From Wikipedia, the free encyclopedia
Афразия телдәре (көнбайыш әҙәбиәттә афроазияй, иҫкесә: семит-хәмит йәки хәмит-семит) — Африканың төньяҡ өлөшөндә Атлантик океан яр буйынан һәм Канар утрауҙарынан алып Ҡыҙыл диңгеҙ яр буйына саҡлы, һәм шулай уҡ Көнбайыш Азияла һәм Мальта утрауында таралған телдәр макроғаиләһе. Афразия телдәрендә һөйләшкән төркөмдәр (башлыса ғәрәп теленең төрлө диалекттары) төп ареал сиктәренән тыш күп кенә илдәрҙә бар. Шул телдәрҙә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны 253 млн самаһы кеше[1].
Афразия | |
Таксон |
макроғаилә |
---|---|
Ареал |
Алғы Азия, Көнсығыш Африка һәм Төньяҡ Африка |
Телде белеүселәр һаны |
270—300 млн |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре, Африка телдәре |
Ностратик телдәр (фараз)
| |
Состав | |
Бербер-ливий телдәре, мысыр теле, кушит телдәре, омот телдәре, семит телдәре, чад телдәре | |
Бүленгән ваҡыты |
б.э.т. X—VIII меңйыллыҡ |
Телдәрҙең кодтары | |
ГОСТ 7.75–97 |
афз 069 |
ISO 639-2 | |
ISO 639-5 | |
Сығышы яғынан уртаҡ билдәләре — ҡәрҙәш тамыр һәм грамматик морфемалары булған биш (йәки алты) тел ғаиләһен үҙ эсенә ала. Ҡайһы берҙә бигерәк ныҡ дөйөмләштерелгән ойоштормаға — һинд-европа, картвель, урал, дравидий һәм алтай ғаиләләрен берләштергән телдәрҙең ностратик макроғаиләһенә индерелә. Әммә һуңғы ваҡытта афразия макроғаиләһе ностратик телдәрҙән сығарылып һәм һуңғыһы менән бер рәттән айырым һәм үҙ аллы итеп ҡаралһа ла, шулай ҙа ностратик телдәр менән яҡын туғандаш итеп ҡарала[2].
Библия Тәүрәт традицияларында семиттар һәм хәмиттәр:
Семиттар һәм хәмиттәр атамаһы Иҫке Ғәһедтең легендар персонаждарына — Бөйөк ташҡынды кисергән Ной улдарына барып тоташа. Риүәйәттәргә ярашлы, уларҙың иң өлкәне Сим семиттәрҙең тәү ата-бабаһы — Елам улдары/эламлыларҙың, Ассур улдары/ассирийлыларҙың, Сим улы Арфаксад улдары/халдейҙарҙың, Лут улдары/лидийҙарҙың, Сим улы Арамдың улдары/арамейҙарҙың тәү ата-бабаһы булған (Библия. Быт 10:22). Ҡайһы берҙә өлкәне, ҡайсаҡта кесеһе тип аталған улы Хәм хәмиттәрҙең тәү ата-бабаһы тип иҫәпләнә — Хуш улдары/кушиттар, Мицраим улдары/мысырлылар, Ҡайһы бер ливийлыларҙы Хам улы Футтың улдары һәм Хамдың улы Ханаан улдары/ханаанлылар тиҙәр (Библия. Быт 10:6).
Семит телдәре Семит телдәрен, грамматист ғалимдар ғәрәп, боронғо йәһүд һәм арамей телдәренең үҙҙәре йәшәгән дәүерҙәге формаларын өйрәнеп һәм боронғолары менән сағыштырып, системалы итеп өйрәнеүҙе иртә урта быуат осоронда башлаған тип һанарға мөмкин. Ғәҙәттә, бындай эштәрҙең маҡсаты булып төрлө дини әҙәбиәтте яҡшылап уҡыу һәм аңлау булған. Ғәрәп, сүриә һәм йәһүд урта быуат филологтарының хеҙмәттәренә византия грамматистары ҡайһы бер йоғонто яһаған. Европала семит тармағы телдәрен өйрәнеү классик гуманизм осоронда (XIV—XVI быуаттар) фәндә йәһүд тел ғилеме йолаларын файҙаланыу һөҙөмтәһендә башланған[~ 1].
