From Wikipedia, the free encyclopedia
Сир, ауырыу (лат. morbus) — ҡәҙимге тереклек эшмәкәрлегенең, организм функцияларының, эшкә һәләтлелектең, эске һәм тышҡы тәьҫирҙәргә , үҙгәреүҙәргә ҡарата көйләнеш механизмының , әүҙемлектең ниндәйҙер сәбәптәр менән боҙолоуы, ғүмер өсөн хәүефле хәлдәр ул. Организм эске мөхиттең даимелеген (гомеостаз) көйләй, һаҡлай алмай башлай. Шуның эҙемтәләре (симптомдар) ауырыу була.
Медицина тарихында сир тураһында ҡараштар ҡат-ҡат үҙгәреп тора.. Гиппократ сирҙе организмда дүрт шыйыҡсаның: ҡандың, лайланың , һары һәм ҡара үттең (веноз ҡандың) дөрөҫ ҡушылмауынан килеп сыға тип һанаған. Демокрит үҙенең атом тәғлимәтенән сығып сирҙе атомдарҙың килбәте һәм урынлашыуы үҙгәреүҙән килеп сыға тип фаразлаған.
Боронғо һәм яңы эра сиктәрендә, урта быуаттарҙа сир (ауырыу) йәндең, йәки махсус бер йәшәү көсөнең организмдағы тайпылыштар менән көрәше ул тигән тәғлимәт өҫтөнлөк ала.
Шулай уҡ, урта быуаттарҙа медицинаның (тыйб ғилеме) үҫешенә көнсығыш фәйләсуфы, ғалиме, күренекле табип Әбүғәлисина ҙур йоғонто яһай. Уныңса сирҙәр күҙгә күренмәҫ йән эйәләре тарафынан барлыҡҡа килә.
17—19 быуаттарҙа ауырыуҙарҙың сәбәбен асыҡлау юҫығында күп кенә ғәлимдар үҙ өлөшен индерә.
Дж. Б.Морганьи буйынса сир — ағзаларҙың төҙөлөше боҙолоуы тигән фекер белдерә.
М. Ф. К. Биша күп кенә сирҙәрҙең патологоанатомик һүрәтләүҙәрен эшләй.
Рудольф Вирхов теория целлюляр патология тәғлимәте менән тарихҡа инеп ҡала.
К. Бернар сир—организм менән мөхит араһында тигеҙләнештең боҙолоуы тип белдерә.
С. П. Боткин, В. В. Пашутин, И. П. Павлов, |А. А. Остроумов ауырыу хәлен кешенең йәшәү мөхитендәге һәм нервы системаһындағы тайпылыштар тигән идеяны алға һөрә.
Ауырыуҙар тураһында хеҙмәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, әле лә был өлкәлә тәғәйен уртаҡ фекергә килеү әлегә юҡ.Күптәр сирле һәм һау кеше араһында айырма булыуын инкар итә (мәҫәлән, А. А. Богомолец).
П. Д. Горизонтов сир организм менән мөхит араһында мөнәсәбәттәр боҙолоу һөҙөмтәһендә тыуған ҡатмарлы тайпалыштар теҙмәһе булып тора, сир үҙен организм функцияларының боҙолоуы менән белдерә тип һанай.
И. В.Давыдовский ҡәҙимге физиология менән тайпылыштар (патология) араһында ҡырҡа айырмалар юҡ тип белдерә. Уныңса, сир — организмда яраҡлашыу процестарының береһе генә.
Шуға ауаздаш фекер Г. Селье хеҙмәттәрендә бар. Уның аңлатмаһы буйынса, сир ул — организм өсөн үтә хәүефле ҡуҙғытҡыс тураһында ауыртыныу, көсөргәнеш(«стресс») аша белдерә торған һаҡлағыс синдром булып тора.
Ә иң мөһиме, ауырыу кешенең үҙ сиренә булған мөнәсәбәте. Кемдер өсөн һыуыҡ алдырыу ҙа үлемесле булып күренә. Икенсе берәү үҙендә яман сирҙәрҙе лә еңеп сығыр көс таба. Шуға ла, ауырыу ҙың хәле сирҙең үҙенә генә түгел, ә айырым кешенең күңел торошона, психик көйләнешенә лә бәйле.[1].
Уларҙы ошондай төркөмдәргә бүлеп йөрөтәләр:
Был сәбәптәр ҡайһыныһы булһа ла, ҡәҙимге сиктәрҙән ҡырҡа үтеп киткәндә , организм өсөн ғәҙәти булмағанда, ауырыу хәл тыуҙырырға һәләтле. Ауырыуҙы тыуҙырыусы ҡуҙғытҡыстың сиктән үтеүе микдарға бәйле булырға мөмкин (көсөргәнеш, стресс).
Ә сифат яғынан булғанда, ҡуҙғытҡысҡа ҡаршы организмда һаҡлағыс механизм булмаған осраҡ тураһында һүҙ бара.
