Башҡорттар
халыҡ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорттар — төрки телле милләт, Башҡортостан Республикаһының һәм шул уҡ исемдәге тарихи-география өлкәнең төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттар үҙҙәренең тарихи йәшәйеш төбәктәре булған Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, шулай уҡ Татарстан Республикаһында һәм Пермь крайында күпләп көн итә. Бынан тыш башҡорттар Рәсәй Федерацияһының бөтә биләмәләрендә лә, Яҡын һәм Алыҫ сит илдәрҙә лә бар.
| ||||||||||||||||||||||||||
Үҙ атамаһы |
башҡорт | |||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | ||||||||||||||||||||||||||
Барлығы: 2 млн тирәһе[1]
Ҡаҙағстан: | ||||||||||||||||||||||||||
Тел | ||||||||||||||||||||||||||
Дин | ||||||||||||||||||||||||||
Раса тибы | ||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ |
Алтай ғаиләһе | |||||||||||||||||||||||||
Туғандаш халыҡтар | ||||||||||||||||||||||||||
Килеп сығышы |
Башҡорттарҙың Рәсәй Федерацияһындағы һан иҫәбе (2002) — 1 673 389 кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында — 1 221 302. Башҡорт теле Алтай ғаиләһе төрки төркөмөнөң көнбайыш тармағына инә, тармаҡланған диалект структураһы бар. Дин тотҡан башҡорттар — мосолман-сөнниҙәр.