Электр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Электр — электр зарядтарының булыуы, үҙ-ара тәьҫир итешеүе һәм хәрәкәте менән бәйле күренештәр йыйылмаһы. Был терминды беренсе булып инглиз ғалимы, тәбиғәт фәндәре белгесе Уильям Гильберт үҙенең «О магните, магнитных телах и о большом магните — Земле» (1600 йыл) исемле фәнни хеҙмәтендә ҡулланған. Унда магнитлы компастың нисек эшләүе аңлатыла һәм электрланған есемдәр менән үткәрелгән ҡайһы бер тәжрибәләр һүрәтләнә. Ғалим башҡа матдәләрҙең дә электрланыу үҙенсәлегенә эйә булыуын асыҡлай[1].