына һөйгәне менән осрашырға рөхсәт итмәгән. Екатерина Алексеевна йолаларға формаллек һымаҡ ҡарай һәм шағирға күсеп йәшәй. Никах тарҡалыу процесы, Гарелинаға икенсе никахҡа инергә рөхсәт бирә, әммә иренә мәңгелеккә өйләнеүҙе тыйған, ләкин кейәүҙең өйләнмәгән тигән иҫке документын тапҡандан һуң, ғашиҡтар 1896 йылдың 27 сентябрендә, ә икенсе көндө никахҡа ингән һәм Францияға юлланған[18].
Е. А. Андреева менән Бальмонтты әҙәби ҡыҙыҡһыныуҙар берләштергән; ғаилә Герхарт Гауптман һәм Одд Нансенды тәржемәләгән[20]. Борис Зайцев Бальмонт тураһындағы хәтирәләрендә Екатерина Алексеевнаны «нәфис, һалҡын һәм изге, юғары мәҙәниле һәм тәкәбберлектән азат ҡатын-ҡыҙ» тип атай[46]. Толстовскиҙағы йорттоң дүртенсе ҡатында урынлашҡан фатирҙағы тормош «Екатерина Алексеевнаның ижады һәм йүнәлтеүе менән» оҙатылған, Бальмонт «…тоғро, яратҡан һәм сәләмәт ҡулдарҙа һәм ысын хеҙмәтсән тормош алып барған»[46]. 1901 йылда уларҙың ҡыҙҙары Ниника — Нина Константиновна Бальмонт-Бруни донъяға килә (1989 йылда Мәскәүҙә вафат була), уға шағир «Фейные сказки» йыйынтығын арнай[19] .
1900-сө йылдар башында Парижда Бальмонт генерал К. Г. Цветковскийҙың ҡыҙы Елена Константиновна Цветковская (1880—1943), ул саҡта Сорбоннаның математика факультеты студенты һәм шиғриәтенә башкөллө табыныусы менән таныша. Был «көслө холҡло түгел, бар булмышы менән шағирҙың ахмаҡлыҡ өйөрмәһенә ылығыусы», уның һәр һүҙе «уның өсөн Алла ауазы булып яңғыраған»[18]. Бальмонт, үҙенең ҡайһы бер хаттарынан күренеүенсә, Цветковскаяға ғашиҡ булмаған, ләкин тиҙҙән уны тоғро дуҫы кеүек кәрәклеген аңлаған. Бальмонт йә ғаиләһе менән йәшәгән, йә Елена менән булған, 1905 йылда улар өс айға Мексикаға киткән. 1907 йылдың декабрендә Е. К. Цветковскаяның ҡыҙы донъяға килгәс, шағирҙың ғаилә тормошо бөтөнләй бутала. Уға шағирҙы тәрән һәм ҡатмарлы тойғолар менән бәйләгән һөйәркәһе шағирә Мирра Лохвицкаяның исемен бирә. Бала тыуыу Бальмонтты Елена Константиновнаға бөтөнләй бәйләй. Шулай ҙа Екатерина Алексеевна менән дә бәйләнешен өҙә алмай. 1917 йылға тиклем Бальмонт Санкт-Петербургта Цветковская һәм Мирра менән йәшәй, шул уҡ ваҡытта Мәскәүгә Андрееваға һәм ҡыҙы Нина янына ла килеп йөрөй[19] .
Рәсәйҙән Бальмонт өсөнсө (граждан) ҡатыны Е. К. Цветковская һәм ҡыҙҙары Мирра менән күсеп китә. Хәйер, Андреева менән дә дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен өҙмәй; 1934 йылда, совет граждандарына сит илдә йәшәүсе туғандары һәм яҡындары менән хатлашыу тыйылғас, был бәйләнеш өҙөлә[26]. Тэффи Бальмонттар менән осрашыуҙы былай тасуирлаған: «Ул, алтын дан тажы аҫҡандай, маңдайын юғары тотоп атлай. Муйынына ниндәйҙер лермонтов галстугы уралған. Һеләүһендекеләй күҙҙәре, оҙон, ерән сәстәре. Артынан — уның тоғро күләгәһе, кескәй, арыҡ, ҡара йөҙлө, ҡуйы сәй һәм шағирға һөйөү менән генә йәшәгән Елена»[53]. Тэффи яҙыуынса, улар бер — береһе менән ҡыҙыҡ аралашҡан: Елена Константиновна Бальмонтты бер ҡасан да «ирем» тип түгел, «шағир» тип атаған. «Ирем һыу эсергә һорай» тип әйткәнде «Шағир дымға туйынырға теләй» тип әйткән[53].
Е. А. Андрееванан айырмалы рәүештә, Елена Константиновна «тормошта ярҙамға мохтаж ҡатын була һәм көнкүреште ойоштора алмай»[53]. Бальмонт артынан эйәреп йөрөүҙе үҙенең бурысы тип һанаған: шаһиттар уның, «балаһын өйҙә ҡалдырып, тәүлек буйына ирен ҡабаҡтан сығара алмауын» хәтерләгән. «Ҡырҡ йәшендә ул ҡарсыҡ булып күренә ине»[53], — тип билдәләй Тэффи.
Е. К. Цветковская шағирҙың һуңғы һөйөүе булмаған. Парижда ул 1919 йылдың мартында башланған кенәз ҡатыны Дагмар Шаховская (1893—1967) менән танышыуҙы тергеҙә. «Миңә иң яҡындарының береһе, ярым шведка, ярым поляк кенәз ҡатыны урыҫлашҡан Дагмар Шаховская, тыумыштан баронесса Lilienfeld эстон йырҙарын бер тапҡыр ғына йырламаны»[76], — тип тасуирлай һөйгәнен Бальмонт хаттарында. Шаховская Бальмонттан ике бала — Георгий (Жорж) (1922—1943?) һәм Светлана (1925) таба. Шағир ғаиләһен ташлай алмай; Шаховская менән һирәк осраша, һөйөүен белдереп, көн һайын тиерлек уға яҙа, тәьҫораттары һәм пландары менән уртаҡлаша[77]; 858 хаты һәм открыткаһы һаҡланған[26]. Бальмонттың тойғоһо уның күп кенә һуң шиғырҙарында һәм «Под новым серпом» (1923) романында сағылыш тапҡан. Нисек кенә булмаһын, Д. Шаховская түгел, ә Е. Цветковская Бальмонт менән уның һуңғы, иң ғазаплы ғүмер йылдарын үткәрә; ул 1943 йылда, шағир үлгәндән һуң бер йыл үткәс вафат була. Мирра Константиновна Бальмонт (кейәүҙә - Бойченко, икенсе никахта - Аутина) 1920-се йылдарҙа Аглай Гамаюн псевдонимы менән шиғырҙар яҙа һәм баҫтыра. Ул 1970 йылда Нуази-ле-Гранда вафат була[62]. -->
Андрей Белый Бальмонтты ысын донъянан айырылған һәм яҡлаусыһыҙ яңғыҙ кеше итеп һүрәтләй, ә бәләләрҙең сәбәбен йомшаҡ һәм даими булмаған, шул уҡ ваҡытта айырыуса йомарт холҡонда күрә: «Ул тәбиғәте бүләкләнгән барлыҡ байлыҡтарҙы үҙендә берләштерә алмай. Ул - йән хазиналарын мәңгелек туҙҙырыусы… Ала ла туҙҙыра. Беҙгә бирә. Ижади кубогын беҙгә түгә. Үҙенең ижадынан ауыҙ итмәй»[78]. Белый Бальмонттың тышҡы ҡиәфәтен сағыу тасуирлаған:
ул пенснеһын кейә һәм тәкәббер төҫтә (дөрөҫөрәге, ҡурҡып) тирә-яғына ҡарай, ут кеүек ҡыҙыл һаҡал менән ҡаймаланған ҡоро ирендәрен күтәрә. Орбитаһында тәрән ултырған ҡашһыҙ һоро күҙҙәре моңһоу, тыныс һәм ышаныр-ышанмаҫ: улар Бальмонттың үҙендә ярҙамға мохтаж нәмәне һиҙеп, үсле лә ҡарауы мөмкин. Шуға күрә лә уның бөтә булмышы ике төрлө ҡиәфәттә. Унда тәкәбберлек һәм көсһөҙлөк, бөйөклөк һәм һүлпәнлек, ҡыйыулыҡ, ҡурҡыу - һәм уның, танау тишектәре ҙур ағарынған йомшаҡ йөҙөндә быларҙың барыһы ла сиратлашып килә! Һәм был кеше нисек әһәмиәтһеҙ булып күренергә мөмкин! Һәм был йөҙ ҡайһы саҡ иҫ киткес матур булып балҡып китә![78] А. Белый. Луг зелёный. 1910 |
«Ерәнһыу, күҙҙәре йәнле, теремек, башы юғары күтәрелгән, бейек тура яғалы, …шына һаҡаллы, ҡыйыу ҡиәфәтле. (Серов портретында яҡшы һүрәтләнгән) Шат, һәр саҡ ҡыҙып китерҙәй, киҫкен йәки һоҡланғыс яуап ҡайтарырҙай кеше. Ҡош менән сағыштырғанда, ул көн, яҡтылыҡ, тормошто сәләмләүсе бик шәп шантеклер …»[46], - Борис Зайцев Бальмонтты ошолай иҫендә ҡалдырған.