Француз аббаты Ж. Бартелемиҙың Финикия алфавитын дешифровкалауы боронғо яҙыу ҡомартҡыларының яҙыу системаһын анализлауы XVIII быуаттың мөһим ваҡиғаһы булған. XIX быуатта семит телдәре буйынса мөһим грамматикалар, йыйынтыҡ һүҙлектәр, тарихи күҙәтеүҙәр, каталогтар һәм ҡулъяҙмаларҙың тәнҡит баҫмалары, эпиграфик ҡомартҡылар йыйынтыҡтары, шул иҫәптән «Corpus Inscriptionum Semiticarum» (1881 й.) баҫылған. Был дәүерҙең иң әһәмиәтле тикшеренеүселәре — Т. Нёльдеке, В. Гезениус (боронғо йәһүд һүҙлеге һәм грамматикаһы), Ю.Вельхаузен, Р. Киттель (библеистика), Ф. Преториус К. һәм Ф. А. Дильман (эфиопистика), М. Лидзбарский (эпиграфика), К. Броккельман (семит телдәренең сағыштырма грамматикаһы), Антуан Исаак Сильвестр де Саси, Э. М. Катрмер, И. Гольдциер (Арабистика/ғәрәп тел ғилеме) булған.
XX быуатта семит телдәрен өйрәнеү күп һанлы ғилми экспедицияларҙа йыйылған яңы материалдар базаһында үҫешкән. 30-сы йылдарҙа Ш. Виролло һәм Х. Бауэр угарит яҙмаһын дешифровкалаған анализлаған, 1947 йылда Ҡумран ҡулъяҙмаларын табыу библеистикалағы ҡайһы бер түңкәрелеш тип атарлыҡ булған. XX быуаттың иң әһәмиәтле тикшеренеүселәре — П . Э Кале, П. Леандер, Г Бергштрессер, И. Фридрих (Германия); Дж. Х. Гринберг, И. Дж. Гелба, С. Гордон, В Леслау (АҠШ); Ж. Кантино, А. Дюпон-Соммер, М. Коэн, Д. Коэн (Франция); Г. Р. Драйвер, леди М. Дроуэр (Бөйөк Британия); С. Москати, Дж. Гарбини, П. Фрондзароли (Италия), К. Петрачек (Чехословакия), Й. Айстлейтнер (Венгрия), Э. Бен Йеһуда, Х. М. Рабин, Э. Й. Кучер (Израиль). Хәҙерге көндә семитология кафедралары донъяның бөтә университеттарында тиерлек бар[3](шулай уҡ ҡарағыҙ: Семитология).
Хәмит телдәре. Яҡынса XIX быуат уртаһында фәндә Төньяҡ Африка телдәренең «хәмит телдәре» тигән дөйөм исем аҫтында тел уртаҡлығы бар тигән фараз барлыҡҡа килгән. Был күҙ аллауҙы, моғайын, немец египтологы К. Р. Лепсиус тәүләп әйткәндер, ә австрия египтологы һәм тел белгесе Л. Рейниш хеҙмәттәре йоғонтоһонда ул тулыһынса нығынған. Һуңғараҡ тел белгесе африка телдәре белгесе африканист К. Мейнхоф (инг.)баш. "Инглиз телендә" баш., бында грамматик род менән айырылып торған бөтөн Африка «хәмит телдәре» төшөнсәһен байтаҡҡа киңәйткән. Бөгөнгө көндә был термин ҡулланылмай[4][5].
Семит-хәмит телдәре (икенсе төрлө хәмит-семит). Хәмит телдәрен өйрәнеү бик күптән инде семит телдәренә туғанлығын асыҡлаған. Мәҫәлән, боронғо мысырлылар телен боронғо семит телдәре менән сағыштырыу мәсьәләһен немец египтологы һәм лексикографы А. Эрман ентекле өйрәнгән. Артабан күп кенә тикшеренеүселәр боронғо мысыр телдәрен мысыр теле, хәмит төркөмөнә ҡаратылған айырым африка телдәре менән сағыштырыу буйынса шуға оҡшаш эштәр үткәргән. Методик күҙлектән ҡарағанда, боронғо телдәр һәм айырым алынған тере телдәрҙе сағыштырыу әллә ни уңышлы булмаған. Боронғо телдәр һәм айырым алынған тере телдәр менән сағыштырыу ағыштырыу Семит һәм мысыр телдәре, шулай уҡ мысыр һәм бербер телдәре араһында сағыштырыуҙар бер ни тиклем уңышлы булған, күп кенә ышандырырлыҡ оҡшашлыҡтар табылған (түбәндәге ғалимдарҙың эштәре иң әһәмиәтлеһе: А. Эмбер, Р Каличе, Э. Зигларж, В Вицихл, В Леслау).
