Асуан гидроузелы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Асуан һыуһаҡлағысы — Мысырҙың Нил йылғаһы буйындағы иң ҙур ҡатмарлы гидравлик ҡоролмалар системаһы, Нилдең беренсе һикәлтәһендәге Асуан ҡалаһы эргәһендә. Проекттың баш инженеры — Малышев Николай. Был урында йылғаны ике дамба быуып тора: яңы «Асуандың Үрге дамбаһы» (Асуандың бейек быуаһы булараҡ билдәле) (ғәрәпсә: اנسد السد العالي, Ас-Сад эль-Аали) һәм иҫке «Асуан быуаһы» йәки «Асуандың түбәнге дамбаһы».
Асуан гидроузелы | |
ғәр. سد أسوان | |
Нигеҙләү датаһы | 1960 |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Нила[d] |
Дамбовое водохранилище | Насер[d] |
Дәүләт | Мысыр |
Административ-территориаль берәмек | Асуан[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Нил |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Нил |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 171 метр |
Хеҙмәтләндереүсе | Главное управление Управление Высотной Асуанской плотины и водохранилища[d] |
Выходная мощность | 2100 мегаватт |
Вертикаль тәрәнлеге | 180 метр |
Майҙан | 5250 км² |
Күләме | 111 000 м³ |
Асуан гидроузелы Викимилектә |
Нил Африканың көньяғында Виктория күле янында башлана. Төньяҡҡа табан Урта диңгеҙгә тиклем аға, йылға материкты көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүлә, үҙенең юлында Уганда, Эфиопия, Суданды киҫеп үтә һәм Мысырҙа тамамлана. Был дәүләттәрҙең һәр береһенең һыу ресурстарын файҙаланыуҙа үҙ мәнфәғәттәре бар. Һыуһаҡлағысһыҙ Нил йыл һайын, Африканың көнсығыш һыуҙары менән йәй буйына тулыланып, ярҙарынан сыға. Был ташҡындар уңдырышлы ләм һәм минералдар килтерә, улар Нил тирәләй ауыл хужалығы өсөн уңдырышлы һәм ҡулай ер барлыҡҡа килтерә. Йылға буйында халыҡ күбәйгәнгә күрә, ауыл хужалығы биләмәләрен һәм ундағы мамыҡ баҫыуҙарын һаҡлау өсөн һыу ағымдары менән идара итеү ихтыяжы килеп тыуа Судан һәм Мысыр тирәһендә Нил йылғаһының уртаса йыллыҡ аҡмаһы 84 миллиард кубометр тип баһалана. Йылғаның уртаса йыллыҡ аҡмаһы һиҙелерлек тирбәлеп тора. Күп һыулы йылдарҙа тотош майҙандар тулыһынса йыуылыуы мөмкин, ә түбән һыулы йылда ҡоролоҡ эҙемтәһендә аслыҡ киң тарала. Был һыу проекттың маҡсаты ташҡынға юл ҡуймау, Мысырҙы электр менән тәьмин итеү һәм ауыл хужалығы өсөн һуғарыу каналдары селтәре булдырыу була.