Илья Эренбург, Бальмонт шиғырҙарын «илһамлы һәм тәкәббер» тауыш менән «шаман кеүек» уҡыған[20]. В. С. Яновский, 1930 йылдарҙа Бальмонт менән осрашыуын иҫенә төшөрөп, былай тигән: «… ныҡ ҡартайған, сал сәсле, осло һаҡаллы Бальмонт… Һәр хәлдә, боронғо аллалар Сварог йәки Дажбогка оҡшаған ине»[79].
Замандаштары Бальмонтты бик һиҙгер, нервылы һәм мауығыусан, «еңел ҡуҙғалыусан», ҡыҙыҡһыныусан һәм алсаҡ, әммә шул уҡ ваҡытта аффектацияға һәм үҙен-үҙе яратыуға әүәҫ кеше тип билдәләй. Бальмонттың тәртибендә театрлыҡ, манералылыҡ һәм дәғүәселек өҫтөнлөк итә, аффектацияға һәм эпатажға әүәҫлек күҙәтелә[20].
Танышының манераһынан ихлас көлгәндә, Зайцев Бальмонттың «башҡаларҙы ла - моңһоу, бик ябайҙарҙы ла» күреүен һиҙә. Ул тыңлаусыларға үҙенең яңы шиғырҙарын ихлас һәм күңелен биреп уҡый»[46]. Шағирҙы белгәндәрҙең күбеһе раҫлауынса, «бөйөк шағир»ҙың үҙ образына ғашиҡ булыу битлегенән ваҡыты-ваҡыты менән бөтөнләй икенсе характер күренеп ҡала. Уның көлөүе киң күңелле, балаларса. Ул, бала кеүек, ошо мәлдең кәйефенә бирелә…» — тип хәтерләй Тэффи[53].
Бальмонт характерындағы һирәк кешелеклек, йылылыҡ билдәләнде. Шағирҙы йәштән белгән П. П. Перцов «Бальмонт кеүек изге күңелле кешене» осратыуы ҡыйын булыуы тураһында яҙа[20]. Иң ауыр осорҙа шағир менән осрашҡан Марина Цветаева мохтаждарға һуңғы «һуңғы трубкаһын, һуңғы икмәк ҡыйырсығын, һуңғы утын ярҡаһын» бирә алыуын иҫбатлаған[20]. Совет тәржемәсеһе Марк Талов, егерменсе йылдарҙа Парижда йәшәгән осоронда, Бальмонттың фатирынан сыҡҡас, кеҫәһендә шағир һалған аҡсаны табыуын иҫенә төшөрә[20].
«Я всё ещё чувствую себя пламенным гимназистом, застенчивым и дерзким»[20], — признавался и сам Бальмонт, когда ему было уже под тридцать.
Тышҡы эффекттарға әүәҫлек, «богемалылыҡ» шағирға насар хеҙмәт итә: ҡайһы берәүҙәр «экзальтирлашҡан булыуына ҡарамаҫтан, Бальмонт арымай-талмай эшләгән, көн һайын һөҙөмтәле яҙған һәм ғүмере буйына үҙ аллы беем алған («тотош китапханаларҙы уҡыған»), телдәрҙе һәм тәбиғи фәндәрҙе өйрәнгән, ә сәйәхәт иткәндә, һәр илдең тарихы, этнографияһы, фольклористикаһы буйынса мәғлүмәттәр менән байытҡан[10]. Күп кеше Бальмонтты тәү сиратта дәғүәле эксцентрик тип уйлаһа, күптәр уның рациональ һәм эҙмә-эҙлекле булыуын билдәләгән. С. В. Сабашников шағирҙың «… ҡулъяҙмаларында бер төҙәтеү эшләмәгән тиерлек. Тиҫтәләрсә юллыҡ шиғырҙары уның башында, күрәһең, тамам бөткән килеш йыйылған һәм бер юлы ҡулъяҙмаға индерелгән».
«Ул тәҡдим иткән ҡулъяҙмалар һәр саҡ тулыһынса эшкәртелгән була һәм йыйылмала үҙгәрештәр ҙә талап ителмәй ине. Корректуралар аныҡ уҡыла һәм тиҙ арала кире ҡайтарыла», - тип яҙҙы нәшерсе Бальмонт тураһында[37].
Брюсов Бальмонттың тәртибендәге үҙенсәлектәрҙе уның холҡоноң тәрән шиғриәтле булыуы менән аңлата[20]. «Ул тормошто шағирса кисерә, һәм шағирҙарса борсола ала: һәр нөктәлә ғүмер тулылығын таба. Шуға күрә уны дөйөм аршин менән үлсәргә ярамай»[80].
Бальмонт — шиғриәттә бөтә Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған беренсе символизм вәкиле. Ғөмүмән алғанда, уның ижады символик мәғәнәгә эйә булманы; шағир «декадент» та булманы: уның өсөн декадентлыҡ «…тормошҡа эстетик ҡараш формаһы ғына түгел, ә яңы сәнғәт образын тыуҙырыу өсөн уңайлы тышлыҡ та булды»[10]. Бальмонттың тәүге йыйынтыҡтарында декадент-символистик билдәләре күп булыуға ҡарамаҫтан, әҙәбиәтселәр сәнғәттә бер мәлгә генә хас, тиҙ юҡҡа сыҡҡан тәьҫораттар ҡалдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған импрессионизм ағымына индерә. Нигеҙҙә улар — күкте һәм ерҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйыусы, алыҫ һәм сит яҡҡа саҡырыусы, А. Н. Плещеев йәки С. Я. Надсондың ижадына оҡшаш мотивтар менән һуғарылған, «мөхәббәт шиғырҙары»[20]. Бальмонттың тәүге шиғырҙарында өҫтөнлөк иткән «ҡайғырған, етем, өйһөҙ булыу» кәйефе элекке «ауырыу, арыған быуын интеллигенцияһының уйҙары» ауазы булған, тип билдәләнә. Шағир үҙе ижадының «төньяҡ күк йөҙө аҫтында» «ҡайғынан, төшөнкөлөктән һәм эңерлектән» башланыу һиҙемләй[24]. Бальмонттың тәүге әҫәрҙәренең лирик геройы — «иң яҡшы уйҙар һәм уртаса хистәр менән һуғарылған йыуаш һәм баҫалҡы егет»[19][81].
«В безбрежности» (1895) и «Тишина. Лирические поэмы» (1898) йыйынтыҡтары китабы әүҙем «яңы киңлек, яңы азатлыҡ» эҙләнеүҙәре менән билдәләнә. Был китаптар өсөн көнкүрештең тиҙлеге һәм донъяның үҙгәреүсәнлеге төп идея булып тора. Автор, тауыш яҙыу, музыкаллек менән мауығыуын күрһәткән шиғыр техникаһына ҙур иғтибар бүлә, әүҙем рәүештә «яңы арауыҡ, яңы иркенлек» эҙләй[10]. Уның аңлауынса, символизм тәү сиратта «тауыштарҙан, ижектәрҙән һәм туған телмәр һүҙҙәренән тәрән мәғәнә һәм үтеп инеү аша яңыса ҡороу сараһы» йәғни «яңы фекерҙәрҙе, буяуҙарҙы һәм тауыштарҙы берләштереү» булды[82]. Символик шиғриәт «үҙенең айырым теле менән һөйләшә, был тел музыка һәм һынлы сәнғәт кеүек, интонацияларға бай, ул күңелдә ҡатмарлы кәйеф тыуҙыра, шиғриәттең башҡа төрөнән бигерәк, беҙҙең тауыш һәм күреү тәьҫораттарына ҡағыла»[19] , — тип яҙҙы Бальмонт «Горные вершины» китабында. Шағир дөйөм символистик ҡараштар системаһына ингән һүҙҙең өнлө туҡымаһы юғары мәғәнәгә эйә тигән төшөнсәне лә ҡабул итә; теләһә ниндәй матди әйбер кеүек, — «рухи субстанцияны тапшыра»[19] .
Тәнҡитселәр «Тынлыҡ» йыйынтығында яңы, «ницшеан» мотивтары һәм геройҙарының («стихиялы даһи», «кешегә оҡшамаған», «сик сигенән ситкә» һәм хатта «хәҡиҡәттән һәм ялғандан да ситкә» ынтылған) булыуын билдәләне[19] . «Тынлыҡ» Бальмонттың тәүге өс китабынан иң яҡшыһы тип иҫәпләнә[19] . Китапта мөһим урын биләгән 1896—1897 йылдар («Мёртвые корабли», «Аккорды», «Пред картиной Эль Греко», «В Оксфорде», «В окрестностях Мадрида», «К Шелли»)[19] сәйәхәттәре ябай ғына һүрәтләмәләр булманы, ә элекке цивилизацияныңрухына үтеп инеү теләген сағылдырҙы. «Барыһы менән дә һәр саҡ ҡушылам», — тип декларацияланы Бальмонт. «Шағир — стихия. Ул төрлө-төрлө йөҙҙәр ҡабул итергә ярата, һәм һәр кешелә ул шундай уҡ хистәр кисерә. Ул бөтәһенә лә мөхәббәте менән һыйына, һәм барыһы ла уның күңеленә ҡояш, дым һәм һауа үҫемлеккә бирелгән кеүек үтеп инә. Шағир донъяға асыҡ…»[20], — тип яҙҙы ул.
