Тажикстан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тажикстан (таж. Тоҷикистон), рәсми исеме — Тажикстан Республикаһы (таж. Ҷумҳурии Тоҷикистон, фарс. جمهوری تاجیکستان) Үҙәк Азияла Памир тауҙары итәгендә һәм диңгеҙҙән алыҫ урынлашҡан дәүләт. Ул — Урта Азияла майҙаны буйынса иң бәләкәй дәүләт. Көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта Үзбәкстан, Төньяҡта Ҡырғыҙстан, көнсығышта Ҡытай, көньяҡта Афғанстан менән сикләшә.
| |||||
Гимн: «Тажикстан Республикаһының Милли гимны» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 9 сентябрь 1991 йыл ( СССР) | ||||
Рәсми телдәр | тажик (дәүләт) урыҫ (милләт-ара аралашыу теле) | ||||
Баш ҡала | Дүшәмбе | ||||
Эре ҡалалар | Дүшәмбе, Хужанд, Ҡурғантүбә, Күләб | ||||
Идара итеү төрө | парламент республикаһы[1] | ||||
Президент Премьер-министр | Имамәли Рәһман Кәһир Рәсүлзадә | ||||
Дәүләт дине | Ислам | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 93 142 000 км² 0,3 | ||||
Халыҡ • Һаны (2016) • Перепись (2010) • Халыҡ тығыҙлығы | 8 551 200[2] чел. (95) 7 417 400 чел. 734[3] чел./км² (60,0) | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе |
17,555 млрд долл. | ||||
Валюта | Сомони (TJS, код 972) | ||||
Интернет-домен | .tj | ||||
Код ISO | TJ | ||||
МОК коды | TJK | ||||
Телефон коды | +992 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+5 |
Баш ҡалаһы — Дүшәнбе ҡалаһы.
Дәүләт теле - тажик теле, шул уҡ ваҡытта Тажикстан — элекке совет Урта Азияһында берҙән-бер фарсы телле дәүләт. Тажикстан халҡының күпселеге ислам диненең сөнни йүнәлешен тота.
Тажикстан тәбиғәт ресурстарына бай, әммә республика территорияһының 93 процентын тауҙар биләй, шуға күрә ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыу өсөн инфраструктура насар үҫешкән. Тажикстан Евразияның төп транспорт юлдарынан алыҫ урынлашҡан.