XX быуат уртаһында француз тел белгесе М. Коэн мәсьәләне өйрәнеүҙе байтаҡ алға этеүсе сағыштырма "Хәмит-семит телдәре һүҙлеге"н (бындай эштәре тәүгеһе) баҫтырған. Әммә, аныҡ методикаһы булмау һәм башҡа ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында, һүҙлекте күп кенә ғалимдар ғәҙел тәнҡитләгән. Яҡынса ошо дәүерҙә күпселек тел белгестәре лингвистар семит-хәмит ғаиләһенә ҡараған африка телдәре азия «семит» тармағына ҡаршы тороусы айырым «хәмит» тармағын булдыра тип түгел, ә берҙәм тел ғаиләһенең төрлө өлөшөн тәшкил итә тигән һығымтаға килгән. Был ғаилә составында телдәрҙең айырым африка төркөмдәре (тармаҡтары) семит тармағы менән, кәм тигәндә, тиң хоҡуҡлы. Шулай итеп, «семит-хәмит телдәре» тигән термин ҡулланыу дөрөҫ булмаған, әммә, инерция буйынса, уны ғалимдарҙың ҡайһы бер өлөшө XX быуаттың 70-се йылдарына саҡлы ҡулланған .
Афроазиатский/афразия телдәре. XX быуаттың 50-се йылдарында америка лингвисы Джозеф Гринберг «семит-хәмит телдәре» терминын «афроазиатский телдәре» термины менән алмаштырырға кәрәклеген тәҡдим иткән; был атама көнбайыш илдәре фәнендә, башлыса АҠШ-та, нығынған. СССР-ҙа һәм хәҙерге Рәсәйҙә «афразия телдәре» тигән термин ҡабул ителгән. Ҡайһы саҡта аҙыраҡ таралған — «эритрей», йәки «лисрамик» телдәр тигән исем ҡулланалар. 1965 й. афразия телдәренең (тағы ла «семит-хәмит» атамаһы менән) сағыштырма-тарихи грамматикаһы, 1981-86 йй. Рәсәйҙә «Афразия телдәренең сағыштырма-тарихи һүҙлеге» сығарылған. Беҙҙең осорҙа афразия макроғаиләһенең төрлө тармаҡтарын лингвистик тикшереүҙәр күпкә киңәйҙе
.Афразия телдәренә тере телдәр ҙә, шулай уҡ үле телдәр ҙә инә. Хәҙерге ваҡытта тере телдәр Алғы Азия (Месопотамия яр буйынан Урта һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙәре ярҙарына саҡлы) һәм Көнсығыш һәм Төньяҡ Африканан — Атлантик диңгеҙ ярына тиклемге территорияларының киң биләмәләрендә таралған. Афразия телдәре вәкилдәренең айырым төркөмдәре улар таралған төп биләмәнән ситтә лә осрай. Төрлө иҫәпләүҙәр буйынса, хәҙер ошо телдәрҙә һөйләшеүселәр һаны 270 миллиондан алып 300 миллион араһында тирбәлә. Афразия макроғаиләһенә түбәндәге тел ғаиләләре (йәки тармаҡтары) инә.