«Горящие здания» (1900) һәм «Будем как Солнце» (1902) йыйынтыҡтары, шулай уҡ «Только любовь» (1903) китабы Бальмонттың әҙәби мираҫында иң көслөләрҙән һанала. Тикшеренеүселәр бында пәйғәмбәри ноталарҙың булыуын, «янып торған» биналарҙың образын «һауала хәүеф йөрөтөүсе, дауыл, хәрәкәт билдәһе» («Крик часового») тип баһаланы. Бында «ҡояшлы» булыу, даими яңыртыуға ынтылыу, «мәлде туҡтатыу» теләге мотивтары төп урынды биләй[10]. «Бальмонтты тыңлағанда — һәр саҡ яҙҙы тыңлайһың», — тип яҙған А. А. Блок. Бальмонт эротикаһы рус шиғриәтендә ярайһы уҡ яңы фактор булып тора. «Она отдалась без упрёка…» һәм «Хочу быть дерзким…» шиғырҙары уның популяр әҫәрҙәренә әүерелде; улар буйынса «яратырға өйрәнмәһәләр ҙә, һәр хәлдә, һөйөү тураһында „яңы“ рухта яҙырға» өйрәнделәр[51]. Шулай ҙа, Бальмонтта символизм лидерын танып, тикшеренеүселәр шуны билдәләгән: "Ул ҡабул иткән "стихиялы даһилыҡ шәхесе бер яҡтан, нарциссизмға тиклем килеп еткән эгоцентризм, мәңгелек ҡояшҡа табыныу, тоғролоҡ —икенсе яҡтан, Бальмонтты неоромантик шағир тип баһалау мөмкинлеген бирә[10]. «Горящие здания» йыйынтығынан һуң тәнҡит, уҡыусылар Бальмонтты урыҫ шиғырының яңы һүрәтләү мөмкинлектәрен асҡан һәм киңәйткән новатор итеп ҡабул итә башланы. Күптәр уның ижады шаҡ ҡатырғыс алымдарҙан тороуына: ҡомарлы тәүәккәллек һәм ғәйрәт, «хәнйәр һүҙҙәр» ҡулланылыуына иғтибар итте. Кенәз А. И. Урусов «Янған биналар»ҙы «психиатрик документ» тип атаны[36]. Е. В. Аничков Бальмонттың программа йыйынтыҡтарын «элекке рус шиғриәте мәктәбен туған йәмәғәтселек ҡайғы-хәсрәттәренә бәйләгән әхлаҡи, художестволы һәм ябай физик азат ителеү» тип баһалай. «Бальмонт лирикаһының йәшәйеш пафосын раҫлаусы ғорур оптимизмы, йәмғиәт һалған бығауҙарҙан азатлыҡҡа ынтылыш һәм йәшәйештең тәүге нигеҙҙәренә ҡайтыу»ҙы уҡыусылар «эстетик феномен ғына түгел, ә донъяға яңы ҡараш булараҡ» ҡабул итте ти[16].
«Фейные сказки» (1905) — ҡыҙы Нинаға арналған балалар өсөн әкиәти йыр-стилизациялар йыйынтығы замандаштарының юғары баһаһын алды. «Фейный әкиәттәрендә Бальмонт ижады йәнә асыҡ, гәлсәр, көйлө шишмәләй урғыла. Уның шиғриәтендә иң ҡәҙерле, мәңгелек данға лайыҡ булған күктәр бүләге һымаҡ бирелде. Үҙ көйөн ижад итеүсе нәфис, йомшаҡ, һауа кеүек еңел йырҙары. Улар нәҙек төрлө төҫтәге һеркәле уйсан ҡыңғырауҙарҙың көмөш сыңына оҡшаған»[83], — тип яҙҙы Валерий Брюсов.
Тәнҡитсе иң яҡшы «сит» шиғырҙар иҫәбендә Мысыр тураһында Максим Горький билдәләгән «Потухшие вулканы», «Воспоминание о вечере в Амстердаме», Брюсов юғары баһалаған «Тишь» (об островах на Тихом океане) и «Исландия» шиғырҙар циклын билдәләне[20]. Даими рәүештә "фекерҙәр, буяуҙар һәм тауыштарҙың яңы ҡатнашмалары"н һәм «еңеүсе» образдар раҫлап, шағир «күп йөҙлө» «заманса күңел лирикаһы», күңел әҫәрҙәрен ижад итәм тип иҫәпләгән[10]. Геройҙарын ваҡыт һәм арауыҡтар, күп дәүерҙәр буйынса күсереп («Скифы», «Опричники», «В глухие дни» һ. б.), ул «стихиялы даһилыҡ», «бөйөк кеше» образдарын раҫланы («О, блаженство быть сильным и гордым и вечно свободным!» — «Альбатрос»).
Ижади сәскә атҡан йылдарында декаденттарса донъяға ҡарашының йәки Бальмонт философияһының төп принциптарының береһе — юғары һәм түбән, матур һәм зәғиф тигеҙлеген раҫлау. Шул уҡ ваҡытта, мөхәббәт стихияһына демонстратив буйһоноуҙа сағылған Бальмонттың «демонизм» эскерһеҙлеге шик тыуҙырмай. Бальмонт буйынса, шағир — «ярым илаһ», «йырлап тороусы хыял даһийы».
Бальмонттың шиғри ижады стихиялы була һәм күҙ асып йомғансы арауыҡ диктатына буйһона. «Шиғырҙар нисек яҙам» миниатюраһында ул былай тип таныған: «…Шиғыр өҫтөндә уйланмайым һәм, дөрөҫөн әйткәндә, бер ҡасан да ижад итмәйем». Бер яҙғанын башҡаса бер ҡасан да үҙгәртмәгән, беренсе ынтылыш иң дөрөҫ тип иҫәпләп, үҙгәртмәгән, өҙлөкһөҙ һәм бик күп яҙған[20].
«Тыныс ышаныс менән әйтәм, миңә тиклем, дөйөм алғанда, Рәсәйҙә яңғырашлы шиғырҙар яҙа белмәнеләр»[37], — шағирҙың әҙәбиәткә үҙе индергән өлөшөнә ҡыҫҡаса баһаһы ошондай ине.
Тикшереүселәр билдәләүенсә, Бальмонттың тәьҫирле һүҙ-музыкаль яңғырашта төҙөлгән шиғриәте атмосфераны һәм кәйефте яҡшы тапшырған, әммә шул уҡ ваҡытта һүрәт, образдар пластикаһы яфаланған, һүрәтләнгән предметтың һыҙаттары ярайһы уҡ тоноҡланған[20]. Бальмонт ғорурланған шиғриәт сараларының яңылығы ла сағыштырмаса ғына тип билдәләнгән. «Бальмонт шиғыры — ул үткәнебеҙҙең шиғыры, камиллаштырылған, нескә, әммә асылда, шул уҡ», — тип яҙҙы Валерий Брюсов 1912 йылда[20]. Декларацияла күрһәтелгән «сит йәки элекке заманда ҡалған цивилизация, сит ил рухына инеү теләге» ҡайһы берҙә универсаллыҡҡа дәғүә булараҡ аңлатыла; һуңғыһы — «күңелдә бөтөн ижади күсәрҙең булмауы, күптәр һәм бик күп символистар яфаланған бөтөнлөктөң булмауы» һөҙөмтәһе тип иҫәпләнә[20]. Һуңғараҡ Владимир Маяковский Бальмонтты һәм Игорь Северянинды «патока фабриканттар» тип атаны[85].
Шағирҙың нарцисс асылыуы әҙәби йәмәғәтселекте шаҡ ҡатырҙы; уны үҙенә артыҡ ышаныуҙа һәм үҙен генә яратыуҙа ғәйепләнеләр. Уны яҡларға теләүселәр араһында (атап әйткәндә, иң «эгоцентрик» шиғырҙарҙың береһенә ҡарата: «Я — изысканность русской медлительной речи…») символизм идеологтарының береһе Иннокентий Анненский була[86]. Анненский фаразлауынса, Бальмонт әфәнденең «Мине» йыйылма ла түгел, ә тәү сиратта «беҙҙеке», бары тик Бальмонт тарафынан аңлашылғанса[86]. "Шиғыр шағирҙыҡы түгел. Шиғыр лирик "мин"дән айырылғыһыҙ, был шағирҙың донъя менән бәйләнеше, тәбиғәттәге урыны; бәлки, уны аҡлауҙыр", — тип аңлата тәнҡитсе, һәм ул: «Яңы шиғыр үҙеңдең үҙеңә, башҡаларға ғашиҡлығың менән дә, өҫтәүенә үҙеңә үҙең ғашиҡлығың шағирҙарҙың үҙ ҡаҙаныштары менән ғорурланыуына алмаш булып килә», — тип өҫтәне[86]. «Бальмонт „Мине“, үҙенең эстетик ғашиҡ булыу көсөнән тыш, ике абсурд — бөтөнлөк абсурды һәм аҡланыу абсурды менән йәшәй», тип раҫлап, «Далёким близким» (Мне чужды ваши рассуждения: «Христос», «Антихрист», «Дьявол», «Бог»…) тигән шиғырҙы, унда эске полемизмды билдәләп, «үҙенән — үҙе ҡабул итеүҙең бөтөнлөгөн юҡҡа сығара» тип, Анненский миҫалға килтерә[86].
