Балтай
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Балтай (рус. Балтаево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 377 кеше[2]. Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452789, ОКАТО коды — 80251830002.
Ауыл | |
Балтаево башҡ. Балтай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452789 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Туймазы районының Балтай ауылына XVIII быуатта Себер юлының Әйле улусы башҡорттары нигеҙ һала, улар Ҡаҙан юлы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ҡабул итеү тураһында килешеүгә ярашлы индереләләр. Әммә уларҙың төпләнеү ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел. 1781 йылда Өфө наместниклығы картаһында Балтай ауылы юҡ, ә икенсе 1786 йылғы картала Ҡандрыкүл күле янында күрһәтелгән. Әммә Ҡыр-Йылан улусы тораҡ пункттары араһында, 1795 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, уны табып булмай. Ниндәйҙер сәбәптәр буйынса ул төшөрөп ҡалдырылған. Әммә уның барлыҡҡа килеү ваҡытын билдәләү мөһим. Картографик материалдар мәғлүмәттәренә таянып, Балтай ауылы 1781—1786 йылдарҙа барлыҡҡа килгән тип раҫларға була.
Балтайҙарҙың сығыу урыны шулай уҡ билдәле — Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙенең Туғыҙлы ауылы.
1832 йылдағы законға ярашлы, ир-ат керҙәш-башҡортҡа йән башына 30 дисәтинә ер бирелгән, шул уҡ ваҡытта аҫабаларға 40 дисәтинә ер бирелгән. Шуға күрә, күберәк ер бүлеме алыр өсөн, Түбәнге Бишенде һәм Балтай башҡорт-әйлеләре Троицк өйәҙендәге үҙ аҫаба биләмәләренә кире ҡайтырға ҡарар итә. Бишенденең 12-14 ғаиләһе менән бергә Балтай ауылынан 30 ир-егет үҙ теләге һәм хәрби етәкселек ризалығы менән бында 1837 йылда Арыҫлан ауылын («Әбдразаҡ та») нигеҙләй. Беренсе күскенсе булып Балтай ауылында йәшәгән зауряд-йөҙ башы Арыҫлан Таймасов тора. Әйләнеп ҡайтыусылар араһында уның ҡустылары Мратбаҡый һәм Ғөбәй Таймасовтар ҙа була. Бикташ һәм Солтан Балтаевтар етәкселегендәге балтайҙарҙың бер өлөшө бер үк ваҡытта Троицк өйәҙенең Шулямин ауылына килә.
1865 йылда 100 йортта 543 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 йылда шулай уҡ 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.
Әммә балтайҙарҙың фекере башҡаса була: улар ауыл 1710 йылда барлыҡҡа килә тип иҫәпләйҙәр. Фазуллин А. «Ата-бабалар төйәге». Йәшлек. 1990 йылдың 29 марты.
1920 йылда бөтә халыҡты типтәрҙәргә индергәндәр, был дөрөҫ түгел: башҡорттар керҙәштәр булалар, әммә улар башҡорт ҡатламынан сыҡмайҙар[3].
Ауылда башланғыс мәктәп (Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1277 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1083 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 903 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 329 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 339 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 377 | 186 | 191 | 49,3 | 50,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (77 %) йәшәй[5].
Алыҫлығы:[6]
Урам исеме[7]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.