Дифтерия
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дифтерия Corynebacterium diphtheriae— (гр. diphtherion — яры, тиресә), кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы; йоғошло ауырыу; танау, тамаҡ, боғарлаҡ һ.б. лайлалы тиресәһе зарарланыу менән билдәләнә[1]; дифтерия бактерияһы йоғоуҙан килгән етди инфекцион ауырыу, тамаҡ, танау, ҡурылдай, боғарлаҡ (һтрәк осраҡта башҡа ағзалар) тиресәһе зарраланыу менән характерлы[2].
Дифтерия | |
МКБ-10 |
A36. |
---|---|
МКБ-9 |
032 |
DiseasesDB |
3122 |
MedlinePlus |
001608 |
eMedicine |
emerg/138 med/459 oph/674 ped/596 |
MeSH |
D004165 |
Дифтерия Викимилектә | |
Дифтери́я көслө йогышлы ауырыу (башлыса, балаларҙа була торған инфекция). Йотҡолоҡ өҫтө, боғаҙ, трахея (һирәк кенә башҡа ағзалар) ялҡынһыныу, миндаль һамаҡ биҙҙәрҙә фибриноз ярылар хасил булыу, интоксикация, йөрәк-ҡан тамыры, нерв, бәүел бүлеп сығарыу системалары зарарланыу менән характерлана. Инфекция сығанағы булып Дифтерия менән ауырыусылар йәки организмнарында бактерия йөрөтөүсөләр тора.
Ауырыуҙың кешенән-кешегә күсеүенең төп механизмы — һулай торған һауанан йоғоу[3]; йоғошланған әйберҙәр (кейем-һалым, һауыт-һаба, уйынсаҡтар һ.б.) менән дә күсергә мөмкин. Дифтерияне айырыуса 1 йәшкә тиклемге балалар ауыр кисерә. Иммунитет инфекциянан һуң (тотороҡһоҙ) һәм прививканан һуң (тотороҡло) барлыҡҡа килә.
Ауырыуҙың төрлө формаларын француз табибы П. Бретонно тасүирлап күрһәтә (1826), «дифтерит» атамаһын ҡуллана; терапевт А. Труссо дөйөм ҡабул ителгән дифтерия атамаһын ғәмәлгә кертә. Дифтерияне ҡуҙғатыусы Corynebacterium diphtheriae микроорганизмын чиста хәлендә немец бактериологлары Э. Клебс, Ф. Леффлер (1883-84) айырып алалар. Дифтериягә ҡаршы сыворотка бактериологлар Э. Беринг, Э. Ру, Я. Ю. Бардах (1824-94) тарафынан табыла. Токсин һәм антитоксин ҡатнашмаһы менән актив рәүештә иммунлаштыру методын Э. Беринг (1913) уйлап таба. Микробиолог Г. Рамон иммунлаштыру өсөн дифтерия анатоксинын тәҡдим итә (1923), бактериолог П. Ф. Здродовский дифтерияға ҡаршы прививҡаларҙы камиллаштыра (1950 йылдар).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.