Анненский буйынса, нәҡ Бальмонт рус шиғриәтендә тәүгеләрҙән булып үткән быуатта Эдгар По күрһәтә башлаған аңһыҙ ҡара донъяны тикшерә башлай[86]. Лирик геройының "әхлаҡһыҙлығы"н ғәйепләүгә ҡағылышлы Бальмонтҡа һылтанып, Анненский былай тигән: «…Бальмонт ҡыйыу һәм тәүәккәл булырға, нәфрәтләнергә, енәйәт менән һоҡланырға, үҙендә йәлләд менән ҡорбанды берләштерергә теләй…», сөнки «нәфислек һәм ҡыҙ-ҡатынлыҡ — уның шиғриәтен билдәләүсе сифаттар». Тәнҡитсе был «үҙенсәлектәр» менән шағирҙың донъяға ҡарашының «төрлө яҡлылығын» аңлатҡан: «Бальмонт шиғриәтендә нимә теләһәң, шул бар: урыҫ риүәйәте, Бодлер ҙа, ҡытай дин тәғлимәте лә, Роденбах тасуирлаған фламанд пейзажы ла, Рибейра ла, Упанишады ла, Аһура-мазда ла, шотланд сагаһы ла, халыҡ психологияһы ла, Фридрих Ницше һәм ницшеанлыҡ та бар. Шул уҡ ваҡытта шағир шиғырында, бер нимәгә лә бер төрлө тоғро булмайса, ошо минутта шиғыры ғашиҡ булған нимә хаҡында яҙа»[86].
Бальмонттың революцияға тиклемге ижадының йомғағы булып, шағирҙың инаныуынса, "Көнитмештең башланғыс нигеҙе"н юғалтҡан «кешеләрҙе ҡәһәрләү» заманын шелтәләү һәм саҡырыуға ҡоролған мотивтар менән һуғарылған «Литургия красоты. Стихийные гимны» (1905) йыйынтығы сыға («Люди Солнце разлюбили, надо к Солнцу их вернуть»)[29]. Бальмонттың 1905—1907 йылдарҙағы Рәсәйҙә тыйылған «Стихотворения» (1906) һәм «Песни мстителя» (Париж, 1907) йыйынтыҡтарындағы шиғырҙары "самодержавие януары"н, мещанлыҡты фашлай, «аңлы ҡыйыу эшселәрҙе» данлай һәм дөйөм алғанда радикализм менән айырылып тора[29]. Замандаш шағирҙар, һуңынан ижадын өйрәнеүселәр кеүек үк, Бальмонттың был «сәйәси осор»ҙағы ижадын түбән баһалаған. «Бальмонтҡа ошондай бәхетһеҙ сәғәттә уның социаль һәм сәйәси мөнәсәбәттәр йырсыһы, хәҙерге Рәсәйҙең граждан йырсыһы булыуы ихтималлығы башына килде! „Белем“ ширҡәте баҫтырып сығарған өс тинлек китапсыҡ ауыр тәьҫир ҡалдыра. Шиғриәт юҡ бында»[87], — тип яҙҙы Валерий Брюсов.
Ошо йылдарҙа шағир ижадында үҙенсәлекле ҡарашты асыусы милли тема ла сағыла: Бальмонт риүәйәттәрендә һәм хикәйәттәрендә үҙенсәлекле, заманса көйгә һалырға ынтылған «былиналы» Русты аса. Шағирҙың славян боронғоһо менән мауығыуы «Злые чары» (1906) йыйынтығында, «Жар-птица. Свирель славянина» (1907) һәм «Зелёный вертоград. Слова поцелуйные» (1909) китабында сағылды. Был әҫәрҙәрҙә шиғри эшкәртелгән фольклор сюжеттары һәм текстары, шул иҫәптән сектант йырҙары, сихри имләүҙәр һәм хлыстовтарса «табыныуҙар» (уларҙа, шағир ҡарашынса, «халыҡ аңы») сағыла[21], шулай уҡ славян булмаған халыҡтарҙың имләү-магик һәм жрец шиғриәте өлгөләренә бай «Зовы древности» йыйынтығы ла донъя күрә[29]. Шағирҙың былиналарҙы һәм халыҡ хикәйәттәрен «декадент» көйөнә һалыу буйынса фольклор эксперименттарын тәнҡит кире баһаланы, ул осорҙоң һынлы сәнғәтендә һәм архитектураһында «неорус уйын стилен хәтерләткән» ялған стилдәр булараҡ баһаланды. Александр Блок 1905 йылда уҡ Бальмонт шиғырҙарының «артыҡ тәмле» булыуы хаҡында яҙҙы[88], Брюсов, Бальмонттың былина геройҙары "декадент сюртугы"нда «көлкөлө тойола һәм йәлләү тойғоһо уята», тип һыҙыҡ өҫтөнә ала[21]. 1909 йылда Блок уның яңы шиғырҙары хаҡында былай тине: «Был бөтөнләйе менән әкиәт… Иң яҡшы осраҡта ла — һаташыуға оҡшаш, бик тырышҡанда ғына лирик мәғәнәне тоторға (йәки уйлап табырға) мөмкин… бына тигән рус шағиры Бальмонт бар, ә яңы шағир Бальмонт юҡ»[26].
«Птицы в воздухе. Строки напевные» (СПб., 1908) һәм «Хоровод времён. Всегласность» (М., 1909) йыйынтыҡтарында тәнҡит темалар, образдар һәм алымдарҙың бер төрлөлөгөн билдәләй; Бальмонтты, иҫке, символистик ҡанундар әсирлегендә ҡалыуҙа ғәйепләй. Яңы мәҙәни һәм социаль атмосферала «бальмонтизмдар» («солнцеликий», «поцелуйный», «пышноцветный» һ. б.) аптырашта ҡалдырған һәм асыу ҡабартҡан. Һуңғараҡ, шағир ижадында объектив һүлпәнлек башлана һәм ул быуат башында күҙәтелгән әһәмиәте юғалта, тип таныла[15].
1910—1914 йылдарҙа Бальмонт ижады күп һанлы һәм оҙайлы сәфәрҙәрҙән — атап әйткәндә, Мысырға («Край Озириса», 1914), шулай уҡ Океания утрауҙарында ул ысын мәғәнәһендә бәхетле, ысынлығын һәм «таҙалығын» юғалтмаған кешеләрҙе табыу тәьҫораттары менән бүлешә. Океания халыҡтарының ауыҙ-тел риүәйәттәрен, әкиәттәрен һәм легендаларын Бальмонт оҙаҡ ваҡыт дауамында урыҫ телендә, атап әйткәндә, «Белый зодчий. Таинство четырёх светильников» (1914) йыйынтығында популярлаштырған[29]. Был йылдарҙа тәнҡит, нигеҙҙә, уның ижади «ҡояшы байыуы» тураһында яҙа; Бальмонт стиленең яңылыҡ факторы тәьҫир итмәй, техника элеккесә ҡала һәм, күптәрҙең фекеренсә, штампҡа әйләнә[21]. Бер ни тиклем бөтөн һәм үткер тип һаналған «Зарево зорь» (1912) һәм «Ясень. Видение древа» (1916) китаптарында ла «арытҡыс бер төрлөлөк, һүлпәнлек, тапалған матурлыҡ — Бальмонттың һуңғы лирикаһы билдәһе» тип күрһәткән[29].
Бальмонттың эмиграциялағы ижады бер төрлө генә баһаланманы. Шағирҙың замандаштары уның был ижади осорон төшөнкөлөк тип иҫәпләгән: «…Бальмонттың яңы көйө менән алдаған шиғыры беҙгә төҙ тойолмай», — тип яҙған уның хаҡында В. В. Набоков[89]. Һуңғараҡ тикшеренеүселәр 1917 йылдан һуң сыҡҡан китаптарында Бальмонт һәләтенең яңы, көслө яҡтарының да күренеүен билдәләй. «Бальмонттың һуңғы шиғырҙары элек яҙғандарынан асығыраҡ, ябайыраҡ, кешелеклерәк һәм уңайлыраҡ. Улар йышыраҡ Рәсәй тураһында, һәм уларҙан ҡасандыр Иннокентий Анненский әйткән бальмонт „славян алтынлатылыуы“ асығыраҡ күренә» — тип яҙҙы шағир Банников Николай Васильевич. Ул шулай уҡ, «Бальмонттың үҙенсәлеге — ниндәйҙер илһамландырғыс, һирәк осраған матур айырым юлдарҙы тәҡдим итеү», тип билдәләне. «Дюнные сосны» и «Русский язык» кеүек шиғырҙарҙы тәнҡитсе «бәләкәй шедеврҙар» тип атаны[20]. Урыҫ символистарының «күптәр тарафынан тереләй ерләнгән өлкән быуын вәкиле» Бальмонт" ул йылдарҙа яңыса яңғыраны: «уның шиғырҙарында… күҙ асып йомғансы тыуған хистәр түгел, ә ысын, тәрән тойғолар: асыу, ҡайғы, өмөтһөҙлөк барлыҡҡа килде». Уның ижадына хас булған көйһөҙ «нәфселелек» — ҙур дөйөм бәлә, үтә ҡупшылыҡ — ҡәтғилек һәм асыҡлыҡ тойғоһо менән ҡыҫырыҡлап сығарылды[62].