Ваҡытлыса тәьҫир иткәндә ғәҙәти булып та, оҙайлы ваҡыт эсендә йәки юғары ритмдә сир тыуҙырыусы сәбәптәр ҙә була. Социаль йәки милли тигеҙһеҙлек тә сирҙәрҙең генә түгел, ә тотош халыҡтарҙың юҡҡа сығыуына сәбәп булырға мөмкин (мәҫәлән, австралиялылар, бушмендар, индейцецтар һ.б. (ҡарағыҙ. Социаль гигиена).
Сирҙәрҙең ошондай билдәләрен һанап китеп була:
Сирҙең ошондай дәүерҙәрен бүлеп йөрөтәләр:
Оҙайлығы, билдәләренең үҫеше һәм юҡҡа сығыу тиҙлеге буйынса сирҙәрҙе ҡырҡыу һәм оҙайлы(хроник) төрҙәргә бүлеп йөрөтәләр.
Төп билдәләренә ниндәйҙер өҫтәлмә сәбәптәр ҡушылыуын , сирҙең ҡатмарлашыуы, аҙыуы тип атайҙар. Ул сирҙең иң ҡуҙған мәленә тура килеүе лә, төп билдәләре үтеп киткәс тә ҡубырға мөмкин. Һөһөмтәһендә сир бик ауыр үтә, хатта үлем менән тамамланыуы ла бар. Сир тулы һауығыу менән тамамлана йәки ниндәйҙер эҙемтәләрен дә (шулай уҡ , үлемесле) ҡалдыра ала . Үлем ҡапыл йәки оҙайлы ваҡыт аша килергә мөмкин. Айырым осраҡтарҙа сир хроник хәлгә күсә.
Сирҙең барышы буйынса :
Патологик үҙгәрештәрҙең барыу кимәле буйынса:
Сирҙе тыуҙырыусы сәбәп буйынса :
Дауалау юлы буйынса
Шулай уҡ, дөйөм ҡабул ителгән классификация буйынса :
Терапия өлкәһенә һулыш системаһы сирҙәре (пульмонология), йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы(кардиология), кешенең аш һеңдереү системаһы (гастроэнтерология), бүлеп сығарыу системаһы (нефрология), тоташтырғыс туҡыма (ревматология) һәм башҡалар инә. Хирургик булмаған эске сирҙәрҙе дауалаусы терапевт тип атала (интернист).
Патоген микроб инфекцион ауырыу тыуҙырһын өсөн, ул вирулент (ағыулы; лат. virus — ағыу) булырға тейеш. Йәғни, организмдың ҡаршылығын еңеп ағыулау һәләтенә эйә була.
Патоген микробтар тереклек эшмәкәлегендә бүлеп сығарған матдәләре менән ағыуларға мөмкиндәр экзотоксин (столбняк, дифтерия. Икенселәре— үҙҙәренең тәне тарҡалғанда барлыҡҡа килгән ағыу (эндотоксин) менән зарар килтерәләр (холера, ҡорһаҡ тифы).
Инфекцион сирҙәрҙең бер үҙенсәлеге булып инкубацион дәүер тора. Был инфекция ингәндән алып үҙен белдерә башлаған арауыҡ. Оҙайлығы зарарланыу юлына һәм микробтың тәбиғәтенә бәйле. Бер нисә сәҙәттән күп йылдарға(һирәк осраҡта ғына) тиклем һуҙылырға мөмкин. Микроорганизмдарҙың организмға инеү юлдары була. Мәҫәлән, холера вибрионы ауыҙ аша ғына инә ала.
Дауалау, һауыҡтырыу —сирҙең сәбәптәрен, симптомдарын алып ташларға, тереклек процестарын ҡәҙимге хәленә ҡайтарыуға, һаулыҡты тергеҙеүгә йүнәлтелгән барлыҡ саралар ул.
Планетала барлыҡ сирлеләр хәленә иғтибарҙы йүнәлтеү өсөн ҡабул ителгән халыҡ-ара көн.
Йыл һайын ошо көндә махсус саралар үткәрелә. 11 февраль[5], «Халыҡ-ара сирлеләр көнө» 1993 йылдан ғына үткәрелә башлаған . Рим папаһы Иоанн Павел II Иоанн Павел Икенсенең 1992 йылдың 13 майынан тәҡдиме буйынса ҡабул ителә. христиандарға -католиктарға яһаған өндәмәһендә: «… барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә, дин тотоусыларға, йәмәғәтселеккә сирлеләрҙең, кеше көнлөләрҙең хәленә керергә , ярҙам ойошторорға, уларға тәрбиәне яҡшыртырға кәрәк икәнлеген еткерергә саҡыра »[6]. Иоанндың үҙенә лә 1991 йылда врачтар Паркинсон сире диагнозын ҡуялар.
Болезнь Викиһүҙлектә | |
Болезнь Викиөҙөмтәлә | |
Болезнь Викикитапханала | |
Болезнь Викимилектә | |
Болезнь Викияңылыҡтарҙа |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.