Сөғд теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сөғд теле (сөғд. sγwδy’n’k, sγwδy’w, таж. забони суғдӣ) — хәҙерге Тажикстан һәм Үзбәкстан территорияһында, Зеравшан йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан Сөғд батшалығында, шулай уҡ «Бөйөк ебәк юлы» буйындағы күп һанлы сөғд колонияларының һөйләшеү теле булған иран телдәре көнсығыш иран төркөмсәһенә ҡараған үле тел. Яҙма ҡомартҡыларҙың күбеһе Ҡытай Халыҡ Республикаһының Шеңжан-Уйғыр автономиялы районындағы Турфанда, Ганьсу ҡытай провинцияһындағы Дуньхуанда һәм Тажикстандың Муг ҡәлғәһендә табылған.
Сөғд теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
suγδīk (сугдик) |
---|---|
Илдәр |
Сөғд батшалығы (Согдиана) |
Үле тел |
XIV быуат башына [1] |
Классификация | |
Категория | |
| |
Әлифба |
сөғд яҙыуы, сүриә яҙмаһы, манихей яҙмаһы |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
сог 613 |
ISO 639-1 |
— |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Тажикстанда Яғноб йылғаһы үҙәнендә йәшәгән халыҡ һөйләшкән яғноб теле согдий теленең дауамы булып тора һәм уның диалекттарының береһенә барып тоташа[2][3][4][5].