![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/1/1e/Flag_of_the_Organization_of_American_States.svg/langba-640px-Flag_of_the_Organization_of_American_States.svg.png&w=640&q=50)
Америка дәүләттәре ойошмаһы
1948 йылдың 30 апрелендә Боготала (Колумбия) 9-сы Америка-ара конференцияла төҙөлгән халыҡ-ара ойошма / From Wikipedia, the free encyclopedia
Америка дәүләттәре ойошмаһы (рус. Организация американских государств, ОАГ; исп. Organización de los estados americanos, ингл. Organization of American states, OAS, франц. Organisation des États américains, порт. Organização dos Estados Americanos) — 1948 йылдың 30 апрелендә Боготала (Колумбия) 9-сы Америка-ара конференцияла 1889 йылдан бирле эшләгән Панамерика берлеге нигеҙендә төҙөлә.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...
Ябырға
Штаб-фатиры Вашингтонда урынлашҡан. Эш итеү телдәре — испан, инглиз, француз һәм португал телдәре.
Юғарғы органдары — Генераль ассамблея, Даими совет, сит ил эштәре министрҙарының Консультатив кәңәшмәһе, Генераль секретариат.