Сөғд халҡы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сөғд халҡы (сөғд теле swγδ, swγδ’k}}) — Зеравшан йылға үҙәнендә — хәҙерге замандағы Бохаранан (Үзбәкстан) Хужандҡа (Тажикстан) тиклемге территорияла урынлашҡан Сөғд батшалығында йәшәгән иран сығышлы тарихи халыҡ. Рәсәй шәрҡиәтсеһе В. В. Бартольд һүҙҙәре буйынса, сөғдлеләрҙе, төбәккә сауҙа-мәҙәни индергән өлөшө буйынса, «Үҙәк Азия финикийлылары» тип атарға мөмкин. VI быуатта сөғд теле Төрки ҡағанатында дәүләт телдәренең береһе була.[2].
Үҙәк Азия территорияһында ул XIV быуатҡа тиклем ҡулланыла[3]. Соғдлеләр, көнсығыш-иран халыҡтары менән бер рәттән, Хәҙерге Бохаранан (Үзбәкстан) Хужандҡа (Тажикстан) тиклем — Зеравшан йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан[4][5], хәҙерге тажиктарҙың, уйғырҙарҙың[6] һәм үзбәктәрҙең ата — бабаларының береһе булып тора[7][8][9]. Тажикстандың хәҙерге ягнобтары сөғдтәрҙең этнолингвистик вариҫтары тип һанала, ә ягноб теле сөғд диалекттарының береһенә барып тоташа[10].
Абруйлы сөғд халҡын өйрәнеүсе В.А. Лившиц фекеренсә, IV-VIII быуаттарҙағы сөғд сығанаҡтарында сөғдлеләр тип, бохаралыларҙы һәм кешлеләрҙе түгел, тик сәмәрҡәндлеләрҙе һәм пенджикентлеләрҙе генә атағандар, йәғни был ике төркөм, ихтимал, бер—береһен берҙәм халыҡ тип ҡарамаған[11].
Билдәле шәрҡиәтсе С. Кляшторный фекеренсә, иртә урта быуат төрки яҙмалары авторҙары сөғдлеләрҙе (soddaq) бохаралыларҙан (buqaraq) айырып торған[12].