Бальмонттың иртә ижады идея-фәлсәфәүи яҡтан икенсел һаналған: «туғанлыҡ, намыҫ, азатлыҡ» идеялары менән мауығыу шиғри берләшмәнең дөйөм кәйефенә хөрмәт булған. Кеше хәленә инеү, дини изгеләрҙең матурлығы менән һоҡланыу тойғоһо уның ижадының төп темалары була («Одна есть в мире красота — / Любви, печали, отреченья / И добровольного мученья / За нас распятого Христа»). Профессиональ тәржемәсе булып киткән Бальмонт үҙе тәржемә иткән әҙәбиәт йоғонтоһона эләккән, тигән фекер бар. Яҡты киләсәк тураһындағы «христиан-демократик» хыялдары иҫкергән булып күренә башлай, христианлыҡ элекке күркәмлеген юғалта, Фридрих Ницше ижады, Генрик Ибсендың сағыу образлы («башни», «строительство», «восхождение» к вершинам мира) әҫәрҙәре ҡайнар ҡабул ителә[18]. 1894 йылда Бальмонт менән танышҡан Валерий Брюсов: «Бальмонт Мәсихте (Христос) фәҡирҙәр философы, лакейы тип атаған», — тип яҙған[90].
Бальмонттың шиғриәтендә ваҡыт үткән һайын реаль тормошта ла «демоник» идеялар һәм кәйефтәр өҫтөнлөк итә башлай. С. А. Поляков менән яҡынайып, шағир үҙ ҡарамағына байтаҡ аҡса ала һәм шау-шыулы кәйеф-сафаға күсә, мәжүси төҫмөргә эйә романтик «еңеүҙәр» уның мөһим өлөшө була[18]. Бальмонттың "тылсым"ына эләккән, әммә оҙаҡламай Брюсов йоғонтоһонда унан сыҡҡан Н. Петровская: «…ошо триумфаль арба артынан эйәреп, фәҡәт уның тураһында ғына һөйләп, уның дан фимиамы менән тын алып, һөйгәнеңде, йәнеңде ҡот осҡос усаҡтарға ташлап, хатта сәләмәтлегеңде бағышлап, уның „тиле төндәре“ юлдашы булыр кәрәк ине…», — тип хәтерләне[91].
Шағирҙың донъяға ҡарашын ҡылыҡһырлап, Борис Зайцев: «Әлбиттә, үҙ-үҙенә табына, Алла хисе менән йәшәмәй һәм Уның алдында кесе булыуын аңламай. Шулай ҙа унда ниндәйҙер кимәлдә ҡояш, яҡтылыҡ һәм тәбиғәт музыкаллеге йәшәй». Ул шағирҙы «мәжүси, әммә яҡтылыҡҡа табыныусы» (Брюсовтан айырмалы) тип иҫәпләгән һәм: «… унда ысын рус һыҙаттары ла бар… һәм үҙе лә (яҡшы минуттарҙа) тәьҫирле», — тип билдәләгән[92].
1917—1920 йылдар тетрәнеүҙәре шағирҙың донъяға ҡарашындағы киҫкен үҙгәрештәргә сәбәпсе булды. Быға тәүге дәлилдәре «Сонеты солнца, мёда и луны» (1917) йыйынтығында ла күренә — уҡыусы алдына яңы Бальмонт килеп баҫа: «уның әлегә дәғүәләре күп, ләкин күңел торошо тигеҙлеге артығыраҡ, ул сонеттың камил формаһына гармониялы ҡушыла, ә иң мөһиме — шағир упҡынға ынтылмай — Аллаға юл таба»[18]. Шағирҙың эске яҡтан яңырыуына эмиграцияла И. С. Шмелёв менән дуҫлығы ла булышлыҡ итә. Зайцев яҙғанса, «мәжүси рәүештә тормошҡа, уның йыуаныстарына һәм ялтырауыҡтарына табынған» Бальмонт, үлеме алдынан тәүбә итеп, руханиға ихлас күңелдән «үҙен кисерергә ярамаған гонаһлы зат тип һанауын» белдергән[93].
Шошан Авитҡа яҙған хатында Бальмонт былай тип яҙған: «Мин француз, инглиз, немец, испан, итальян, швед, норвег, поляк, португал, латин телдәрендә еңел уҡыйым. Бальмонт тәржемә иткән сит телле әҙәбиәттәр һәм авторҙар даирәһе ифрат киң ине. 1887—1889 йылдарҙа ул күбеһенсә Көнбайыш Европа шағирҙары Генрих Гейне, Николаус Ленау, Альфред Мюссе, Сюлли-Прюдомды тәржемә итеү менән шөғөлләнә. Скандинавия илдәренә сәфәре (1892) уның Георг Брандес, Генрик Ибсен, Бьёрнстьерне Бьёрнсон тәржемәләрендә тормошҡа ашырылған яңы шөғөленә башланғыс һала.
1893—1899 йылдарҙа Бальмонт, инеш мәҡәләһе менән, фарсы Биши Шелли әҫәрҙәрен тәржемәләй һәм ете сығарылышта баҫтыра. 1903—1905 йылдарҙа «Белем» ширҡәте эшкәртелгән һәм өҫтәлмә индерелгән өс томлыҡ баҫма сығара. Нәфис яҡтан уңышлыраҡ һәм һуңыраҡ хрестоматия тип танылған Эдгар Аллан По әҫәрҙәренең тәржемәләре 1895 йылда ике томда сыға һәм һуңыраҡ 1901 йылда яҙылған әҫәрҙәр йыйынтығына инә[11].
Бальмонт тәржемәһендә Педро Кальдерондың туғыҙ драмаһы донъя күрә (тәүге баҫмаһы — 1900); уның башҡа билдәле тәржемәләре иҫәбендә — Э. Т. Гофмандың „Кот Мурр“ (СПб., 1893), Оскар Уайльдтың «Саломея» һәм «Баллада Рэдингской тюрьмы» (М. 1904) әҫәрҙәре[11]. Ул шулай уҡ испан шағирҙары һәм драматургтары — Лопе де Вега һәм Тирсо де Молинаның, инглиз шағирҙары, прозаиктары, драматургтары — Уильям Блейктың, Оскар Уайльдтың, Джордж Байрондың, Альфред Теннисондың, Джон Мильтондың, Шарль Бодлерҙың шиғырҙарын тәржемә итә. Горндың «Истории скандинавской литературы» (М., 1894) һәм Гаспариҙың «Истории итальянской литературы» (М., 1895—1997) тәржемәләре әҙәбиәт ғилеме өсөн мөһим һанала. Бальмонт редакцияһы аҫтында Герхарт Гауптмандың әҫәрҙәре (1900 һәм һуңыраҡ), Герман Зудермандың әҫәрҙәре (1902—1903), Мутерҙың «История живописи» (СПб., 1900—1904) донъя күрә. 1914 йылда Грузияға барғандан һуң грузин телен өйрәнгән Бальмонт — Шота Руставелиҙың «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» поэмаһын тәржемә итә; үҙе уны Европала ҡасан да булһа ижад ителгән мөхәббәт тураһында иң яҡшы поэма тип иҫәпләй («Күкте һәм ерҙе бәйләүсе утлы күпер»)[36]. 1916 йылда Японияла булғандан һуң, ул боронғо замандан хәҙергегә тиклем төрлө япон авторҙарының танкаларын һәм хоккуҙарын тәржемә итә.
Бальмонттың бөтә эштәре лә юғары баһаланмаған. Уның Ибсенды («Привидения», М., 1894), Гауптманды («Ганнеле», «Потонувший колокол») һәм Уолт Уитменды («Побеги травы», 1911) тәржемәләре тәнҡитселәрҙә етди ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Бальмонттың Шелли әҫәрәҙре тәржемәләрен анализлап, Корней Чуковский «яңы кеше», ярымШелли, ярым-Бальмонт — Шельмонт тип атаны[94]. Шуға ҡарамаҫтан, Брокгауз менән Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә: „Шағирҙың Шелли кеүек ҡатмарлы һәм тәрән бер нисә тиҫтә мең шиғырын бер үҙе тәржемә итеүе урыҫ шиғри тәржемә әҙәбиәте өлкәһендәге батырлыҡ тип атарға мөмкин“, — тиелә[11].
М. И. Волошин фекере буйынса, «Бальмонт Шелли, Эдгар По, Кальдерон, Уольт Витмандың әҫәрҙәрен, испан халыҡ йырҙарын, Мексиканың изге китаптарын, Мысыр гимндарын, полинезия мифтарын тәржемә итә, Бальмонт егерме тел белә, Бальмонт Оксфорд, Брюссель, Париж, Мадридтың тотош китапханаларын уҡып сыҡҡан… Быларҙың барыһы ла дөрөҫ түгел, сөнки бөтә шағирҙарҙың әҫәрҙәре уның өсөн көҙгө генә булды, унда ул үҙ йөҙөнөң төрлө ҡаймаларҙа сағылышын ғына күрҙе, бөтә телдәрҙән бер, үҙенең телен булдырҙы, ә китапханаларҙың һоро саңы Ариелдең еңел ҡанаттарында күбәләктең йәйғор саңына әүерелә»[95].