Үҙенең һуңғы быуыны — копт теле аша — үле тел булып тора. Урта һәм аҫҡы Нил үҙәне (хәҙерге Мысыр) территорияһында таралған булған. Мысыр теленең тәүге яҙма ҡомартҡылары б.э.т. IV—III мең йыллыҡ башына ҡарай. Йәнле һөйләү теле сифатында б.э.т. V быуатҡа тиклем йәшәгән. Копт теле һәйкәлдәре б.э. III быуатынан алып билдәле. Копт теле христиан сиркәүенең культ ғибәҙәт теле булараҡ һаҡланып килеп, XIV быуатҡа юҡҡа сыҡҡан. 2010 йыл аҙағына 8 млн самаһы иҫәпләнгән[6],копттар көнкүрештә ғәрәп телендә һөйләшәләр һәм хәҙер, ғәрәп булмаһалар ҙа, мысыр ғәрәптәренең этноконфессиональ төркөмө һанала: христиан копттар менән мосолман ғәрәптәр араһында конфессия-ара никахтар тыйылғанлыҡтан, ҡатнаш никахтар ысынбарлыҡ тормошта бик һирәк осрай.
Прабербер теленән килеп сыҡҡандар. Был ғаиләнең тере телдәре Төньяҡ Африкала Мысыр һәм Ливиянан көнбайышҡа Мавританияға табан, шулай уҡ Сахара оазистарынан Нигерия һәм Сенегалға саҡлы таралған. 1980 йыл аҙағы мәғлүмәттәре буйынса, был телдә һөйләшеүселәр 14 миллиондан ашыу тәшкил итә. Мароккола бербер телендә һөйләшеүселәр ил халҡының яҡынса 40 %, Алжир ҙа — яҡынса 25 % тәшкил иткән. Мысырҙа, Ливияла, Туниста, Мавританияла бербер телле халыҡ һаны аҙыраҡ. Гуанч теле — XVIII быуатҡа юҡҡа сыҡҡан Канар утрауҙарында йәшәгән аборигендар теле. Бөтә тере телдәр — яҙмаһыҙ. Бербер ҡәбиләләре туарегтар (Сахара) көнкүрештә боронғо ливий яҙмаһына барып тоташҡан тифинаг тип аталған яҙманы ҡуллана. Ливий яҙмаһы Сахарала һәм Ливия сүллегендә ҡаяларҙа табылған ҡыҫҡа ғына яҙмаларҙа һаҡланған; уларҙың иң иртәләре б.э.т. II быуатҡа ҡарай. Яҙмалар өлөшләтә уҡылған; улар өс һәйкәл: феззан-триполитан, көнбайыш нумидий һәм көнсығыш нумидий төркөмдәренә бүленгән. Был яҙмаларҙың теле бербер-ливий ғаиләһенең үле төркөмөн тәшкил итә.
Тере телдәр; был ғаиләгә хәҙерге замандың 150-нән ашыу телдәре һәм диалект төркөмдәре ҡарай. Үҙәк һәм Көнбайыш Суданда, Чад күле районында, Нигерияла, Камерунда таралған. Хауса телендә һөйләшеүселәр күпселекте тәшкил итә, уларҙың һаны яҡынса 30-40 миллион кеше; уларҙың күбеһе өсөн хауса теле туған тел түгел, ә милләт-ара аралашыу теле булып тора.
Уларҙың Төньяҡ-Көнсығыш Африкала: Судандың төньяҡ-көнсығышында, Эфиопияла, Джибутиҙа, Сомалиҙа, Кенияның төньяғында һәм Танзанияның көнбайышында таралғандары. 1980 йылдар аҙағы мәғлүмәттәре буйынса, 25,7 миллион тирәһе кеше был телдәрҙә һөйләшә.
Эфиопияның көньяҡ-көнбайышында яҙмаһыҙ тере телдәр таралған. 1980 йылдар аҙағы мәғлүмәттәре буйынса һөйләшеүселәр һаны 1,6 млн кеше тирәһе тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа ғына (Флеминг, М.Бендер, И. М. Дьяконов) Афразия макроғаиләһенең үҙ аллы тармағы булараҡ айырымлана башлаған. Ҡайһы бер ғалимдар башҡаларынан алда пракушит теленән айырылып сыҡҡан омот телдәрен көнбайыш кушит төркөмөнә индерә.
Афразия телдәре ғаиләһенең иң күп һанлы тармағы Ғәрәп Көнсығышы территорияһында, Израилда, Эфиопияла һәм Төньяҡ Африкала, утрауҙар рәүешендә — Азия һәм Африканың башҡа илдәрендә таралған. Төрлө сығанаҡтар буйынса һөйләшеүселәр һаны яҡынса 200 млн тирәһендә тирбәлә.
