From Wikipedia, the free encyclopedia
Оскар Фингал О’Флаэрти Уиллс Уайльд (Oscar Fingal O’Flahertie Wills Wilde; 1854 йылдың 16 октябре, Дублин — 1900 йылдың 30 ноябре, Париж)— ирланд сығышлы инглиз философы, эстет, яҙыусы, шағир, драматург.
Оскар Уайльд | |
Oscar Wilde | |
Исеме: |
Оскар Фингал О'Флаэрти Уайльд |
---|---|
Псевдонимдары: |
С.3.3., Себастьян Мельмот |
Эшмәкәрлеге: |
ирланд сығышлы инглиз философы, эстет, яҙыусы, шағир, драматург |
Ижад йылдары: | |
Йүнәлеше: |
эстетизм |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
1881, «Шиғырҙар» йыйынтығы (Poems) |
Премиялары: |
«Равенна» поэмаһы («Ravenna») өсөн «Ньюдигейт» оксфорд премияһы (1878) |
Ҡултамғаһы: | |
Викиөҙөмтәләге өҙөмтәләр. | |
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
Оскар Уайльд 1854 йылдың 16 октябрендә Дублинда сэр Уильям Уайльд (? — 1895) һәм Джейн Франческа Уайльдтарҙың (? — 1901) ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Ағаһы унан ике йәшкә өлкәнерәк була. Атаһы Ирландияның төп отоофтальмологы (ҡолаҡ һәм күҙ хирургы) була һәм 1864 йылда рыцарҙар ҡорона алына. Һөнәри эшмәкәрлегенән тыш, Уильям Уайльд ирланд археологияһы һәм фольклоры буйынса китаптар яҙа, филантроп була, ярлыларҙы бушлай хеҙмәтләндергән медпункт аса. Әсәһе инҡилап хәрәкәте өсөн шиғырҙар яҙған һәм ғүмере буйы ирланд милләтсеһе булып ҡалған. 1856 ғаиләлә өсөнсө бала — һеңлеһе Изола тыуа. Ул ун йәшендә менингиттан вафат була. Уайльдтың 1881 йылда яҙылған «Requiescat» (лат. «Тыныс йоҡлаһын») шиғыры уға бағышланған.
Туғыҙ йәшенә тиклем Оскар Уайльд өйҙә белем ала, француз гувернанткаһынан француз теленә, немец гувернанткаһынан немец теленә өйрәнә. 1864—1871 йылдарҙа Уайльд Фермана графлығының Эннискиллен ҡалаһындағы Портора король мәктәбендә уҡый. Егерме йәшенә тиклем Уайльд йәй көндәрен атаһының Мейо графлығындағы виллаһында үткәрә, унда улар ағаһы Уильям һәм буласаҡ яҙыусы Джордж Мур менән уйнайҙар. Портора мәктәбен алтын миҙал менән тамамлаған Уайльд Дублиндағы Тринити-колледжда уҡыу өсөн стипендияға лайыҡ була. Был уҡыу йортонда ул антик тарих һәм мәҙәниәтте өйрәнә, боронғо телдәрҙе өйрәнеүгә һәләтен бында ла күрһәтә. Бында ул тәүге тапҡыр эстетика буйынса курстар тыңлай һәм кураторы — антик тарих профессоры Дж. П. Махаффи менән аралашыу һөҙөмтәһендә үҙенең артабанғы эстеттарса тотошоноң мөһим элементтары күренә башлай (дөйөм ҡабул ителгән әхлаҡты бик һанға һуҡмау, кейемдә ҡупшылыҡ, прерафаэлиттарға ылығыу, үҙенә еңелсә көлөп ҡарау, эллинизм менән мауығыу).
1874—1878 йылдарҙа, шулай уҡ стипендияға лайыҡ булып, Оскар Уайльд Оксфорд университетында классик бүлектә уҡый. Бында ул ирланд акцентынан ҡотолоп, инглизсә таҙа һөйләшә башлай. Оксфордта Уайльд мәҙәниәт теоретигы Джон Рёскиндың һәм уның шәкерте Уолтер Пейтерҙың лекцияларын тыңлай. Икеһе лә матурлыҡты данлай, әммә Рёскин уны изгелек менән берлектә генә күрһә, Пейтер матурлыҡта ниндәйҙер яуызлыҡ ҡушылмаһы булыуын да таныған. Университетта уҡыған йылдарҙа уҡ Уайльд Греция һәм Италияны барып күрә, уларҙың мәҙәни мираҫы һәм матурлығына таң ҡала. Оксфордта ул «Равенна» поэмаһы өсөн бик абруйлы Ньюдигейт премияһын ала, уны XVIII быуатта сэр Роджер Ньюдигейт йыл да үткәрелгән поэмалар конкурсында еңгән Оксфорд студенттары өсөн булдыра.
1878 йылда университетты тамамлағас, Уайльд Лондонға күсенә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.