Ысынлап та, шағир бер ҡасан да тәржемәһендә дөрөҫлөккә ынтылмаған: уға әҫәрҙең „рухын“ үҙе тойғанса еткереү мөһим булған[36]. Бынан тыш, ул тәржемәне „сағылыу“ менән сағыштырған, һәм ул төп нөсхәнең „матур һәм нурлы“ булыуы мөмкин, тип уйлаған:
Тәржемәлә художестволы тигеҙ ҡиммәтле әҫәр булдырыу - бер ҡасан да сиселә алмаҫлыҡ мәсьәлә. Сәнғәт әҫәре үҙ булмышы менән берҙән-бер. Дөрөҫ тәржемәне йә күберәк йә әҙерәк бирергә мөмкин. Шундай саҡтарҙа теүәл тәржемә бирһәң дә, йән юғала, ҡайһы саҡта ирекле тәржемә бирәһең, әммә йән һаҡлана. Ҡайы берҙә тәржемә лә теүәл була һәм йән дә шул килеш ҡала. Ғөмүмән әйткәндә, шиғри тәржемә - өндөң яңғырауы, яуабы, шаңдауы, сағылышы ғына. Ғәҙәттә, яңғыраш тауыштан ярлыраҡ, ҡайтауаз уны өлөшләтә уятҡан тауышты ғына ҡабатлай. Әммә ҡайһы берҙә, тауҙарҙа, мәмерйәләрҙә, көмбәҙле ҡорамдарҙа, ҡайтауаз, терелеп, һинең ауазыңды ете тапҡырға арттырып ишеттерә, яңғыраш тауыштан ете тапҡырға көслөрәк һәм матурыраҡ була. Бындай хәл шиғри тәржемәләрҙә лә була, тик бик һирәк осрай. Һәм сағылышта бары тик томаланған йөҙ генә бар. Әммә юғары сифатлы көҙгө булғанда, ул уңышлы урынлаштырылһа һәм яҡтылыҡ яҡшы төшкәндә, көҙгөләге матур йөҙ үҙенең сағылышында матурыраҡ һәм нурлыраҡ була. Урман шаңдауы - иң яҡшы һөйкөмлөлөк береһе. К. Д. Бальмонт[37] |
Бальмонт Рәсәйгә һәр ваҡыт дөйөм славян донъяһының айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ ҡараған. „Есмь славянин и пребуду им“[96], — тип яҙған шағир 1912 йылда. Польшаға ҡарата айырыуса һөйөү тойғоһон кисереп, ул поляк теленән — атап әйткәндә, Адам Мицкевич, Станислав Выспяньский, Зыгмунт Красинский, Болеслав Лесьмян, Ян Каспрович, Ян Лехонь әҫәрҙәрен күп тәржемә итә, Польша һәм поляк шиғриәте тураһында күп яҙа. Һуңыраҡ, 1920-се йылдарҙа, Бальмонт чех шиғриәтен тәржемә итә (Ярослав Врхлицкий, «Избранные стихи». Прага, 1928), болгар («Золотой сноп болгарской поэзии. Народные песни». София, 1930) йыйынтыҡтары авторы. Шулай уҡ серб, хорват, словак шиғриәтен тәржемә итә. Бальмонт Литваны ла туғандаш славян донъяһынан тип һанай: Литва халыҡ йырҙарының үҙе башҡарған тәүге тәржемәләре 1908 йылға уҡ ҡарай. Уның тәржемә иткән шағирҙары иҫәбендә Пятрас Бабицкас, Миколас Вайткус һәм Людас Гира була; һуңғыһы менән Бальмонтты тығыҙ дуҫлыҡ бәйләгән. Бальмонттың «Северное сияние. Стихи о Литве и Руси» баҫмаһы 1931 йылда Парижда сыға[29].
1930 йылға Бальмонт «Слово о полке Игореве» (Рәсәй һәм славянлыҡ, 1930) тип аталған әҫәрҙе хәҙерге рус теленә тәржемә итә. Хеҙмәтен профессор Н. К. Кулманға бағышлаған[97]. Профессор «Россия и славянство» журналының шул уҡ һанында баҫылған «Судьба „Слова о полку Игореве“» мәҡәләһендә былай тип яҙа: Бальмонт, «унан алдағы быуын кешеләренең ҡайһынан булһа ла берәйһенә ҡарағанда яҡыныраҡ булып, «үҙ тәржемәһендә «Слово»ның бөтә буяуҙарын, тауыштарын, хәрәкәтен, уның яҡты лиризмын, эпик өлөштөң бөйөклөгөн һүрәтләү… үҙ тәржемәһендә «Слово» әҫәренең милли идеяһын һәм уның авторы янған тыуған ил тойғоһо»н сағылдыра[62].[98].
Бөтә мемуаристарҙан К. Д. Бальмонт тураһындағы йылы хәтирәләрҙе М. И. Цветаева ҡалдыра, ул шағир менән бик татыу була:
Әгәр миңә Бальмонтты билдәлә тиһәләр, мин, уйлап тормайынса, Шағир тип әйтер инем. Быны мин Есенин, Мандельштам, Маяковский, Гумилёв, хатта Блок хаҡында ла әйтмәҫ инем, сөнки исемләп киткәндәрҙең шағирлыҡтан башҡа тағы ла нимәлер бар ине. Күберәкме йәки бәләкәйерәкме, яҡшымы йәки насарыраҡмы, әммә - тағы нимәлер. Бальмонтта шағирҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. Бальмонт - шағир-адекват. Бальмонтта - уның һәр ым-ишараһында, аҙымында, һүҙендә - тамға - мисәт - шағир йондоҙо. М. И. Цветаева.[99] |
«Мин һеҙгә тере Бальмонт, ун туғыҙ йыл буйы уның тоғро шаһиты булыу бәхетенә эйә булғаным, бөтөнләй аңлашылмаған һәм бер ҡайҙа ла һүрәтләнмәгән Бальмонт тураһында һөйләй алыр инем… һәм минең бөтә күңелем рәхмәт тойғоһо менән һуғарылған»[61], — тип таныны.
Үҙенең хәтирәләрендә Цветаева тәнҡитле лә ине — атап әйткәндә, Бальмонт шиғриәтенең «урыҫ булмауы» тураһында һөйләне: «Урыҫ әкиәтендә Бальмонт Иван-Царевич түгел, ә батша ҡыҙы алдына бөтә ҡайнар һауа һәм диңгеҙ бүләктәрен һалған сит ил ҡунағы. Миңә һәр саҡ Бальмонт ниндәйҙер сит телдә һөйләшкән кеүек тойола, ниндәй телдәлер, белмәйем — Бальмонт телендә»[100]. Шул уҡ үҙенсәлектең тышҡы яғы тураһында А. П. Чехов яҙған, ул Бальмонт тураһында «бик көлкө, тел һындырып уҡый», «…уны аңлауы ауыр» тип яҙған[101].
Шағирҙа «оҙон ғүмере буйы ябай телмәр тотмаған» кешене күргән И. А. Бунин Бальмонт тураһында кире фекерҙә: «…оҙон ғүмере эсендә ябай тел менән бер һүҙ ҙә өндәшмәгәндер»[102]. "Бальмонт бөтөнләй ғәжәп кеше ине. Бер яҡтан, күптәрҙе үҙенең «бала-сағалығы», шайтан мутлығы сағылған көтөлмәгән бер ҡатлы көлөүе менән һоҡландырған яһалма нескәлеге, "татлылығы"н күрһәтһә — икенсе яҡтан, ҡырағай, йыртҡыс һуғышсанлығы, майҙан саялығы сағыла ине. Был ғүмер буйы үҙ-үҙеш һөйөүҙән хәлһеҙләнгән, үҙенә генә сумған кеше ине…"[103], — тип яҙған Бунин.
В. С. Яновский, Андрей Седых һәм И. В. Одоевцева иҫтәлектәрендә шағир эмиграцияла тере анахронизм булараҡ күрһәтелә. Мемуаристар күпселектә Бальмонтҡа кешелек һөйөүе менән генә ҡараған, уны эмигрант осорондағы әҫәрҙәренең художестволы ҡиммәтенән баш тартҡан[61]. Шағир Михаил Цетлин, Бальмонт вафатынан һуң күп тә үтмәҫтән, уның ижад емештәренең кеше ғүмеренә генә түгел, ә «ҙур булмаған халыҡтың тотош әҙәбиәтенә» етер ине тигән[61]. Яңы быуын рус эмиграцияһы шағирҙары «…Блокка табындылар, Анненскийҙы астылар, Сологубты яраттылар,В. Ф. Ходасевичты уҡынылар, ләкин Бальмонтҡа битараф булдылар. Ул рухи яҡтан яңғыҙлыҡта йәшәне»[104].
Күп йылдар үткәс Е. А. Евтушенко яҙғанса, «…Бальмонттың һүҙҙәре етерлек ҡылансыҡ, „матурлыҡ өсөн“ буш тауыш яҙмаһы ине». Әммә поэзия уның ысын һөйөүе булды, һәм ул тик уға ғына — бәлки, төтәҫләгән фимиамдан иҫергән ҡанбаба кеүек, ысын күңелдән хеҙмәт иткәндер»[85]. «Яҡшы шиғырҙар ҙа була, бик шәп, әммә үтеп китәләр, эҙһеҙ юғалалар. Һәм ғәҙәти кеүек тапалған шиғырҙар була, ләкин уларҙа ниндәйҙер радиоактивлыҡ, үҙенсәлекле магия бар. Был шиғырҙар йәшәй. Бальмонттың ҡайһы бер шиғырҙары ла шундай ине»[53]», — тип яҙған Тэффи.