Афразия макроғаиләһенә ингән һәр тел ғаиләһенең эске бүленеше — генетик билдәләре буйынса төркөмләнеше бар. Бөтөн афразия телдәре лә тулыһынса өйрәнелмәгәнлектән һәм адекват һүрәтләнмәгәнлектән, төркөмләү төрлө кимәлдәге деталләштереү менән эшләнгән.
Чад телдәре[7] менән күберәк оҡшағанлығы тойомланһа ла, бер ниндәй ҙә «сыбыҡ осо» туғандаш телдәре булмаған мысыр теле үҙенә башҡараҡ[8]. Тәүге һәйкәлдәрҙән алып һуңғы копт теле һәйкәлдәренә тиклем был тел йәшәүенең тик хронологик периодизацияһы ғына бар.
Афразия тел берлеге осоро (дөрөҫөрәге, был берҙәм тел булмаған, ә туғандаш диалекттар төркөмө булғандыр) б.э.т. яҡынса XI—X меңйыллыҡтарға барып тоташа. Афразия макроғаиләһенең айырым тел ғаиләләренә тарҡалыуы б.э.т. X—VIII меңйыллыҡтарҙа барғандыр.
Фараз ителеүенсә, бик боронғо афразия телдәр ареалы Төньяҡ-Көнсығыш Африка һәм Алғы Азия территорияһында урынлашҡан булған.
Афразия телдәренең тәү тыуған иленә ҡарата ике фараз бар. И. М. Дьяконов (беренсе фараз) буйынса, Афразия телдәре тәүтөйәген Көньяҡ-Көнсығыш Сахара һәм Көнсығыш Африканың уға яҡын райондарына урынлаштырған. Б.э.т. XI—X мең йыллыҡтарҙа (мезолит осоро) был территориялар кеше тормошо өсөн уңайлы булған. Әлегә саҡлы афразия тел ғаиләләренең һәм телдәренең күпселеге Африка континентында элеккесә таралыш табыуы был фаразды дәлилләй. Праафразия ғаиләһенән айырылған мысыр һәм чад тармаҡтары ҡайһы бер дөйөм үҙенсәлектәрен һаҡлаған. Һуңғараҡ дөйөм прасемит үҙенсәлектәрен һаҡлаған пракушит тел уртаҡлығын йөрөтөүселәр айырымланған. Афразия телдәре прасемит һәм прабербер-ливий тармаҡтарының һуңғы бүленеше б.э.т. VI меңйыллыҡта булған. Сахара территорияһында климат шарттары насарланғанлыҡтан, боронғо семит ҡәбиләлре көнсығышҡа, Алғы Азияға (Суэц муйыны йәки Баб-әл-Мандеб боғаҙы) йүнәлгәндәр. Ливий-гуанч ҡәбиләләре көнбайышҡа, Атлантик океан яр буйына һәм Канар утрауҙарына, күсенгән.
Дәүер күрһәткесе буйынса икенсе фараз, А. Ю. Милитарев фаразы буйынса, Афразия телдәренең тәү тыуған иле Алғы Азия һәм Ғәрәбстан Аравия ярымутрауында булған ти. А. Ю. Милитарев натуфий мәҙәниәтен праафразия телдәренә тап килерлек археологик мәҙәниәт тип иҫәпләй. Афразия телдәрен ностратик телдәр берлегенә индереү яҡлылар ҙа был ҡарашты хуплай. Икенсе фараз файҙаһына бындай факт дәлил килтерәләр: Африка территорияһында таралған афразия телдәре һәм Алғы Азияның афразия булмаған (айырым алғанда, кавказ) телдәре араһында (башлыса, лексикала) боронғо контакт эҙҙәре табылған. Үтеп инеү ваҡыты буйынса контакт лексика фаразланған афразия телдәре берлеге осорона тура килә. Икенсе фаразға ярашлы, афразия берлеге бүленеше афразиялыларҙың көнбайышҡа, Африка территорияһына табан хәрәкәт итеүенә бәйле, фәҡәт прасемит телдәре генә үҙенең тарихи тыуған илендә тороп ҡалған.
Афразия макроғаиләһенең төп тармаҡтарын генетик яҡтан төркөмләү, тармаҡтары/ғаиләләре төрлө дәрәжәлә өйрәнелгәнлектән, тулыһынса башҡарылмаған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.