Бальмонт үҙенән алда эшләгән символ оҫталары тип Кальдеронды, Уильям Блейкты һәм «иң күренекле символист» Эдгар Поны атай. Рәсәйҙә, тип иҫәпләй шағир, «символизм Феттан һәм Тютчевтан килә»[105]. Үҙенең замандаш символист яҙыусыларынан Бальмонт иң элек Вячеслав Ивановты, «тәрән фәлсәфәүи кәйефтәрҙе формаһының иҫ киткес матурлығы менән» берләштерергә һәләтле, шулай уҡ Юргис Балтрушайтис[106], Сергей Городецкий, Мирра Лохвицкая менән бер баҫҡысҡа ҡуйған Анна Ахматованы һәм «йәш быуындың һөйкөмлө һәм талантлы йылда шағиры» Фёдор Сологубты билдәләне[105].
«Ҡайһы бер яңы исемдәр менән бәйле бюрократик әсе һүҙҙәрҙе мин сығыу юлын эҙләгән эске эш, иң элек, беҙҙең һынған рус тормошон билдәләгән ҡысҡырып торған, тәмһеҙ, рекламалы американизм күренеше тип иҫәпләйем» — Бальмонт футуризмды шулай тәнҡитләне[106]. Шул уҡ ваҡыттағы икенсе интервьюһында шағир был ағым тураһында тағы ла киҫкенерәк:
Футуристик әҙәбиәт шул тиклем грамотаһыҙ, футуризм тураһында әҙәби ағым тип һүҙ йөрөтөп булмай. Рус футуризмы миңә бер нәмә лә брмәне: унда аяуһыҙ асырғаныу, яҫы һәм тупаҫ сығыштар һәм туҡтауһыҙ ғауға. Италияла футуризм уртаса, унда сәнғәт ағымдарына тамамланыу мисәте һуғылған. Рус футуристары Италия футуризмын «маймыл кеүек» ҡабатлап маташа. Рус теле эволюцияла һәм әле һаман тамамланмаған. Әлеге ваҡытта беҙ һынылыш кисерәбеҙ. Футуризм күҙ алдыбыҙҙа барған һынылыштың сағыу сағылышы булыуы менән генә ҡыҙыҡлы. К. Бальмонт. «Виленский курьер» гәзитенә биргән интервьюһан, 1914 К. Бальмонт в интервью газете «Виленский курьер», 1914[105] |
Рус классикаһы хаҡында һөйләгәндә, шағир иң тәүҙә А. С. Пушкин һәм А. А. Фет менән бер рәттән уға көслө йоғонто яһаған берҙән-бер урыҫ яҙыусыһы Ф. М. Достоевскийҙы телгә ала. «Дөрөҫ, һуңғы ваҡытта мин унан ситләштем: миңә, ҡояш гармонияһына ышаныусыға, уның күңелһеҙ кәйефе ят булып китте», - тигәйне ул 1914 йылда. Бальмонт Лев Толстой менән шәхсән рәүештә осраша; «был - һөйләп бирелмәгән күңелде асып һалыу (исповедь)», - тип үҙенең тәьҫораттарын тасуирланы ул осрашыуҙан һуң. Хәйер, - «Толстойҙы романсы кеүек яратмайым, философ булараҡ аҙ яратам», - тигән . Уға иң яҡын яҙыусы-классиктар иҫәбендә Бальмонт Гоголде һәм Тургеневты атаны; замандаш беллетристарҙан Борис Зайцевты «нәфис кәйефле» яҙыусы тип билдәләне[105][106].
Рәсәйҙә эмиграцияға тиклем Бальмонттың ысын мәғәнәһендә ике яҡын кешеһе булған. Шағир уларҙың береһе — В. Я. Брюсов Рәсәйҙә шағир өсөн «берҙән-бер кәрәкле» кеше[107][~ 8]. «Бальмонт менән туйҙан һуң сит илгә киткәс, шағирҙар араһында хатлашыу башланды, һәм Бальмонт бөтә дуҫтарынан нығыраҡ Брюсовты һағынды. Уға йыш яҙҙы һәм хаттарын түҙемһеҙләнеп көттө», — ти Е. А. Андреева-Бальмонт[108]. Бальмонттың Мәскәүгә килеүе дуҫтарҙың аралары боҙолоу менән тамамланды. Андреева үҙенең хәтирәләр китабында был турала ошондай аңлатма бирә: «Брюсов ҡатынын, Иоанна Матвеевнаны, гел һоҡланғаны өсөн, Бальмонттан көнләшкәндер, тип уйларға нигеҙем бар… Ләкин раҫлай алмайым». Ләкин ике шағирҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һалҡынайтыусы икенсе ҡатын булған тигән фаразға нигеҙ бар ине, ул ҡатын хаҡында Бальмонттың икенсе ҡатыны үҙ хәтирәләрендә телгә алмауҙы яҡшыраҡ күргән[18].
1890-сы йылдар аҙағында Мирра Лохвицкая Бальмонттың икенсе яҡын дуҫы була. Уларҙың шәхси мөнәсәбәттәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте тергеҙеп булмай: ике шағирҙың тиҫтә йылға яҡын дауам иткән асыҡ йәки йәшерен диалог барышында баҫылып сыҡҡан шиғырҙары һаҡланып ҡалған берҙән-бер сығанаҡ булып хеҙмәт итә ала. Бальмонт һәм Лохвицкая яҡынса 1895 йылда Ҡырымда танышҡан. Ирле, балалы шағирә ҡатын-ҡыҙ Бальмонт менән шиғри диалог башлай, һәм аҡрынлап «шиғырҙарҙағы роман» булып үҫешә. Туранан-тура бағышлауҙарҙан тыш, тикшеренеүселәр һуңынан сағыштырғанда ғына асылған байтаҡ «яртылаш» шиғырҙарын да таба (Бальмонт: «…Солнце свершает скучный свой путь. Что-то мешает сердцу вздохнуть…» — Лохвицкая: «Зимнее солнце свершило серебряный путь. Счастлив — кто может на милой груди отдохнуть…» и так далее)[18].
Өс йыл үткәс, Лохвицкая, дауамы була алмауын тойоп, платоник романын аңлы рәүештә тамамлай башлай. Уның яғынан «В саркофаге» («Аннабель-Ли» рухында: «Мне снилось — мы с тобой дремали в саркофаге, / Внимая, как прибой о камни бьёт волну. / И наши имена горели в чудной саге / Двумя звездами, слитыми в одну») шиғыры өҙөлөшөү билдәһе кеүек ҡабул ителә. Бальмонт был шиғырға бер нисә яуап яҙған, иң билдәлеләренең береһе «Неразлучимые» («…Застывшие трупы, мы жили сознаньем проклятья, / Что вот и в могиле — в могиле! — мы в мерзостной позе объятья…»)[18].
Т. Александрова билдәләүенсә, Лохвицкая « XIX быуат кешеһе: бурысты, намыҫты, яуаплылыҡты һайлай»; Бальмонт XX быуатса «үҫеүсе ихтыяждарҙы тулыраҡ ҡәнәғәтләндереү»ҙе һайлаған. Уның шиғри мөрәжәғәттәре туҡтамаған, әммә хәҙер уларҙағы асылыуҙар янауҙар менән алмашынған. [~ 9], Лохвицкаяның йөрәге насарая. Ике шағирҙың был ныҡлы, әммә шул уҡ ваҡытта тәрән шәхси көрсөккә батырған емергес бәйләнешен 1905 йылда Лохвицкаяның иртә үлеме туҡтата. Уның Бальмонт менән әҙәби романы XX быуат башындағы урыҫ әҙәби тормошоноң иң серле күренештәренең береһе булып ҡала[18]. Шағир иртә вафат булған һөйгәненең шиғри һәләтенә һоҡланыуын дауам итә, һәм Анна Ахматова менән осрашыуға тиклем ни бары ике шағирә: Сафо менән Мирра Лохвицкаяны ғына белә инем, тип әйтә[53].
Шағирҙың Горький менән ситтән тороп танышыуы 1896 йылдың 10 сентябрендә була, ул саҡта «Нижегородский листок» сығарған «Беглые заметки» циклы фельетонында Максим Горький тәүге тапҡыр Бальмонт шиғырҙары тураһындағы фекерен яҙа. «В безбрежности» йыйынтығы авторы Бальмонт менән Зинаида Гиппиус («За пределы») араһында параллель үткәреп, автор ирония менән икеһенә лә «сиктән ситкә, яҡты икһеҙ-сикһеҙлек упҡынына» китергә кәңәш итә[109]. Әкренләп Горькийҙың шағир тураһында фекере үҙгәрә башлай: уға «Кузнец», «Альбатрос», «Воспоминание о вечере в Амстердаме» кеүек шиғырҙары оҡшай[20]. Шағир тураһында икенсе баһаламаны Горький 1900 йылдың 14 ноябрендә шул уҡ гәзиттә ҡалдыра[110][111]. Үҙ сиратында, «Жизнь» журналында Бальмонт «Ведьма», «Родник» һәм «Придорожные травы» (1900) шиғырҙарын Горькийға бағышлап баҫтыра[112].
Горький менән Бальмонт тәүге тапҡыр 1901 йылдың көҙөндә Ялтала осраша. Чехов менән бергә улар Гаспраға, унда йәшәгән Лев Толстойға, барған. «Бальмонт менән таныштым. Был неврастеник иҫ китмәле ҡыҙыҡ һәм талантлы!..»[20], — тип яҙған Горький хаттарының береһендә. Горький, үҙе фараз иткәнсә, Бальмонт «бәҫе бөткән һүҙҙәр менән һүрәтләнгән, ярым үлек кешеләрҙең тоноҡ тормошон … мәшәҡәтле, мәғәнәһеҙ тормошто, ҡурҡаҡлыҡты һәм ялғанды ләғнәт итте»[113]. Бальмонт, үҙ сиратында, яҙыусыны «ысын көслө шәхес, йырсы» булғаны өсөн хөрмәт иткән[113]. 1900 йылдар башында Горький, үҙе әйтеүенсә, шағирҙы «демократик яҡҡа көйләүгә» тотона[114]. Ул Бальмонтты «Белем» нәшриәтендә ҡатнашыуға ылыҡтыра, матбуғатта уның революцион шөғөлдәрен, большевиктар баҫмалары менән хеҙмәттәшлек итеүен мыҫҡыллай башлағас, шағирҙы яҡлап сығыш яһай[112]. 1901 йылда Бальмонт шуны таный: «Мин һәр ваҡыт һеҙҙең менән ихлас булдым, ләкин бик йыш тулы түгел кеүек инем. Ялғандан да, ҡараңғынан да, ахмаҡлыҡтан да, сиктән тыш аҡылһыҙлыҡтан да бер юлы азат булыуы ҡыйын». Горькийҙың Бальмонт менән ысынлап яҡынайыуы килеп сыҡмай[115]. Настоящего сближения у Горького с Бальмонтом не получилось[112][116]. Аҡрынлап Горький Бальмонттың ижады тураһында тәнҡит һүҙҙәрен әйтте һәм, һуңғыһының шиғриәтендә барыһы ла социаль мотивтарға файҙа килтермәгән буш шалтырауыҡҡа йүнәлтелгән, тип иҫәпләне: «Бальмонт нимә ул? Ул бейек һәм биҙәкле ҡыңғырау, ҡыңғырауҙары иһә бәләкәй… Ҙур ҡыңғырауҙарға һуғырға ваҡыт түгелме һуң?» Бальмонтты тел оҫтаһы тип иҫәпләгән яҙыусы: «Оло шағир, әлбиттә, ләкин үҙенең иҫерткес һүҙҙәренең ҡоло» — тип өҫтәп ҡуя[20].
Горький менән Бальмонт араһында һуңғы өҙөлөү шағир 1920 йылда Францияға киткәндән һуң булды. Ошо тиҫтә йыл аҙағына Совет Рәсәйендә хоҡуҡтарҙы һәм азатлыҡтарҙы ҡыҫыуға бәйле шағирҙың төп фашлау пафосы тап Горькийға йүнәлтелә. «Возрождение»[117], «Сегодня»[118] һәм «За свободу!»[119] эмигрант гәзиттәрендә Бальмонттың «Мещан Пешков. Псевдонимы: Горький» тигән мәҡәләһендә яҙыусыны киҫкен тәнҡитләп яҙа. Үҙенең шиғри «Горькийға асыҡ хат»ын («Ты бросил камень в лик Родимого Народа. / Предательски твоя преступная рука / Слагает свой же грех на плечи мужика…») «…И кто в тебе сильней: слепец иль просто лжец?»[120] «Һиндә кем көслөрәк: һуҡырмы әллә ялғансымы?» тигән һорау менән тамамлай. Горький, үҙ сиратында, Бальмонт адресына етди ғәйепләүҙәр менән сығыш яһаны. Уның фекеренсә, сит илгә сығырға рөхсәт алыу маҡсатында «Серп и молот»[~ 10] атамаһы менән насар псевдореволюцион шиғырҙар циклын яҙған һәм, теләгәненә өлгәшкәс, үҙен большевизм дошманы тип иғлан иткән. Яҙыусы әйткән «ашығыс» фекерҙәр был көндәрҙә ҡуҙғалыуға рөхсәт алырға теләүсе байтаҡ рус шағирҙарының яҙмышында сағылыш тапты: улар иҫәбендә Белый, Блок[121], Сологуб Фёдор Кузьмич[120] бар ине. Бәхәс өйөрмәһендә Горький Бальмонт тураһында аҡылһыҙ кеше һәм эскелек арҡаһында нормаль түгеллеген белдерҙе. «Шағир булараҡ, ул ысынлап шәп, «Будем как солнце» шиғырҙар китабының авторы. Ҡалған ижады - һүҙҙәр менән оҫта һәм музыкаль уйын, шул ғына»[122].
1926 йылдың аҙағында К. Д. Бальмонт күптәр өсөн көтөлмәгәндә И. С. Шмелёв менән дуҫлашҡан, һәм был дуҫлыҡ ғүмер ахырына тиклем дауам иткән. Революцияға тиклем улар ҡапма-ҡаршы «декадент» һәм «реалистик» әҙәби лагерҙарға ҡарай ине һәм уларҙың бер ниндәй ҙә уртаҡлығы булмаҫ кеүек тойола ине, ләкин эмиграцияла протесттарҙа һәм асыҡ акцияларҙа берҙәм фронт булып сығыш яһай башланылар.
Улар араһында аңлашылмаусанлыҡтар ҙа булған. Мәҫәлән, Шмелёв Бальмонттың «космополитизм»ын хупламаны. «Их, Константин Дмитриевич, һеҙҙең уйҙа литвалар ҙа, финдар ҙа, мексикандар ҙа бар бит. Бер булһа ла рус китабы…», - ти ине ул, ҡунаҡта булғанда. Бальмонт, быға яуап биреп, уға бүлмәлә ятҡан урыҫ китаптарын да күрһәткәнен, әммә был Шмелёвҡа бик аҙ тәьҫир иткәнен иҫенә төшөрә. «Ул минең күп телле һәм күп яратыусан булыуыма көйөндө. Ул минең Рәсәйҙе генә яратыуымды теләй»[123], — тине көйөнөп шағир. Үҙ сиратында, Бальмонт Шмелёв менән күп тапҡыр бәхәсләшә - атап әйткәндә, Иван Ильиндың хәҙерге заман сәнғәтендәге көрсөк тураһында мәҡәләһе[124] («Әгәр… Александр Николаевич Скрябиндың, Сергей Сергеевич Прокофьевтың бөйөк һәм яҡты, классик ижады, ысын урыҫ, яҡтылыҡ рәссамы Вячеслав Иванов һәм Игорь Фёдорович Стравинскийҙың нурлы әҫәрҙәре тураһында шундай һүҙҙәр әйтә икән, шиғриәтте һәм музыканы ул бик аҙ белә…»)[62].
Күпселек осраҡта ике төрлө кешенең ныҡлы рухи союзы эмиграция йылдарында Бальмонттың донъяға ҡарашында булған фундаменталь үҙгәрештәр менән аңлатыла; шағир оҙаҡ йылдар үҙе кире ҡаҡҡан христиан ҡиммәттәренә мөрәжәғәт итә. 1930 йылда шағир былай тип яҙа:
1920-се йылдарҙа мин Мәскәүҙең шайтан әсирлегенән ҡотолоп сығып, шаңҡып йөрөгәндә ҡалған… күптәнге танышым, ә ҡайһы саҡта дуҫым да, хатта дуҫым Иван Алексеевич Бунин миңә изге һүҙ менән килде… Һәм Шмелёвтың «Неупиваемая Чаша»һын килтерҙе «Иҫ киткес Чаша»һын алып килде. Мин Шмелёвтың исемен, уның талантлы икәнен саҡ белә инем. Мин был повесты астым. «Тургеневса», - тинем мин. - «Уҡығыҙ», - тине Бунин ниндәйҙер серле тауыш менән. Эйе, мин был повесты уҡып сыҡтым. Мин уны төрлө ваҡытта өс, дүрт тапҡыр уҡып сыҡтым […] Мин уны хәҙер голландса уҡыйым. Был утты бер ниндәй кәртә менән дә һүндереп булмай. Был яҡтылыҡ өҙлөкһөҙ үтеп инә.
К. Бальмонт, «Сегодня», 1930 К. Бальмонт, «Сегодня», 1930[125] |
Бальмонт ваҡыты-ваҡыты менән әҙәби интригалар ҡорбаны булған Шмелёвты ҡайнар хупланы һәм шул нигеҙҙә Георгий Ивановтың «История любовная» романын кәмһетеп яҙылған мәҡәләһен баҫтырған «Последние новости» редакцияһы менән ғауғалашты. Шмелёвты яҡлап, Бальмонт «бөтә хәҙерге рус яҙыусылары араһынан иң бай һәм үҙенсәлекле рус теленә эйә», тип яҙа; уның «Неупиваемая Чаша»һы «Тургенев, Толстой һәм Достоевскийҙың иң яҡшы повестары менән бер рәттә» тора, һәм иң элек «художество талантына һәм күңел сафлығына ихтирам менән ҡарарға өйрәнгән» илдәрҙә баһалана[62].
Шағир өсөн ауыр 1930-сы йылдарҙа Шмелёв менән дуҫлыҡ уның өсөн төп терәк була. «Дуҫым, әгәр һеҙ булмаһағыҙ, һуңғы 8-9 йылда минең тормошомда иң яҡты һәм яғымлы хистәр ҙә булмаҫ ине, яфаланған күңел һынырға әҙер булған сәғәттәрҙә иң ышаныслы һәм ныҡлы күңел ярҙамы һәм таянысы булмаҫ ине…», - тип яҙҙы Бальмонт 1933 йылдың 1 октябрендә[62], — писал Бальмонт 1 октября 1933 года.
Шири йыйынтыҡтары
|
Мәҡәләләр һәм очерктар йыйынтыҡтары
|
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.